«Көньяҡ» операцияһы | |
Ил | |
---|---|
Маҡсаты |
мәжбүри депортациялау, советлаштырыу |
Башҡарыусы | |
Ваҡыты | |
Урыны | |
| |
Бессарабияны һәм Төньяҡ Буковинаны депортациялау (молд. Deportările din Basarabia și Nordul Bucovinei), шулай уҡ «Көньяҡ» операцияһы исеме аҫтында билдәле. СССР дәүләт именлеге министрлығы тарафынан Молдавияла үткәрелгән массауи депортация.
1949 йылдың 6 февралендә СССР Министрҙар Советы Молдавия территорияһынан «элекке алпауыттарҙы, эре сауҙагәрҙәрҙе, немец оккупанттарының әүҙем әшнәләрен, немец полиция органдары менән хеҙмәттәшлек иткән кешеләрҙе, профашист партиялар һәм ойошмалар ағзаларын, аҡгвардеецтарҙы, ә шулай уҡ бөтә күрһәтелгән категорияларға ҡараған ғаиләләрҙе» һөрөү тураһында ҡарар ҡабул итә[1][2].
Апрелдә Молдавия буйынса СССР дәүләт именлеге министрлығы упономоченныйы генерал-майор Ермолин республика дәүләт именлеге министрлығы етәкселеге менән берлектә республиканың бөтә территорияһын 8 секторға бүлә. Тиҙҙән бында иген ташыу һылтауы менән меңләп йөк машиналары килә башлай, ә ысынында әлеге машиналар депортацияға дусар ителгән халыҡты ауылдарҙан тимер юл станцияларына тиклем ташыу өсөн тәғәйенләнә[3].
10 майҙа буласаҡ операцияға «Көньяҡ» исеме бирелә[4][5].
Операция 6 июлдә төнгө сәғәт 2-лә башлана һәм 1949 йылдың 7 июлендә киске сәғәт 8-ҙә тамамлана. Депортацияла оператив составтан — 4496 кеше, улар араһынан 90 % СССР республикаларынан килтерелә, шулай уҡ Дәүләт именлеге министрлығы ғәскәрҙәренән 13 774 һалдат һәм офицер һәм партия активынан 24 705 кеше ҡатнаша.
Молдавия ССР-ының дәүләт именлеге министрлығы мәжбүри һөрөүгә 12 860 ғаилә тәғәйенләй, әммә 1567 ғаилә депортациянан ҡотола, ҡайһы берҙәре колхоздарға инә йәки уларҙың ҡулдарында Совет Армияһында ғаилә ағзалары хеҙмәт итеүе тураһында документтар була. Бынан тыш, ауырыуҙар һәм ғәриптәр, шулай уҡ эшкә яраҡлы ағзалары булмаған ғаиләләр һөрөүҙән азат ителә.
Һөҙөмтәлә Молдавиянан 30 эшелонға (1 573 вагон) 293 ғаилә йәки 35 11 050 кеше тейәлә, шул иҫәптән 9 745 ир-егет,13924 ҡатын-ҡыҡ һәм 15 йәшкә тиклемге 11 381 бала. Депортацияланғандарҙың күпселеге Ҡаҙағстанда (9954 кеше), Омск (6085 кеше) һәм Новосибирск (5787 кеше) өлкәһендә, Красноярск крайында (470 кеше), Коми АССР-ҙа (352 кеше) урынлаштырыла[4][5].
Һөрөүгә дусар ителгәндәр араһында яҡынса 4800 Иегова шаһиттары була, уларҙы совет властары советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләй[6][7].