«Әсәлек даны» ордены | |
Нигеҙләү датаһы | 8 июль 1944[1] |
---|---|
Дәүләт | СССР[1] |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Герой әсә» ордены |
Түбәнерәк дәрәжә | Әсәлек миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | көмөш[1] |
Һаны | 5 534 724 |
«Әсәлек даны» ордены Викимилектә |
«Әсәлек даны» ордены СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың л 8 июлендәге Указына ярашлы булдырылған. Орден статуты СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 18 авгусындағы Указына ярашлы раҫлана. Орден статутына СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 16 декабрендәге, 1973 йылдың 28 майындағы һәм 1980 йылдың 28 майындағы Указдарына ярашлы үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә.
«Әсәлек даны» ордены «Герой әсә» миҙалы һәм Әсәлек миҙалы менән бер үк ваҡытта булдырыла һәм улар араһында аралаш урынды биләй.
Орден проекты авторы — Гознактың баш рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре И. И. Дубасов. Орден Мәскәү аҡса һуғыу йортонда эшләнә.
«Әсәлек даны» ордены менән бүләкләү тураһындағы СССР Юғары Советы Президиумының тәүге Указы 1944 йылдың 6 декабрендә сыға. Указға ярашлы, I дәрәжә орденына — 21 ҡатын-ҡыҙы, II дәрәжә орденына — 26 ҡатын-ҡыҙ, III дәрәжә орденына 27 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ була. Шул уҡ ваҡытта 1-се һанлы I дәрәжә ордены колхозсы М. С. Аксеноваға тапшырыла, 1-се һанлы II дәрәжә ордены магазин һатыусыһы Е. С. Авакумоваға, ә 1-се һанлы III дәрәжә ордены өй хужабикәһе А. С. Анддриевскихҡа тапшырыла.
1983 йылдың 1 ғинуарына ҡарата I дәрәжә «Әсәлек даны» ордены — яҡынса 753 мең, II дәрәжә «Әсәлек даны» ордены — яҡынса 1 миллион 508 мең, III дәрәжә «Әсәлек даны» ордены яҡынса 2 млн 786 мең кешегә тапшырыла.
1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ордендың бөтә өс дәрәжәһе 5 534 724 кешегә бирелгән.
«Әсәлек даны» ордены ете, һигеҙ һәм туғыҙ бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләргә бирелгән.
«Әсәлек даны» ордены менән бүләкләү СССР Юғары Советы Президиумы исеменән союздаш һәм автономиялы республикалар Юғары Советтары Президиумдары указдарына ярашлы үткәрелә.
«Әсәлек даны» ордены өс дәрәжәнән тора: I, II һәм III дәрәжә.
Ордендың юғары дәрәжәһе — I дәрәжә.
«Әсәлек даны» ордены менән бүләкләнәләр:
Тейешле дәрәжәләге орден менән бүләкләү аҙаҡҡы балаға бер йәш тулғандан һуң һәм әсәнең ҡалған балалары иҫән булған осраҡта башҡарыла.
Шулай уҡ орден менән бүләкләгәндә иҫәпкә алына:
Һигеҙ йәки туғыҙ балаһы булған әсәләргә «Әсәлек даны» ордены менән бүләкләү бер генә тейешле дәрәжә ордены менән башҡарыла.
«Әсәлек даны» ордены күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм бүләкләнеүсенең башҡа орденндары һәм миҙалдары булған осраҡта уларҙан һуң урынлаштырыла.
I дәрәжә «Әсәлек даны» ордены көмөштән ҡабарынҡы овал ормаһында эшләнә. Ордендың өҫкө өлөшөндә елберләгән байраҡ, байраҡ ҡыҙыл рубин эмаль менән ҡапланған, уның өҫтөндә — «Материнская слава» яҙыуы һәм дәрәжә һаны. Байраҡ аҫтында бәләкәй ҡалҡан, ул аҡ эмаль менән ҡапланған, өҫтөндә — «СССР» яҙыуы. Ҡалҡандың өҫкө өлөшөндә — ҡыҙыл эмаль йондоҙ. Ҡалҡандың аҫҡы өлөшөндә оксидатланған ураҡ менән сүкеш һалынған. Ордендың һул яғында -әсә менән бааның оксидатланған һүрәте. Әсә фигураһы аҫ яҡтан розалар менән биҙәлгән. Ордендың аҫҡы өлөшө алтынға һылатылған япраҡтар менән ҡаймаланған. Ордендағы яҙыуҙар алтынға ялатылған.
II дәрәжә «Әсәлек даны» ордены байраҡтың ҡуйы зәңгәр төҫө һәм аҫҡы өлөштәге япраҡтар алтынға ялатылмаған булыуы менән айырылып тора.
III дәрәжә «Әсәлек даны» орденында байраҡ, ҡалҡан һәм йондоҙ — эмалһеҙ, ә ордендың аҫҡы өлөшөндәге япраҡтар алтынға ялатылмағанлығы менән айырылып тора.
Ордендың бейеклеге — 36 мм, киңлеге — мә 29
«Әсәлек даны» ордены көмөштән эшләнгән. I һәм II дәрәжә орденында көмөш миҡдары — 19,788± 1,388 грамм, III дәрәжә орденында — 19,699±г 1,388 грамм. I дәрәжә орденының дөйөм ауырлығы — 21,79 ±г 1,73 грамм. II дәрәжә орденының дөйөм ауырлығы — 21,41 дөйөм ауырлығы — 21,41±1,50 грамм. III дәрәжә орденының дөйөм ауырлығы — 21,29±1,50 грамм.
Орден тимер ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып бант формаһында, аҡ эмаль менән ҡапланған. Аҡ эмаль фонында зәңгәр буйҙар: беренсе дәрәжә өсөн — бер, икенсеһе өсөн — ике һәм өсөнсөһө өсөн — өс буй. Ҡалыптың кире яғында кейемгә беркетеү өсөн төйләгес ҡуйылған.