АНЗЮС

АНЗЮС
Нигеҙләү датаһы 29 апрель 1952[1]
Логотип
Урын Сан-Франциско
Нәшер ителеү ваҡыты 1 сентябрь 1951[1]
Тулы мәғлүмәт өсөн URL austlii.edu.au/au/other/…
Подписавшийся Percy Spender[d][1], Carl Berendsen[d][1], Дин Ачесон[d][1], Даллес, Джон Фостер[d][1], Alexander Wiley[d][1] һәм John Sparkman[d][1]
Зона обслуживания Тымыҡ океан
 АНЗЮС Викимилектә
АНЗЮС картаһы

АНЗЮС (ингл. ANZUS Security Treaty — Australia, New Zealand, United States), йәки «Тымыҡ океан хәүефһеҙлек пакты» —  өс илдән торған хәрби берлек, улар:

АНЗЮС ҡыҫҡартмаһы ҡатнашыусы илдәрҙең баш хәрефтәренән яһалған (ингл. Australia, New Zealand, United States).

АНЗЮС-ты ойоштороу тураһында договор  һәм артабанғы килешеүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тымыҡ океан хәүефһеҙлек пактында — АНЗЮС-та ҡатнашыусылар

АҠШ, Австралия һәм Яңы  Зеландия араһында хәрби хеҙмәттәшлек Икенсе донъя һуғышы йылдарында айырыуса әүҙем үҫә башлай. Һалҡын һуғыш башланғас, ойошма булдырып, был хеҙмәттәшлекте нығытыу зарурлығы тыуа. Блок төҙөү тураһындағы договорға  («АНЗЮС хәүефһеҙлек договоры», «Тымыҡ океан хәүефһеҙлек пакты»)  Сан-Францискола  (АҠШ)  1951 йылдың 1 сентябрендә ҡул ҡуйыла, ул 1952 йылдың  29 апрелендә көсөнә инә. Договорҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты сикләнмәгән. Артабан

  • АҠШ менән Австралия,
  • Австралия менән Яңы Зеландия,
  • АҠШ менән Яңы Зеландия (1987 йылға тиклем) араһында хәрби хеҙмәттәшлек тураһында айырым килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла.

 Блоктың төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғарғы етәкселек органы — Совет,  сит ил эштәре министрҙарынан һәм уларҙың урынбаҫарҙарынан тора. Блоктың ағзаһы булған дәүләттәрҙең юғарғы хәрби штабтары вәкилдәренән хәрби  комитет  төҙөлә. Берҙәм хәрби командованиеһы, берләшкән Ҡораллы көстәре һәм даими штаб-фатиры юҡ.   АНЗЮС-тың эшсе органдарының рәсми теле — инглиз теле.

Австралия бомбардировщигы «Авро Линкольн»  малай партизандары позицияларын бомбаға тота, 1950 йыл

Блоктың бурыстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АНЗЮС АҠШ тәҡдиме менән Тымыҡ  океан төбәгендә «коллектив оборона буйынса эш-ғәмәлдәрҙе көйләү» маҡсатында ойошторола,  ә  1978 йылда блок эшмәкәрлеге даирәһенә  Һинд океаны ла индерелә. Тәүҙә АНЗЮС Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы һәм Тымыҡ океан төбәгендәге милли-азатлыҡ хәрәкәттәренә, шулай уҡ СССР-ға һәм уның Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы союздаштарына  ҡаршы йүнәлтелгән була.  АНЗЮС-тың ағзаһы булған дәүләттәр Корея һәм Вьетнам һуғыштарында үҙ-ара килешешеп ҡатнаша, Камбоджа һәм Лаостың  эштәренә ҡыҫыла.

  • Большая советская энциклопедия.
  • Советский энциклопедический словарь.
  • A History of New Zealand, Professor Sir Keith Sinclair KBE, Penguin Books, New Zealand, 1991.  (пол.)(пол.)
  • ANZUS, w: Słownik polityki, pod redakcją Marka Bankowicza, Wiedza Powszechna, Warszawa 1996.  (пол.)(пол.)
  • Lange, David, Nuclear Free: The New Zealand Way, 1991, ISBN 0-14-014519-2.  (инг.)(инг.)
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 https://www.austlii.edu.au/au/other/dfat/treaties/1952/2.html