Акимова Александра Фёдоровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 5 май 1922 |
Тыуған урыны | Скопинский уезд[d], Рязань губернаһы[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 29 декабрь 2012 (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | тарихсы, хәрби хеҙмәткәр, лётчик |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | Капитан |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм военно-воздушные силы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Александра Федоровна Акимова (5 май 1922 йыл, Петрушино ауылы, Рязань губернаһы — 29 декабрь 2012 йыл, Мәскәү) — совет хәрби осоусыһы, 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы осоусыһы, отставкалағы капитан[1][2] , Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994).
Александар Федоровна Акимова 1922 йылдың 5 майында Рязань губернаһының Сколин өйәҙе Петрушино ауылында (хәҙер Рязань өлкәһе Сколин районы) тыуған.
1940 йылда Мәскәү педагогия институтының тарих факультетына уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта шәфҡәт туташтары курсына ла йөрөй.
Һуғыш башланыу менән Ҡыҙыл Армияға эләгергә теләй, әммә Можайск янындағы оборона нығытмаларын төҙөүгә ебәрелә. Уҡыуҙар башланғас, Акимова институтҡа әйләнеп ҡайта, әммә Ҡыҙыл Армияға эләгеү идеяһы уны ҡалдырмай.
1941 йылдың 8 октябрендә Сталин НКО СССР-ҙың 0099-сы ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкын ойоштороу тураһында указын сығар[3]. Акимова фронтҡа мобилизациялана. 588-се ҡатын-ҡыҙҙар бомбардировка авиация полкы урынлашҡан Энгельс ҡалаһында авиация техникаһы һөнәренә уҡый.
1943 йылдың февралендә -ҙенең ҡаҙаныштары өсөн 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы исеменә лайыҡ була.
1943 йылдың мартынан Акимованы штурман итеп тәғәйенләйҙәр. 1943 йылдың апреленән 1945 йылдың майына тиклем Акимова 715 хәрби осош яһай.
1945 йылдың апреленән «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим ителә, тәҡдим итеү ҡағыҙын генерал-полковник Вершинин һәм Советтар Союзы маршалы Рокоссовский хуплай, әммә ул Мәскәүҙә юғалып ҡала.
Демобилизациянан һуң Акимова Мәскәү педагогия институтын, һуңынан аспирантураны тамамлай, тарих фәндәре кандидаты була. 1952 йылдан Мәскәү авиация институтында уҡыта. 1992 йылда пенсияға сыға.
1994 йылдың 31 декабрендә Акимова Александра Федоровнаға 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Геройы тигән исем бирелә.
Акимова Александра Фёдоровна ветерандар хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы була.
2012 йылдың 29 декабрендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнә.
2015 йылдың декабреендә Волоколамск шоссеһы буйлап урамда Александар Акимова йәшәгән 8-се йортоноң фасадына бронза бюсы менән мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (скульпторы Иван Балашов һәм һәм Пётр Козлов)[4].
![]() | |
---|---|
![]() |
Могила А. Ф. Акимовой на Троекуровском кладбище в Москве. |