Андре-Мари Ампер | |
франц. André-Marie Ampère | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны | |
Ғилми исеме | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
один из основателей электродинамики, первооткрыватель закона Ампера |
Награда һәм премиялары | |
Автограф | |
Андре-Мари Ампер (франц. André-Marie Ampère; 20 ғинуар 1775 йыл, Лион[7]— 10 июнь 1836 йыл, Марсель ) — Франция физигы, математик һәм тәбиғәт фәндәре белгесе.
Джеймс Максвелл Амперҙы «Электричество Ньютоны» тип атай. Ампер беренсе электр һәм магнит күренештәренең бәйләнешен күрһәткән теорияны яҙған, физикаға электр тогы төшөнсәһен индергән. Ул шулай уҡ магнитизмды «молекула кимәлендә» электр тогы тыуҙыра тип фаразлаған. Механика, ихтималлыҡ теорияһы, математик анализға ҙур өлөш индергән.
Париж фәндәр академияһы (1814), башҡа күп кенә ғилми йәмғиәттәрҙең ағзаһы, шул иҫәптән Лондон король йәмғиәте сит ил ағзаһы (1827)[8], Петербург фәндәр академияһының сит ил почётлы ағзаһы[9][10](1830).
Андре-Мари Ампер Лиондың хөрмәтле граждандары коммерсант Низье Жан-Жак һәм Жанна Ампер-Антуанетта Сарсей-де-Сатьераның ҙур ғаиләһендә тыуған. Тиҙҙән Амперҙар ғаиләһе сауҙа эшен ҡалдыра һәм үҙенең Полоймье -де- Мондорҙағы (Лион янында) йортона күсенә[11].
Буласаҡ физиктың уҡыуға һәләте бик иртә асыла, һандарҙы белмәгән саҡта һанау өсөн ул нут борсағын һәм саҡматашты ҡуллана. Ампер бик иртә уҡырға өйрәнә,шунан нимә тура килһә, шуны уҡый башлай: шиғыр, романдар, фәлсәфәүи әҫәрҙәр, тарихи хеҙмәттәр һ.б. Ул яҙыусыларҙан Вольтер, Гомер, Лукан, Тассон, Фенелон, Томас һәм Корнелде яратып уҡый[11]. Бала саҡта уның яратҡан китаптарының береһе — Дидро менән д`Аламберҙың француз энциклопедияһы, уны ул тулыһынса уҡып бөтөрә. Андре өйҙә генә белем ала, латин телендә Эйлер менән Бернуллиҙы уҡый.
1793 йылда, Амперға 18 йәш саҡта, атаһын Конвент комиссарҙары ҡарары буйынса язалап үлтерәләр[12][13]. Был ваҡиға Андрены шул тиклем тетрәндерә, ул бер йылға яҡын аңҡы-тиңке булып йөрөй[14][15].
1799 йылда Ампер өйләнә һәм Парижда Политехник мәктәптә репетитор булып эшләй башлай. 1801 йылдан Буркала физика кафедраһын етәкләй, әҙәбиәттә үҙен һынап ҡарай, «Considerations sur la thèorie mathematique du jeu» («Уйындарҙың математика теорияһы тураһында фекерҙәр», Лион, 1802) тигән хеҙмәт яҙа, 1805 йылда уны Париж Политехник мәктәбенә математика кафедраһына саҡыралар . Был осорҙа Ампер математика, теоретик физика һәм математик анализға арналған тикшеренеүҙәрен баҫтырып сығара. Был уға фәнни донъяла абруй килтерә[14].
1814 йылда ул Фәндәр академияһы ағзаһы итеп һайлана, ә 1824 йылдан Коллеж де Франста эксперименталь физика профессоры вазифаһын биләй. Ампер 1836 йылдың 10 июнендә Марселдә үпкә шешенән һәләк була.
Уның исеме Эйфель башняһының тәүге ҡатындағы Францияның бөйөк ғалимдары исемлегенә индерелгән .
Улы Жан-Жак Ампер (1800—1864), билдәле филолог булған.
Математика, механика һәм физикала ул бик ҙур асыштар яһай. Уның физика буйынса төп эштәре электродинамика өлкәһенә бәйле. 1820 йылда ул магнит уғына магнит ҡырының тәьҫир итеү йүнәлешен билдәләү ҡағиҙәһен яҙа, ул хәҙер Ампер ҡағиҙәһе тип атала; магнит менән электр тогы араһында үҙ-ара тәьҫир итешеүҙе тикшереү буйынса бик күп тәжрибәләр үткәрә; бының өсөн бер нисә прибор булдыра; Ерҙең магнит ҡыры хәрәкәт иткән токлы үткәреүселәргә тәьҫир итә икәнен аса. Шул уҡ йылда электр токтарының үҙ-ара тәьҫир итешеүен аса һәм был күренештең законын яҙа (Ампер законы), магнетизм теорияһын үҫтерә, электромагнит процестарын сигналдар тапшырыу өсөн ҡулланырға тәҡдим итә.
Ампер теорияһына ярашлы, магнит тәьҫир итешеүҙәре- есемдәрҙә барған бәләкәй яҫы магниттарға, йәки магнитлы биттәргә торошло молекуляр токтарҙың үҙ-ара тәьҫир итешеү һөҙөмтәһе. Был раҫлау Ампер теоремаһы тип атала. Шулай итеп, ҙур магнит, Ампер күҙаллауҙары буйынса, бик күп шундай элементар магниттарҙан тора. Ампер магнетизмды ток барлыҡҡа килтерә һәм уның менән электр процестары ла тығыҙ бәйләнгән ти .
1822 йылда Ампер соленоидтың (ток менән кәтүк) магнит эффектын аса, бынан солеонидтың даими магнитҡа торошло булыуы тураһында фекер тыуа. Шунан ул магнит ҡырын соленоид эсендәге тимер кендек менән көсәйтергә тәҡдим итә. Амперҙың идеялары «Электродинамиканан күҙәтеүҙәр йыйынтығы» (франц. «Observations Récueil électrodynamiques d», Париж, 1822), «Электродинамик күренештәр теорияһы» (франц. «De la des phenômenes thèorie Precis électrodynamiques», Париж, 1824), «Электродинамик күренеш теорияһының ҡыҫҡа курсы» (франц. «Des électrodynamiques Thèorie phenômenes»). 1826 йылда ул магнит ҡырҙары әйләнеше тураһындағы теореманы иҫбатлай. 1829 йылда Ампер коммутатор һәм электромагнит телеграф уйлап сығара .
Механикала ул «кинематика» терминын аңлатып бирә..
1830 йылда ул «кибернетика» терминын фәнни әйләнешкә индерә.
Амперҙың төрлө яҡлы таланты химия тарихында ла эҙ ҡалдырған, уны иң күренекле химиктар рәтенә ҡуялар.Ампер менән Авогадро — бик мөһим химия законы авторы тип иҫәпләнә.
Ғалим хөрмәтенә электр тогы көсө берәмеге «ампер» тип, уны үлсәү приборҙары — «амперметр» тип атала.
Амперҙың ҡайһы бер тикшеренеүҙәре ботаника, шулай уҡ философия өлкәһенә ҡарай, мәҫәлән, «Фән философияһы буйынса яҙмалар» (франц. «Philosophie Essais Sciences sur la des», 2 том, 1834-43; 2-се баҫма, 1857).