Арҡалыҡ | |
ҡаҙ. Арқалық | |
Герб | |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
---|---|
Административ үҙәге | Тургайская область[d] |
Административ-территориаль берәмек | Аркалыкская городская администрация[d] |
Халыҡ һаны | 28 169 кеше (2009) |
Почта индексы | 110300 |
Рәсми сайт | arkalyk.kz |
Арҡалыҡ Викимилектә |
Арҡалыҡ - (рус. Аркалы́к, ҡаҙ. Арқалық) — Ҡаҙағстандың Ҡостанай өлкәһе өлкә буйһоноуындағы ҡалаһы. Элгәре Турғай өлкәһе үҙәге булған. 1956 йылда нигеҙ һалынған, 1965 йылда ҡала статусын алған. Арҡалыҡтан өлкә үҙәге Ҡостанайға тиклем алыҫлыҡ — 454 км , Астанаға — 611 км.
Ҡаҙағстандың иң ҙур ҡалаһы - биләгән майҙаны 15 587 кв.км. тәшкил итә
Ҡостанай өлкә башҡарма комитетының 1950 йылдың 13 октябрендәге ҡарары менән Ҡостанай өлкәһенең Амангилде районында эшселәр ҡасабаһы барлыҡҡа килтерелә.
1956 йылдың 27 октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Президиумының Указы менән Арҡалыҡ эшселәр ҡасабаһы рәсми статусы ала һәм Бөтә Союз удар комсомол төҙөлөшө объектына әйләнә. Беренсе булып буласаҡ ҡалаға нигеҙҙе Рига комсомолдары була.
1965 йылдың 30 июнендә дөйөм майҙаны 174 гектар тәшкил иткән район ҡарамағындағы ҡала статусы ала. Арҡалыҡта ул ваҡытта халыҡ һаны 15 100 кешегә етә. Әлеге ваҡытта дөйөм майҙаны – 1558 мең га тәшкил итә.
1970 йылдың 23 ноябрендә Арҡалыҡ яңы төҙөлгән Турғай өлкәһенең административ үҙәге тип иғлан ителә. Шул осорҙан Арҡалыҡ бик ҡыҙыу төҙөлә, үҫешә башлай.
1988 йылдың 2 июнендә Турғай өлкәһе бөтөрөлә һәм 1997 йылдың 22 апрелендә Ҡостанай өлкәһе составына индерелә, ул 17 ауыл тораҡ пунктының административ үҙәге булып тора [1].
Арҡалыҡ әлеге көндә Ҡаҙағстандың депрессиялы ҡалалары иҫәбенә инә, эшһеҙлек юғары[2].
Үҙ ҡарамағындағы территориялар менән алғанда ҡала халҡының һаны 40 813 кеше тәшкил итә (2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата), шул иҫәптән Арҡалыҡ ҡалаһында — 24 940 кеше. 2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата — 40 555 кеше, шул иҫәптән Арҡалыҡ ҡалаһында 27 751 кеше (68,4 процент)[3].
1989 йылда үҙ ҡарамағындағы территориялар менән алғанда ҡала халҡының һаны 62 367 кеше булған. 2006 йылға ул 42 мең кешегә ҡалған (шул иҫәптән: ҡала үҙе — 26 мең кеше, ҡала ҡарамағында 14 ауыл һәм 3 ауыл округы — 16 мең кеше).
Арҡалыҡ ҡалаһы динамикаһы үҙ ҡарамағындағы территориялар менән:
Йыл | Халыҡ |
---|---|
1959 | 3 609 |
1970 | 15 108 |
1979 | 47 693 |
1989 | 62 367 |
1999 | 46 084 |
2010 | 40 813 |
2011 | 40 555 |
2013 | 41 036 |
2014 | 41 658 |
2015 | 41 885 |
2016 | 42 438 |
2018 | 41 354 |
Милли состав (1 ғинуар, 2018 йыл) [4].:
Ҡала башлығы — аким (хаким).
Ҡала составына 19 ауыл тораҡ пункты, 2 ауыл округы инә.
Арҡалыҡ тимер юл станцияһы өлкә үҙәге Ҡостанай , шулай уҡ Ҡарағанды өлкәһенең Сыбаркүл (рус. Шубарколь) ҡасабаһы менән бәйләй. Ҡостанай — Арҡалыҡ, Еҙҡаҙған — Арҡалыҡ автомобиль юлдары бик яҡшы сифатлы түгел.
Арҡалыҡ аэропорты бар, әммә 1998 йылдан ваҡыты-ваҡыты менән генә пилотлы космик караптарҙы эҙләгән ваҡытта асыла.
Арҡалыҡтан эре ҡалаларға тиклем ара (автомобиль юлынан)[5] | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ҡостанай ~ 480 км Өфө ~ 1126 км Силәбе ~ 797 км |
Петропавловск ~ 614 км Төмән ~ 1081 км |
Күксәтау ~ 512 км Омск ~ 989 км |
|||||||
Аҡтүбә ~ 1215 км Уральск ~ 1691 км |
Астана ~ 673 км Ҡарағанды ~ 713 км |
||||||||
Байҡоңыр ~ 1013 км Аҡтау ~ 2416 км |
Еҙҡаҙған ~ 306 км Шымкент ~ 1212 км |
Алматы ~ 1650 км Бишкәк ~ 1624 км |
|||||||
№ | Маршрут |
---|---|
1 | ж/д Вокзал — УК 161/12 — дачи «Север-2» (Летом) |
2 | ж/д Вокзал — пос. Олимпийский |
3 | ж/д Вокзал — пос. Акбидай |
4 | ж/д Вокзал — пос. Северный - пос. Западный |
1а | ж/д Вокзал — дачи «Север-1» (Летний) |
Арҡалыҡ ҡалаһы янында алюминий сәнәғәте өсөн 6 боксит ятҡылығы бар. Шул уҡ ятҡылыҡтарҙа утҡа сыҙамлы барлсыҡ сығарыла. Бынан тыш, бокситтарҙа юлдаш булып галлий ҙа осрай, иҫәпләүҙәренсә, ул 761 килограмға етә.
Ҡаланан 5 километрҙа Яңы Арҡалыҡ ятҡылығында ҡара ҡурғаш табылған. Был рудала иттрий, алтын, көмөш, аҡ ҡурғаш һәм башҡа элементтар осрай. Шул уҡ төбәктә 37 төрлө файҙалы ҡаҙылдыҡ ятҡылыҡтары бар.
100 километр алыҫлыҡта Аҡъял (Аҡжал) нефрит ятҡылығы асылған, унда 1997 йылдан биҙәү таштары сығарыла. 70—100 километр аралыҡта Аҡболаҡта - аҡ мәрмәр (3—6 миллиона м³ запас) һәм Ағыръял (Ағыржал) ятҡылығында ҡара мәрмәр алына (запасы 8 млн м³)[6].