Аттила

Аттила
Аттила
Һундар юлбашсыһы
434 йыл — 453 йыл
Соправитель: Бледа (445 йылға тиклем)
Алдан килеүсе: Ругила (Руа, Роас)
Дауамсы: улдары
 
Тыуған: билдәһеҙ
Үлгән: 453({{padleft:453|4|0}})
Паннония
Ерләнгән: Ерләнгән урыны билдәһеҙ
Атаһы: Мундзук
Ҡатыны: Ильдико, Крека һ. б.
Балалары: Эллак, Эмнетзур, Ултзиндур[1],
Эрнак), Денгизик (Денгизих), Чаба[2] и др.[3]

Атти́ла (лат. Attila, грек. Ἀττήλας, немецсә Etzel) — һундар юлбашсыһы, 434—453 йылдарҙа идара итә, бөтөн төрки, шулай уҡ герман һәм башҡа ҡәбиләләрҙе үҙенә буйһондороп, Рейндан Волгаға тиклемге арауыҡта йәйрәп ятҡан дәүләт төҙөй.

Аттила үлгәндән һуң бер быуат ваҡыт үткәс, варварҙарҙың юлбашсыһы тураһында гот тарихсыһы шундай һүҙҙәр әйтәсәк[4]: «Варварҙар араһындағы уның абруйына һоҡланып бөтөп булмаған бөтөн һундарҙың башлығы һәм тотош Скифия ҡәбиләләренең донъялағы берҙән-бер батшаһы». Һундар юлбашсыһы хаҡындағы хәтер тәүҙә герман эпосында һаҡлана, һуңынан скандинавия сагаларына күсә. Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе быуатына ҡараған германдар легендаларында Аттила иң бөйөк юлбашсылар исемлегендә икенсе урында тора[5][6].

Тыуған ере һәм власҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аттиланың тыуған йылы һәм урыны билдәле түгел. V быуат дипломаты, тарихсы һәм яҙыусы Приск Панийский, 448 йылдағы ваҡиғаларҙың шаһиты булараҡ, Аттиланы һаҡалы саллана ғына башлаған ир-уҙаман итеп һүрәтләй. Аттила 448 йылда акацирҙар араһына хакимлыҡ итергә ебәргән өлкән улының йәше етмәү сәбәпле, хәрби етәксе Онегесий уға опекун итеп тәғәйенләнә. Былар барыһы ла Аттиланың V быуаттың тәүге ун йыллығында тыуыуына ишаралай. Бер версия буйынса, Аттиланың исеме төрки һүҙе Итиль, Атиль (русса Волга) менән бәйле, һәм ул «Волга буйы кешеһе» тигәнде аңлата. Уның исеме төрки телендәге «атлы» тигәндән килеп сыҡҡан тигән фараз да бар, был иһә «данлы» тигәнде белдерә. Был һүҙҙең тағы бер мәғәнәһе — «һыбайлы», «атлы». Өсөнсө версия буйынса, Аттила «ата, атта» һүҙенә бәйле, төрки телдәренән был «атай», «баш, өлкән» тип тәржемә ителә[7].

Француз ғалимы М. Бувье-Ажан билдәләүенсә, һундарҙың юлбашсыһы Аттила уға туғандаш булған халыҡ — башҡорттар менән килешеү төҙөй[8].

440 йылдарға тиклем һундар Көнбайыш һәм Көнсығыш Рим империяларына хәүеф килтермәй, хатта Көнбайыш империяның дошмандары — германдарға ҡаршы федераттар булараҡ сығыш яһайҙар, йәғни, Рим империяһының сиктәрендә хәрби хеҙмәттә булалар һәм бының өсөн хеҙмәт хаҡы алалар. 420 йылда уларҙың урынлашыу урыны итеп[9] Паннония тирәһе (хәҙерге Венгрия) билдәләнә. Улар, Дунай һәм Рейн араһындағы ҡәбиләләрҙе яулай-яулай, ошо киңлектә йәшәй.

Аттиланың атаһы Мундзук һундарҙың батшалар затынан була. Уның ағалары Октар (Оптар) менән Руа (Роас, Ругила) һундар юлбашсыһы була[10]. Приск уларҙың дүртенсе туғаны — Оиварсийҙы ла телгә ала. Мундзук — буласаҡ юлбашсылар Аттила менән Бледаның атаһы булараҡ ҡына билдәле. Оптар Сократ Схоластиктың «Тарихтар»ында һундарҙың юлбашсыһы булараҡ билдәләнә, ул 420 йылдарҙа Рейнда бургундтар менән көрәшә һәм бирәнлектән үлә[10].

Сығанаҡтарҙа Руа (Ругила, Роас, Руга, Роил) тураһында мәғлүмәттәр күберәк[11]. 443 йылда, Византияның уға йыл һайын алтынлата 350 литр[12] яһаҡ түләүенә ҡарамаҫтан, ҡасҡындарҙың империя территорияһына ҡасып ҡотолоуын сәбәп итеп, Руа Көнсығыш Рим империяһына (Византия) тыныслыҡ тураһындағы килешеүҙе өҙөү менән янай башлай[13]. Килешеүҙәр процесында һәм локаль һөжүмдәр мәлендә Руа үлеп ҡала[14].

434 йылда Руаның ҡустылары Бледа менән Аттила һундарҙың юлбашсыһы була. Бледа Аттилаға ҡарағанда өлкәнерәк булһа кәрәк, сөнки "452 йылдың Галлия йылъяҙмаһы"нда Руаның вариҫы итеп ул ғына күрһәтелә[15]. Тик Бледа үҙен күрһәтә алмай, тарихсы Приск ваҡиғаларҙы һүрәтләгәндә империя һәр ваҡыт Аттила менән килешеүҙәр эҙләргә мәжбүр булыуын телгә ала. Руа башлаған эште дауам итеп, Аттила Византия императоры Феодосий II-нән яһаҡты ике тапҡырға арттырып түләтә башлай, хәҙер ул алтынлата 700 литр, йәғни 230 килограмм була. Ул тыныслыҡты һаҡлау өсөн башҡа шарттар ҙа ҡуя[16]. Тыныслыҡ килешеүе 7 йыл дауам итә, был мәлдә һундар Рим империяһы сиктәренән ситтә йәшәгән ҡәбиләләрҙе яулай.

Иң билдәле ваҡиғаларҙың береһе булып һундарҙың 437 йылда Рейндағы Бургунд короллеген тар-мар итеүе тора. Идаций буйынса, 20 мең бургунд һәләк була[17], иҫән ҡалғандарға Көнбайыш Рим империяһы Ронала (Франция менән Швейцарияның хәҙерге сиктәре өлкәһендә) яңы ерҙәр бирә.

Аттила менән Бледа. 434—444 йылдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аттиланың венгр музейындағы һүрәте

Йылъяҙмаларҙа Аттила менән Бледа бергәләп идара иткән йылдарҙа уларҙың исемдәре йәнәш телгә алына. Уларҙың власты нисек бүлеүҙәре хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Тарихсы Д. Б. Бьюри[18] фаразлауынса, Бледа һун биләмәләренең көнсығышында идара иткән, Аттила көнбайышта һуғышҡан. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре лә билдәле түгел, бары тик Зеркон исемле мәҙәксене Бледа ныҡ яратҡан, ә Аттила күрә алмағанлығы хаҡында ғына яҙып ҡалдырылған[19].

442 йылда һундар Иллириктағы (хәҙерге Сербия районында) Византия империяһын ҡыйратҡанда уларҙың етәксеһе итеп Бледа ла, Аттила ла күрһәтелә[20].

Ваҡиғаларҙың замандашы Проспер Аквитанский йылъяҙмалары буйынса, 444 йылда Атилла ағаһын үлтерә: «Һундар батшаһы Аттила үҙенең ағаһын үлтереп, уның халыҡтарын үҙенә буйһондорҙо»[21]. VI быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән йылъяҙмасы Марцеллин Комит Бледаның үлемен 445 йыл менән теркәй, ә «452 йылдың Галлия йыльяҙмаһы» был ваҡиғаны 446 йыл аҫтына урынлаштыра.

Тарихсы Иордан яҙып ҡалдырғанса, Приск Проспер түбәндәге мәғлүмәттәр килтерә: «Һундарҙың төп өлөшө менән идара итеүсе ағаһы Бледа мәкерле рәүештә үлтерелгәндән һуң, Аттила бөтөн ҡәбиләләрҙе үҙ ҡулы аҫтына алды»[22]. Марцеллин Комит менән «Галлия йылъяҙмаһы» ла ағаһының үлемендә Аттиланы ғәйепләмәй генә Бледаның алдашыу юлы менән үлтерелеүен дәлилләй.

412 йылдар тирәһендә һун юлбашсыһы Донаттың һәләкәте тураһындағы хикәйәтендә тарихсы Олимпиодор Донаттың да вәғәҙәгә алданып үлтерелеүе[23] тураһында яҙа, тик уның үлемендә Рим халҡы йәки уларҙың союздаштары ғәйепле тип һанай.

444 йылдан 453 йылға тиклем Аттила үҙ эсенә Дунайҙан төньяҡҡа табан йәйелгән, Ҡара диңгеҙ буйынан Рейнға тиклемге территорияларҙа көн күргән варвар ҡәбиләләрен үҙ эсенә алған һундарҙың ҡеүәтле империяһы менән бер үҙе идара итә.

Көнсығыш Рим империяһы менән һуғыш. 441—447 йылдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Византияға беренсе поход. 441—442 йылдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һундарҙың Римгә һөжүме. Рәссам Ульпиано Кеки.

Бледа менән Аттиланың Византияның Иллирик привинцияһына (хәҙерге Сербия) беренсе һуғыш хәрәкәттәре 441 йылда башлана[24], был мәл көнсығыш римляндар өсөн бик ҡулайһыҙ була, сөнки уларҙың ғәскәрҙәре Сицилиялағы перстар һәм вандалдарҙың короле Гейзерих менән көрәшкә йүнәлтергән була. Гейзерих утрауға 440 йылда төшөп ултыра, киләһе йылдың яҙында уға ҡаршы Византия полководецы Ареобинд етәкселегендә экспедиция корпусы ебәрелә. Ареобинд Сицилияға килеп еткәндә вандалдар унда булмай инде. Шул уҡ 441 йылда Византияның Кесе Азиялағы биләмәләренә перстар һөжүм итә, һуғыш тыныслыҡ килешеүе һәм Анатолияның көнсығышында Византия көстәре менән идара итеүсе яғынан ташламалар менән тиҙ арала тамамлана[25].

Приск яҙыуынса, һуғыш һундарҙың римляндарҙың хәҙерге Белград районындағы сауҙа йәрминкәләренә һөжүме менән башлана. Һөжүмдең сәбәбе булып Марг ҡалаһының[26] епископы һун хазиналарын (уларҙың батша кәшәнәһенән булыуы ихтимал[27]) урлауы тора. Марг баҫып алына, Дунай буйындағы яҡын ятҡан иң эре ҡалалар Сингидунум (хәҙерге Белград) менән Виминаций (хәҙерге Сербияның Костолац ҡалаһы) емерелә. Һундар Дунай буйлап көнсығышҡа Ратиарияға (хәҙерге болгар ауылы Арчар) һәм көньяҡҡа Морава үҙәне буйлап Наиссҡа (хәҙерге Сербияның Ниш ҡалаһы) китә.

Һундар үҙҙәренә буйһонған халыҡтарҙың төҙөлөш эштәрендәге тәжрибәһен файҙаланып, нығытылған ҡалаларҙы яулауын аңлатыу өсөн Наиссҡа һөжүм Приск тарафынан ярайһы тулы һүрәтләнә[28]. Әммә Эдвард Томпсон Приск тексының әҙәби стиле яҡынса б. э. тиклем 430 йыл элек[29] Фукидид тарафынан Платеяны ҡамауҙы һүрәтләүенә оҡшаш булыуын белдерә. Тик башҡа тарихсылар Томпсондың фекере менән килешмәй[30], грек телендә яҙыусыларҙың араһында классик әҙәбиәт өлгөһөнә эйәреүселәрҙең булыуы хаҡында әйтә[31].

448 йылда Прикс Византия илселеге составында Ниш (Наисс) аша үтә һәм уны «бушап ҡалған һәм дошмандар тарафынан емерелгән килеш» таба[32].

442 йылда хәрби хәрәкәттәр туҡтаған булырға тейеш[33]. 442 йылда император Феодосий вандалдар менән татыулыҡ урынлаштырғас, Ареобинд ғәскәре Сицилиянан хәрби хәрәкәт туҡтатылған Фракияға ташлана[34]. Фракияны һаҡлауҙа Византия ғәскәрҙәре менән Аспар етәкселек итә[35].

Приск яҙмаларына ярашлы, һундар хәҙерге Сербия районында Дунайҙан көньяҡҡа табан бик көнлөк юл алыҫлығындағы территорияны яулап ала.

Византияға икенсе поход. 447 йыл

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һундар империяһы

Был ике поход арауығында Бледа үлеп ҡала һәм Аттила бөтөн һундарҙың көс-ҡеүәтен үҙенең ҡулына туплай. Был осорҙа һундар акацирҙар, Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы күсмә халҡы менән һуғыша, был турала Приск менән Аттиланың көрәштәше Онегесийҙа тотҡон булған бер гректың әңгәмәһенән билдәле[36].

Византияға походтар йылъяҙмаһы, ҡайһы походта ниндәй ҡалалар ҡулға алынған, ҡасан тыныслыҡ килешеүе төҙөлгән (Прикс фрагменты буйынса билдәле) — былар барыһы ла төрлө тикшеренеүселәр тарафынан төрлөсә билдәләнә[37].

Аттиланың Византияға һуғыштарын тарихсы О. Д. Менхен-Хельфен «Һундар донъяһы» тигән хеҙмәтендә яҙа. Беренсе походтан һуң Аттила Византиянан килешелгән яһаҡты һәм һатлыҡ йәндәрҙе талап итә. Император Феодосий һундарҙың бындай түбәнһетеүсе талаптарын үтәгәнсе, һуғыш башлау яҡшыраҡ, тигән ҡарарға килә[38]. Ул саҡта Аттила Ратиарияны баҫып ала һәм 446 йәки 447 йылда ошонан Византияның Балкан биләмәләренә һөжүм итә. Марцеллин Комит йылъяҙмаларында 447 йыл аҫтында ошондай яҙыу ҡалдыра: «Тәүгеһенә (441—442) ҡарағанда ауырыраҡ һуғышта Аттила бөтөн Европаны[39] тиерлек саңға әйләндерҙе»[40].

Ратиариянан көнсығышта урынлашҡан Утум[41] йылғаһындағы бәрелештә хәрби начальник Арнегискл (Arnegisclus) етәкселегендәге Византия ғәскәре тар-мар ителә, Арнегискл алышта һәләк була[42].

Һундар Ратиариянан көнсығышҡа, Дунай һәм Балҡан тауҙары буйлап Маркианополгә[43] тиклем китә, был ҡаланы алғас, көньяҡҡа әйләнеп, Пловдив (Филиппополь) менән Люлебургаз (Аркадиополды) баҫа. Был һуғыштың киң ҡоласлы булыуын был заманда йәшәгән Каллиниктың һүҙҙәренә ҡарап билдәләргә була, уның әйтеүенсә, һундар 100-ҙән ашыу ҡаланы баҫып ала[44], Фракияны тулыһынса емерә. Приск Иллирик менән Фракияның сигендә урынлашҡан ҙур булмаған ҡәлғә Асимунт халҡының дошманға ҡаршы көрәшен айырыуса ентекле һүрәтләй, шаһиттар һүҙенә ҡарағанда, улар һундарҙы кире ҡаға[45].

Хәүефте хатта Константинополдә лә тоялар, ҡала 447 йылдың 27 ғинуарында булған көслө ер тетрәүенән (447 йылдың 27 ғинуары)[40] өлөшләтә емерелгән була. Һундар килгәнгә тиклем (447 йылдың майына) ҡаланың диуарҙары тулыһынса тергеҙелгән булғанмы, билдәһеҙ. Ҡаланан күптәр ҡасып китә[46], хатта император Феодосий үҙе лә ҡасырға әҙер була[47]. Несторий «Bazaar of Heracleides» тип аталған автобиографик хеҙмәтендә ҡаланың тәреләр күтәреп, мөғжизәле рәүештә ҡотолоп ҡалыуын һүрәтләй. Тәреләрҙе күргән һундар тәртипһеҙ рәүештә сигенә башлай.

Һундарҙың ғәскәрҙәре Мәрмәр диңгеҙенә сыға һәм, Фермопилам янында туҡтап, Грецияға яҡынлай[40]. Херсонес Фракия ярымутрауында һундар менән тағы бер алыш була һәм унан һуң Византия өсөн ауырлыҡтар килтергән тыныслыҡҡа ҡул ҡуйыла[48].

Византия менән тыныслыҡ килешеүе. 448—450 йылдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һундарҙың Византия менән килешеүе Присктың һаҡланып ҡалған фрагментында һүрәтләнгән:

Һундарға дошман яғына сыҡҡан һатлыҡ йәндәрҙе һәм 6 мең литр алтынды (яҡынса 2 тонна) түләргә; йыл һайын 2 мең 100 литр алтын күләмендә яһаҡ түләргә; һундарҙан ҡасҡан һәм үҙ еренә һалым түләмәйенсә күскән һәр Рим хәрби әсире өсөн ун ике алтын түләргә; әгәр ҙә әсирҙе ҡабул итеүселәр был хаҡты түләмәһә, улар һундарға ҡасҡынсыны бирергә тейеш. Римляндарға уларға ҡасып килгән бер варварҙы ла ҡабул итмәҫкә[48].

Император Феодосийҙың 444 йылдың 29 ноябрендәге эдиктында (һундарҙың беренсе походынан һуң) ер биләмәләре өсөн һалым күләме кәметелһә[49], хәҙер бөтөн ташламалар юҡҡа сыҡҡан. Хатта хәлле граждандар шәхси милкен һәм ҡатындарының биҙәнеү әйберҙәрен һата башлаған. Прикс әйтеүенсә, был һуғыштан һуң Византия халҡын шундай фәҡирлек баҫа, күптәр аслыҡтан үлә, йәки муйынын элмәккә тығыуҙы хуп күрә[48]

Аттила мәжлесе. Һулда Византия илсеһе һәм тарихсы Приск. Рәссамы Тан Мор (Mór Than) (1870) Приск мемуарҙары буйынса.

Византия үҙенең иңенә төшкән яһаҡты түләй, 448 йылда Аттиланың һун ерҙәренән ҡасҡан ҡасаҡтарҙы ҡайтарып биреү һәм ул баҫып алған территорияларҙа — Дунайҙан Наиссҡа һәм Сердикка (хәҙерге София) тиклемге ерҙәрҙә ауыл хужалығы эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүҙе туҡтатырға тигән талаптары ғына ҡала. 448 йылда хәҙерге Венгрия тирәһендә торған Аттиланың туҡталышына Византия илселеге составында тарихсы Приск та бара. Приск Аттиланы уның ышаныслы хәрби етәкселәренең береһе Эдекон аша үлтерергә маташыу ваҡиғаһы тураһында яҙа. Эдекон был йәшерен килешеүҙе Аттилаға әйтә, әммә ул Византия илселегендә тәржемәсе вазифаһында булған Вигиланы йәлләй һәм унан ғәйебен юйыр өсөн ҙур һалым ала.

448 йылда Аттила өлкән улы Эллакты Ҡара диңгеҙ буйындағы акацирҙар ҡәбиләһенә юлбашсы итеп ҡуя. 449 йылда Византия илселәре Анатолий менән Номға империяға Дунай буйы ерҙәрен кире ҡайтарыу һәм һундарҙан ҡасыусыларҙың мәсьәләһен ҡабат ҡарауҙы яйға ҡалыуға ирешә. Прикс билдәләүенсә, Аттила менән ҡаршылыҡтар тамамлана[50].

450 йылдың июлендә ипмператор Феодосий аттан ҡолап үлә. 25 августа императорҙың апаһы Пульхерия Византияға яңы батша — хәрби етәксе Маркианды ҡуя, ул һундарға элеккесә яһаҡ түләүҙән баш тарта[51]:

Восточный император объявил, что он не обязан платить назначенной Феодосием дани; что если Аттила будет оставаться в покое, то он пришлёт ему дары, но если будет грозить войною, то он выведет силу, которая не уступит его силе.

Ошо уҡ мәлдә Аттиланың Көнбайыш Рим империяһы менән дә араһы киҫкенләшә, сәбәбе Рим императоры Валентиниан III-нең апаһы Гонория Аттиланы саҡырып алыуҙа була.

Гонорияның һундар батшаһына нисек ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе Юст Гратт яҙмаһында һүрәтләнгән.

Аныҡ мәғлүмәттәр булмауы сәбәпле, боронғо йылъяҙмасылар уларҙы башлыса Константинополдә тыуған легендалар менән алыштырған. Мәҫәлән, VI быуатта йәшәгән Иоанн Малала Аттиланың илселәр аша Маркиан менән Валентианға уның өсөн һарайҙарын әҙер тотоуҙарын әйтеп ебәреүе тураһында яҙа[52]. 451 йылдың иртә яҙында һундар һәм Аттилаға буйһонған башҡа ҡәбиләләр Галлияға бәреп инә.

Көнбайыш Рим империяһы менән һуғыш. 451—454 йылдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галлияға поход. 451 йыл

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һундар Галлиялағы вилланы талай
Рәссам G. Rochegrosse (1910 й.)

451 йылдың 7 апрелендә һундар Мец, шулай уҡ Трир, Кельн, Реймс, Тонгер, Труа ҡалаларын баҫып ала. Аттила Галлияның үҙәгендәге Орлеанға етә. Әгәр ул ҡаланы алған булһа, күперҙәр аша Галлияның көнбайышындағы весготтарҙың Тулугуз короллеге биләмәләренә үтә алыр ине. 14 июлдә, ҡаланың диуарҙары емерелеп бөттө тигәндә Орлеанға Рим полководецы Аэций һәм вестготтарҙың короле Теодорихтың берләшкән ғәскәрҙәре ярҙамға килеп етә.

Аттила Труа ҡалаһында булһа кәрәк Сенаның уң ярына сығып, Каталаун яланына (Орлеандан көнбайышҡа 200 саҡрымдан ашыу) китә. Труанан төньяҡҡа, хәҙерге Шампань провинцияһының киңлектәрендә төп бәрелеш була, уның датаһы һәм урыны билдәле түгел. Ике яҡ та юғалтыуҙар кисерә, король Теодорих I һәләк була. Аттила ғәскәрҙәре күберәк зыян күргән ахыры, икенсе көнөнә улар ылауҙар менән уратып нығытылған лагерға бикләнә. Инициатива гот-рим коалицияһына күсә, шулай ҙа яңынан король булып һайланған Торисмунд үҙенең власын ағаларынан һаҡлау өсөн ғәскәрен беренсе булып яу яланынан алып китә. Һуңынан бер кем тарафынан да эҙәрлекләнмәгән Аттила сыға. Ул иҫән ҡалған ғәскәрен Дунай аръяғына алып сыға, һуңынан 452 йылда ошонан Италияның төньяғына һөжүм итә.

Италияға поход. 452 йыл

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аттила Италияның символик образданына һәм музаларға һөжүм итә. Делакруа фрескаһы, яҡынса 1840 йыл.

452 йылдың йәйендә Аттила Италияға Паннония яғынан һөжүм итә. Тәүҙә Адриатик диңгеҙ яр буйындағы ул ваҡыттағы иң ҙур ҡала Аквилея һөжүмгә эләгә. Тарихсы Иордан буйынса, «Аттила нисек кенә ҡаланы яулап ҡарамаһын, ҡала эсендәге Рим яугирҙары ныҡ тора»[53]. Әммә Аттила ҡаланы ала[54]. Иордан ҡаланың эҙе лә ҡалмаҫ, тип борсолһа ла, уны тергеҙәләр, тик киләһе быуатта ул тәбиғи рәүештә юҡҡа сыға, сөнки лангобардтар һөжүменән һуң халыҡ диңгеҙ тарафынан яҡшыраҡ һаҡланған икенсе ҡалаға — Венецияға күсеп бөтә.[55].

Венецияның башҡа ҡалалары ла алына һәм Аттила төньяҡ Италияның көнбайышына йүнәлә. Рим ғәскәрҙәре менән етәкселек иткән Аэций дошман һөжүменән По йылғаһы буйлап һаҡланырға хәл итә. Ошондай уҡ тактика римляндарға 550 йыл элек кимврҙар баҫып инеүе мәлендә ярҙам иткән була.

Б. э тиклем 102 йыл элек По йылғаһынан төньяҡтағы ерҙәр варварҙарға бирелә, һөҙөмтәлә Галлиянан килгән көслө ғәскәр килеп етеп өлгөрә. 401 йылда готтарҙың Италияның төньяғына походы ла ошо рәүешле ойошторола. Готтар Аквилегияны баҫып алып, төньяҡ Альптарға ҡарай йүнәлә, тик рим ғәскәрҙәре менән етәкселек иткән Стилихон уларҙы По йылғаһына көньяҡтараҡ йүнәлештә Италияға үткәрмәй һәм һөжүм яһай.

Һундар Мидиоланум (хәҙерге Милан), Тицинумды (хәҙерге Павия) яулай. Медиоланумда Аттила император һарайын биләй (ҡала V быуат башында Рим империяһының баш ҡалаһы була). Суда билдәләүенсә, Аттила аяҡтары аҫтында үле скифтар ятҡан Рим императорҙары һүрәтен күреп ҡала. Шул саҡта ул рәссамды табып килтереүҙәрен һәм яңы картина эшләүен һорай. Унда тәхеттә Аттила ултыра, ә рим императорҙары уның аяғына тоҡтарҙан алтын һибә[56]. Медиоланумдың күпселек халҡы ҡасып китә, уларҙың торлағы талана йәки яндырыла, ә сиркәүҙәр емерелә[57].

Папа Лев I (1514 йылда Ватиканда Аттила менән осраша. Рафаэль фрескаһы

Рим папаһы сәркәтибе Проспер үҙенең йылъяҙмаһында папа Лев абруйлы римляндар Авиена һәм Тригетия оҙатыуында һундарҙың юлбашсыһы менән осрашып, уны Дунайҙың аръяғына китеүен һорай[58].

Тик 512 йылда Рим папаһына яҙылған хаттан папа Левтың Аттилаға килеүенең маҡсаты асыҡлана. Папа Лев рим әсирҙәрен, шул иҫәптән, мәжүсиләрҙе лә азат итеү буйынса килешеүҙәр алып бара[59]. Аттиланың Италиянан китеүенең сәбәптәре Идацияның йылъяҙмаһында һүрәтләнә[60]:

«Император Маркиан ебәргән Аэция етәкселегендәге өҫтәмә ғәскәрҙәр һундарҙы үҙ туҡталҡаларында уҡ киҫә. Улар шулай уҡ күктәр тарафынан ебәрелгән тағун (чума) сиренән ҡырыла».

Тарихсылар йылъяҙмала телгә алынған Аэцияның шәхесе хаҡында бер һүҙгә килә алмаған. Томсон уны Флавия Аэция, тип иҫәпләй һәм поход һундарҙың иң йыраҡтағы тылдарына ла үтеп инә, ти, Менхен-Хельфен был кешенең Флавий Аэций булыуында шикләнмәй ҙә, ә Византия ғәскәре Италияға диңгеҙ аша барып, шунан һөжүм итә, ти. Тарихсыларҙың бер нәмәлә фекере уртаҡ: һундарҙың Италияны ҡалдырыуының төп сәбәбе — тағун эпидемияһы.

Галлияға һөжүм. 453 йыл

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Италиянан ҡайтҡандан һуң, Аттила тағы ла мәрхүм император Феодосий II менән килешелгән яһаҡты таптырып Византияға янай башлай. Император Маркиан һундарҙың башлығы менән һөйләшеп тә ҡарай, бүләктәр ебәрә, әммә Аттила уларҙан баш тарта. Иордан фекеренсә, был янауҙар менән Аттила үҙенең пландарын йәшерергә генә маташа: «Ошо рәүешле хәйләкәр Аттила бер яҡты ҡурҡыта, икенсе яҡҡа ҡорал ебәрә»[61].

Аттила Галлияның үҙәгендәге Луараға урынлашҡан аландарға рейд яһай. Тик весготтарҙың короле Торисмунд ярҙамға килеп өлгөрә, Аттила Паннония менән Дакияға сигенергә мәжбүр була.

453 йылда Аттила үлеп ҡала һәм был үлем Рим империяһы сиктәренә даими янап торған хәүефте юҡҡа сығара[62].

Аттиланың үлеме һәм империяһының тарҡалыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аттила танауынан ҡан китеп үлә. Иордан Аттиланың үлемен яҙып ҡалдыра:

«Аттиланың ҡатындары иҫәпһеҙ булһа ла, йола буйынса ул Ильдико исемле йәш матур ҡыҙға өйләнә. Туйҙа йәш кәләштең наҙынан, шараптан ауырайып, йоҡлаған саҡта танауынан килгән ҡанға тонсоғоп үлә. Дала уртаһына ҡуйылған ебәк тирмәгә уның мәйетен ҡуялар. Һун ҡәбиләһенең һайлап алынған иң шәп һыбайлылары уны уратып йөрөй, уның батырлығы йырҙарҙа йырлана. Уны ерләгәс, ҡәберенә ҡурған өйәләр. Хушлашыу табыны ла шунда була. Төндә мәйетте беренсеһе — алтындан, икенсеһе — көмөштән, өсөнсөһө тимерҙән яһалған өс ҡатлы табутҡа һалалар һәм йәшерен рәүештә күмәләр. Ундағы байлыҡтар күңелен иләҫләндереп тормаһын өсөн был эштә ҡатнашыусыларҙың барыһын да үлтерәләр»[63].

2014 йылда Будапештта Дунай аша һалынған яңы күперҙе төҙөгәндә бик абруйлы һундың ҡәбере табыла, уның Аттиланыҡы булыуы ла ихтимал[64].

Тарихсылар билдәләүенсә, Ильдико — герман исеме. Марцеллин Комит «Европаны емергән» Аттиланың йәш ҡатыны тарафынан сәнселеүе хаҡында имеш-мимештәр йөрөүен дә әйтә. Был легенда «Старшая Эдда» эпосында сағылған: бургунд короле Гурдундың апаһы үҙенең иҫерек ире — һундар короле Атлиҙы үлтерә[65].

Аттиланың улдары аталарының империяһын бүлешә башлай, тик Аттила ҡулы аҫтындағы варвар юлбашсылары яңы етәкселәргә буйһонорға теләмәй. Гепидтарҙың короле Ардарих бер нисә герман ҡәбиләһе ихтилалын етәкләп, 454 йылда Недаолағы (Паннониялағы хәҙерге Недава йылғаһы, Саваның ҡушылдығы) бәрелештә Аттиланың өлкән улы Эллакты үлтереп, һундарҙы тарҡата. Бынан һуң һун ҡәбиләләре төрлө урындарға күсә. Аттиланың кинйә улы Эрнак ҡәбиләнең бер төркөмө менән Добруджала урынлаша, башҡа һундарҙы Дунай аръяғына көнсығышҡа, Византия территорияһына ҡыҫырыҡлайҙар, улар унда аҙаҡтан готтар менән һуғыша[66].

Аттиланың һундары тураһындағы аҙаҡҡы мәғлүмәттәр 469 йыл менән теркәлә. Марцеллиндың йылъяҙмаһы буйынса, һундарҙың батшаһы, Аттиланың улы Денгизирихтың башы Константинополгә алып киленә. Һун ҡәбиләһенең ҡалған өлөшө башҡа күсмә халыҡтар менән ҡушыла, VI быуат авторҙары Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ ярҙарынан Көнбайыш Европаны баҫып торған күсмә варвар урҙаларын «һун» этнонимы менән билдәләй башлай.

Аттиланың үлеменә 100 йыл үткәс, Иордан уның тышҡы ҡиәфәтен һәм холҡон һүрәтләй:

Аттила (Атли). «Өлкән Эдда»ның баҫмаһына иллюстрация (1893 й.)

«Ул ныҡ ғорур, ҡарашы һәм кәүҙәһен тотоуы менән үҙенең ҡеүәтен күрһәтеп тора. Һуғыш ярата, үҙе сама белә, аҡыллы, үҙенә ышанғандарға мәрхәмәтле. Тәпәш буйлы, киң күкрәкле, ҙур башлы, бәләкәй күҙле, һаҡалы һирәк, сал тейгән, йәмшек танаулы, тиреһенең төҫө йәмһеҙ»[67].

Приск 448 йылда илселектең һундарға сәйәхәте мәлендә Аттиланың ҡылыҡтарын ентекле өйрәнә. Күп халыҡтарҙың юлбашсыһы үҙенең хәрби башлыҡтарынан ябай кейемдә йөрөүе, ҡоралын алтын менән биҙәмәүе, ҙур табындарҙа бөтөн ҡунаҡтарға ризыҡ көмөш һауытта бирелгәндә лә ағас һауыттан ашауы менән айырылып тора. Аттила бындай табындарҙа үҙен Көнсығыштан килгән күсмә халыҡтарҙың юлбашсыһы һымаҡ түгел, ә урта быуаттағы герман короле кеүек тота.

451 йылда Галлияға һөжүме һәм 452 йылда рим папаһы Лев менән осрашыуы католик әҙәбиәттә лә эҙ ҡалдыра. Урта быуаттарҙа Аттиланы Хоҙай ҡамсыһы йәки Хоҙай асыуы тип атай башлайҙар, йәғни, Хоҙай Тәғәләгә тейешенсә хеҙмәт итмәгән өсөн ул һундарҙың башлығын яза итеп ебәрә, тигән фекергә инана башлайҙар. VII быуат башында Исидор Аттиланың һундарына ҡарата нығынған ҡараштырҙы яҙып ҡалдыра[68]:

«Хоҙай Тәғәлә үҙенә ышаныусыларҙың иманы кәмей башлағанын тойһа, улар донъяның ымһындырғыс нәмәләрен һәм уның гонаһтарын кире ҡағып, күк ханлығына инһендәр өсөн уларға һундарҙы ебәрә».

Һуңғараҡ Аттиланы көнбайыш цивилизацияһын емереүсе ҡырағай варвар итеп кенә ҡарай башлайҙар.

Сиркәү традицияларынан айырмалы рәүештә, герман эпосында Аттила герман королдәренә тиң изге, ҡунаҡсыл һәм ғәҙел башлыҡ булараҡ һүрәтләнә. 1200 йыл тирәһендә венгер короллегендә күсереп яҙыусы булып хеҙмәт иткән Аноним исемле кеше «Венгрҙар эшмәкәрлеге» («Gesta Hungarorum») тип аталған әҙәби әҫәр яҙа. Унда ул мадьяр королдәре һәм дворяндарының сығышын асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя[69]. Тарихи сығанаҡтар булмау сәбәпле, автор үҙенең героик тарихында Аттиланы венгр королдәренең тәү бабаһы итеп һүрәтләй[69]. Анонимдың фекерен Шимон Кезаи "Венгрҙар тарихы"нда артабан үҫтерә.

Археология ғалимы Лотте Хедеагер скандинавия сагаларындағы Один образы боронғо германдарҙың аллаһы Вотан менән Аттиланың образы ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән, тип яҙа. Был турала уларҙың мифологик биографияһы, эпостағы сюжеттың һундарҙың яу юлына оҡшаш булыуы, шулай уҡ ул ваҡыттағы археологик табыштарҙа һүрәтләнгән юғары аллаһтың эволюцияһы һөйләй[70].

Сәнғәттә Аттила образы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аттила (миҙал)

2009 йылда Ҡаҙағстан Милли банкы «Бөйөк полководецтар» серияһында «Аттила» көмөш аҡсаһын сығара. Ул 925 келәймәләге көмөштән һуғылған, ауырлығы 31,1 грамм, диаметры 38,61 мм[71]. Аҡсаның алғы яғында һыбайлы яугир, артҡы яғында Аттиланың һүрәте төшөрөлгән алтын ялатылған боронғо медальон төшөрөлгән. Был тәңкә Санкт-Петербургта үткән «Тәңкәләр йондоҙлоғо — 2010» халыҡ-ара конкурсында «Йыл тәңкәһе» номинацияһында диплом алған[72].

Аттила — Этцель исеме аҫтында «Нибелунгтар тураһындағы йыл» герман эпосында төп герой.

  • Данте «Илаһи комедия» (1321) әҫәрендә Атиланы үҙенең бер персонажы итеп ҡуя һәм уны «ер ҡамсыһы» тип атай.
  • Геза Гардони, «Невидимый человек» тарихи романы/ «A lathatatlan ember» (1901)
  • Евгений Замятин, «Бич Божий» романы, 1935
  • Дмитрий Кедрин, «Свадьба» поэмаһы, 1940
  • Ажди, Морат «Европа, тюрки, Великая степь», М., Мысль, 1998
  • Бувье-Ажан М. «Аттила — Бич Божий», М., 2003
  • Аджи, Морат «Тюрки и мир: сокровенная история», М., ООО «Издательство АСТ», 2004
  • Эдвард Хаттон «Аттила. Предводитель гуннов». М., 2005.
  • Билык Иван. «Меч Арея». Киев, 2005
  • Соловьев Анатолий «Аттила. Сокровище Аттилы» Тарихи роман. М., 1997
  • Дитрих Уильям «Бич Божий», Тарихи роман.
  • Уильям Нэйпир «Аттила» (Человек или демон). М., 2008
  • Christopher Kelly «Attila the Hun: Barbarian Terror and the Fall of the Roman Empire», Bodley Head, 2008
  • «Аттила» (1846) — итальян композиторы Джузеппе Верди операһы
  • «Attila» (2004) — «Iced Earth» Америка хэви-метал төркөмөнөң «The Glorious Burden» альбомындағы йыр
  • «Аттила» (2007) — Дмитрий Ревякиндың «Жатва» альбомына ингән йыр
  • «Аттила» (2011) — Рәсәйҙең «Ария» хэви-метал төркөмөнөң «Феникс» альбомына ингән йыр
  • «Attila» (2011) — «Алдаспан» ҡаҙаҡ этник төркөмөнөң дебют альбомы
  • Attila (2005 йылдан — әлеге кәнгә тиклем) — Атлантанан дэткор-төркөм
  • «Аттила» (Италия-Франция, 1954). Аттила ролендә — Энтони Куиин (ысын исеме — Антонио Оахака)
  • «Знак язычника» (АҠШ, 1954). Аттила ролендә — Джек Пэланс (Владимир Ивановия Паланнюк)
  • «Аттила-завоеватель» (2001) — мини-сериал, Аттила ролендә — Джерард Батлер
  • Этцель (Аттила) — Фриц Лангтың 1924 йылда төшөргән «Нибелунгтар» һүҙһеҙ фильмының бер төп геройы (башҡарыусы Рудольф Кляйн-Рогге) һәм 1967 йылда Германия Федератив Республикаһында төшөрөлгән «Нибелунгтар» ике сериялы художестволы фильмы (Герберт Лом)
  • Аттила — «Ночь в музее», «Ночь в музее 2» һәм «Ночь в музее 3» фильмдары геройы (башҡарыусыһы — Патрик Галлахер)
  • «Тайны древности. Варвары» 3-сө бүлек. Һундар (АҠШ, 2003)
  • «Бөйөк һуғышсылар» ВВС циклында Аттилаға 45 минутлыҡ фильм бағышланған.

«Маска» йәнһүрәтенең беренсе миҙгелендә 13-сө серияла

  • «Age of Empires II», «The Conguerors» компьютер уйындарына өҫтәмәлә, шулай уҡ «Age of Empires II HD» уйынында Аттила бар,
  • «Sid Meiers Civilization V»
  • «Total War Attila»
  1. Имена перечисляются у Иордана в «Гетике»
  2. Homant Balint. Szekly\'liler. // Bulleten, 20. Ist. S. 601
  3. Произведения скандинавского и германского эпоса, такие как «Старшая эдда» и «Песня о Нибелунгах», а также более поздние средневековые сочинения называют имена и других детей Аттилы (Аттли) — Шарпфе, Орте, Эрпе и Эйтил — однако доказать их реальное существование не представляется возможным (Dictionary of Medieval Heroes: Characters in Medieval Narrative Traditions ... - Willem Pieter Gerritsen, Anthony G. Van Melle, Tanis M. Guest).
  4. Иордан, «Гетика», 178
  5. Письменные источники | Ульвдалир. Эпоха викингов, история Скандинавии
  6. В древнейшем памятнике германской поэзии «Видсиде» (создавался на протяжении IV—VII вв.) вождь гуннов Этла (Аттила) перечислялся вторым после самого «сильного» из людей, Александра (Македонского).
  7. Вероятно, имя Аттила, как и другие гуннские имена, восходит к тюркским языкам (atta/ata — отец, el/il — пространство, страна (край, река)), причём эта этимология была заимствована и понимаема другими народами. Отсюда происходят различные «национальные» версии происхождения гуннских имён. По одной из таких версий имя Аттила — готского (или гепидского) происхождения и означает «батюшка» (atta — «отец» + уменьшительно-ласкательный суффикс -ila). По одной из экзотических версий имя Аттила связано с хазарским названием Волги — Attil/Atil/Atel/Atal Г. Дёрфер («О языке гуннов», 1973) и Дж. Бьюри отметают эту версию.
  8. Еникеев З. И. Когда и как возникла Башкирская республика? // Ватандаш. — 2009. — № 3. — ISSN 1683-3554.
  9. В 424 году узурпатор Иоанн послал Аэция в Паннонию, откуда последний привёл 60 тыс. гуннов, но узурпатор был уже казнён. См. J. B. Bury, History of the Later Roman Empire, ch. 7.3
  10. 10,0 10,1 Иордан (Гетика, 180): «Этот самый Аттила был рождён от Мундзука [Mundzuco], которому приходились братьями Октар и Роас; как рассказывают, они держали власть до Аттилы»
  11. В разных источниках по-разному его именовали или переводили имя. Руа (‛Ροΰας) у грекоязычного Приска, наиболее достоверного источника. Это же имя переводится как Роас на латинский у Иордана, который пользовался сочинением Приска. Анонимная «Галльская хроника 452 года» называет его Ругила или Руга, Феодорит Кирский — Роил.
  12. Приск в пер. Дестуниса, фр. 1
  13. 1 византийская литра равна римскому фунту, то есть около 330 г.
  14. Феодорит Кирский (Церк. истор., 5.37): «Когда предводитель кочующих скифов Роил с многочисленным войском перешёл Истр, опустошал и грабил Фракию с угрозой, что осадит царственный город и при первом приступе возьмёт его и разрушит, Бог бросил с неба громы и молнии и ими истребил как его самого, так и всё его войско».
  15. «Галльская хроника 452 года» (434 год): Rugila Rex Chunorum, cum quo pax firmata, moritur, cui Bleda succedit.
  16. Империя обязалась возвращать назад беглецов от гуннов, включая уведённых в плен её граждан, либо выплачивать за них по 8 золотых монет.
  17. Идаций (Olymp. CCCIV.): Burgundionum caesa viginti millia.
  18. Бьюри, Джон Багнелл (Bury, John Bagnell) (1861—1927), английский историк. Лучшие исследования Бьюри посвящены позднему периоду истории Римской империи.
  19. Суда, zeta, 29. Также Priscus fr.11 FHG (4.96).
  20. Марцеллин Комит (442 г.): Bleda et Attila, fratres, multarumque gentium reges, Illyricum Thraciamque depopulati sunt.
  21. Проспер Аквитанский (444 г.): «Attila rex Chunorum Bledam fratrem et consortem in regno suum perimit eiusque populos sibi parere compellit.»
  22. Иордан (тарихсы), «Гетика», 181
  23. Олимпиодор, «История» в выборках Фотия, 18
  24. Марцеллин Комит (441 г.): Hunnorum reges numerosis suorum cum millibus in Illyricum irruerunt: Naisum, Singidinum, aliasque civitates, oppidaque Illyrici plurima exciderunt.
  25. Феодорит, V.37; Марц. Комит, 441 г.; Новелла от Феодосия II от 26 июня 441, V.1
  26. Марг (Μάργος), город при впадении Моравы в Дунай.
  27. Приск в переводе Дестуниса, фр. 2. Разорение священниками языческих могил было нередким явлением, хотя высшее духовенство выступало против этого (см. проповеди Иоанна Златоуста).
  28. Приск, фр. 1b (Muller, F.H.G. v.25f, Dindorf, Hist. Gr. Min., v.i, Priscus, p. 279).
  29. E. A. Thompson, The Classical Quarterly, Vol. 39, No. 3/4 (1945), pp. 92-94
  30. Peter J. Heather, The Fall of the Roman Empire, Oxford University Press US, 2006, p. 301. ISBN 0-19-515954-3
  31. Также критики указывали, что основной мотивацией Томпсона было его неверие в высокий технический уровень военного дела у гуннов (П. В. Шувалов, Чуждое: опыты преодоления. Очерки из истории культуры Среднеземноморья, М.: Алетейа, 1999, с. 259).
  32. Приск в переводе Дестуниса, фр. 8
  33. Марцеллин Комит сообщил об опустошении Аттилой и Бледой в 442 году западной Фракии, после чего запись о новом набеге появляется под 447 годом.
  34. Проспер Аквитанский (442 г.): «Поскольку гунны опустошили Фракию и Иллирик диким образом, армия из Сицилии возвратилась для защиты восточных провинций».
  35. В 1-м походе гуннов на Византию Аспар лишился своего шута Зеркона, захваченного Бледой (Суда, zeta, 29).
  36. Этот грек был захвачен гуннами во Фракии и позднее получил свободу, сражаясь на войне против акациров. Ко времени посольства Приска в 448 году грек успел создать семью и произвести детей.
  37. В частности Д. Б. Бьюри и следующий ему Е. Томпсон относят условия мирного договора с Византией, известные по фрагменту Приска, к соглашению в 443 году. Дестунис, анализируя текст Приска, датирует их 447 годом, как и Тиллемонт, О. Д. Менхен-Хельфен и др.
  38. Приск в переводе Дестуниса, фр.3
  39. Византийская провинция на северо-востоке совр. Болгарии
  40. 40,0 40,1 40,2 Марцеллин Комит, г. 447
  41. Современная болгарская река Вит, правый приток Дуная. Протекает мимо Софии. Во времена Византии река разделяла придунайские провинции Прибрежную Дакию и Нижнюю Мезию.
  42. Марцеллин Комит (г. 447); Иордан («Romana», 331); Chronicon Paschale (ed. Bonn, 586)
  43. Исчезнувший город вблизи современной болгарской Варны, раскопан археологами и стал туристической достопримечательностью.
  44. Каллиник, «Житие Св. Гипатия». Галльская хроника 452 года сообщает о разорении гуннами не меньше 70 византийских городов.
  45. Приск в переводе Дестуниса, фр. 5. : «Уступая неприятелю в числе, асимунтийцы превышали его мужеством и отвагой. В этой войне они истребили множество скифов; а множество римлян освободили и принимали к себе бежавших от неприятелей.» По завершении войны Аттила был вынужден торговаться, чтобы освободить пленных скифов (гуннов), захваченных асимунтийцами.
  46. Каллиник, «Житие Св. Гипатия»
  47. Несторий, Bazaar of Heracleides, 363
  48. 48,0 48,1 48,2 Приск в переводе Дестуниса, фр. 5
  49. Nov. Theodos. XXVI, 1
  50. Приск в переводе Дестуниса, фр. 11
  51. Приск в переводе Дестуниса, фр. 12
  52. Malalas, XIV, ed. Bonn, 358
  53. Иордан, «Гетика», 220. Некоторые историки предполагают длительность осады в 3 месяца, интерполируя слова Павла Диакона о трёхгодовой осаде Аквилеи (Павел Диакон, Hist. Rom., XIV.8-9).
  54. См. раздел о штурме Наисса
  55. О. Д. Менхен-Хельфен, сноска 687.
  56. Суда, mu, 405 (слово Mediolanon)
  57. О. Д. Менхен-Хельфен приводит цитаты (сноски 663—666) из молебна, данного в Медиолануме вскоре после ухода гуннов.
  58. Иордан обозначил место встречи папы и Аттилы на Амбулейском поле (около города Мантуя). О встрече папы Льва с Аттилой см. статью Легенды об Аттиле.
  59. О. Д. Менхен-Хельфен, сноска 684.
  60. Идаций, XXIX. (Eus. MMCCCCLXI.)
  61. Иордан, «Гетика», 225
  62. 453 год как год смерти Аттилы указан у Проспера Аквитанского и в «Галльской хронике 511 года». Более поздний источник Марцеллин Комит датировал смерть Аттилы 454 годом.
  63. Иордан, «Гетика», 254—258
  64. Hungary: Archeologists Discover Tomb of Attila the Hun 2016 йыл 4 апрель архивланған.
  65. Некоторые авторы проецируют саги германского эпоса на сообщение Иордана, называя Ильдико бургундской принцессой. Так в «Песне о Нибелунгах» женой Этцеля (Аттилы) была бургундская принцесса Кримхильда, а в сказании о Вальтере Аквитанском дочь бургундского короля Гильдегунда удерживалась как заложница при дворе Аттилы.
  66. Иордан, «Гетика», 266
  67. Иордан, «Гетика», 183
  68. Исидор, «История готов», 29
  69. 69,0 69,1 Россиянов О. К. Венгерская литература (до начала XIV в.) // История всемирной литературы: В 8 томах / АН СССР; Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1983—1994. Т. 2. — 1984. — С. 397—399.
  70. Hedeager Lotte. "Iron Age Myth and Materiality: An Archaeology of Scandinavia AD 400-1000". — Routledge: Social Science. — P. 221-223.
  71. «Аттила» вышел в тираж.
  72. Памятная монета «Аттила» награждена дипломом в номинации «Монета года».