Бад-тибира | |
Нигеҙләүсе | Эн-Менлуана[d] |
---|---|
Культура | Шумерҙар |
Дәүләт | Ираҡ |
Административ-территориаль берәмек | Ди-Кар[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Урын | Эш-Шатра[d] |
Бад-тибира йәки Бад-тибиру (шум. bad3-tibiraki — «Баҡырсылар нығытмаһы»[1] йәки «Тимерселәр ҡәлғәһе»[2], хәҙер Тель әл-Мадаин[3]) — көньяҡ Месопотамиялағы иң боронғо шумер ҡалаларының береһе, Итурунгаль каналында урынлашҡан.
Ниппур батшалар исемлегенә ярашлы, Бад-тибира Шумерҙың туфанға тиклемге биш ҡалаһының икенсеһе була, унда өс легендар батша — Энменлуанна, Энменгаланна һәм Думузи көтөүсе — идара итә.
Инаннаның тамуҡҡа төшөүе тураһындағы иртә осор шумер тексында Э-муш-каламма тигән ҡала ғибәҙәтханаһы телгә алына. Был тарихта Инанна йәһәннәмдәге иблистәрҙән уның фәҡирлектә йәшәгән кинйә улы һәм Бад-тибираны ҡурсалаусы Лулалды һайламауҙарын ялбара. Һөҙөмтәлә, улар Кулабта муллыҡта йәшәгән Думузиҙы һайлай. Туфандан һуң Урукта идара иткән «балыҡсы» ҡушаматлы Думузиҙан айырыр өсөн, был Думузиға «көтөүсе»[4] тигән ҡушамат тағалар[5].
Аккадбатшалығы урынлашҡас, Бад-тибира Дур-гургурри тип йөрөтөлә башлай. "Тимер эшендәгеләр" (гугурре) гильдияһының төп торамаһы булған Дур-гургурриҙан һалымдар йыйыу [6] Хаммурапиҙың хатлашыуҙарында ла һүрәтләнә [7]. Эллин осоронда Паутибибл йәки Пантибибл (бор. грек. Παντιβίβλος) тип йөрөтөлә, был Берос, Аполлодор Афинский һәм Абиден хеҙмәттәрендә теркәлгән. Ҡаланың Патибира тигән икенсе атамаһы «Тимерселәр каналы» тигән мәғәнәне бирә. Шуға Бад-тибираның боронғо тимерселәрҙең картвель ҡәбиләһенә ингән тибарендарға ҡағылышы булыуы ихтимал. Был ҡәбилә шул заманда уҡ Урта диңгеҙ буйына сыҡҡан һәм Табал тигән сүр-хет батшалығын нигеҙләгән.
Әл-Мадаин түбәһендә Урҙың өсөнсө династияһынан Амар-Синдың яҙмалары булған кирбес яртылары һәм янған кирбес киҫәктәре табылған, был ҡаланың янғындан һәләк булыуы тураһында һөйләй[8]. Ҡала ҡулдан ҡулға күсә, уға Ларса батшаһы Син-иддинам да, Исин батшаһы Липит-Иштар ҙа хужа була[9].