Балғыуаҡ

Балғыуаҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Ҡуҙаҡ сәскәлеләр
Ғаилә: Ҡуҙаҡлылар
Суб-ғаилә: Күбәләк сәскәлеләр
Ырыу: Балғыуаҡ
Латинса исеме
Genista L.
Төрҙәре
ITIS 26707
NCBI 49818

Балғыуаҡ (лат. Genísta) —— ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.


Ҡыуаҡ һәм ярым ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, ҡуйы төклө йәки төкһөҙ, бейеклеге 60—150 см тиклем. Буяу балғыуағы япраҡтары ланцет йәки йомортҡа‑ланцет формаһында, герман балғыуағы — оҙонса йәки эллиптик, йөнтәҫ, һеңерсәләре буйынан‑буйына төклө. Сәскәһе тәлгәш сәскәлектә, һары, алтынһыу һары төҫтә, йомортҡа-эллипс йәки йөрәк формаһындағы елкән, төклө йәки төкһөҙ кәмәле. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡуҙаҡ, июль—августа өлгөрә.

Германия балғыуағы.
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Яҡынса 75 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла, Урта диңгеҙҙә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Герман Б. киң япраҡлы-ылыҫлы урманда һәм уның ситтәрендә үҫә, Нуриман районында табылған. Буяу балғыуағы республикабыҙҙың бөтә биләмәһендә һирәкләнгән урмандарҙа, аҡландарҙа, ҡомло һәм аҡбурлы битләүҙәрҙә таралған.

Балғыуаҡ составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, флавоноидтар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Буяу балғыуағы — ағыулы үҫемлек; япраҡтарынан, һабаҡтарынан, сәскәләренән туҡымалар өсөн һары буяу алына.

Сығанаҡтар http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/1525-bal-yua(недоступная ссылка) https://ru.wikipedia.org/w/index.php?tit