Браззавиль

Ҡала
Браззавиль
франц. Brazzaville
[[Файл:
|center|290x435px]]
Герб
Герб
Ил Конго Республикаһы
Статус Баш ҡала
Департамент Браззавиль
Координаталар 04°16′00″ ю. ш. 15°17′00″ в. д.HGЯO
Мэр Кристиан Роже Окемба
Нигеҙләнгән 1880 йыл
Беренсе тапҡыр 1880
Ҡала (башлап) 1880 йыл
Майҙан 263,9 км²
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 320 м
Климат төрө экваториаль
Рәсми тел француз теле
Халыҡ 1 696 392 кеше (2015)
Тығыҙлыҡ 14 081,50 кеше/км²
Этнохороним браззави́лец, браззави́лька, браззави́льцы[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+1
Телефон коды +242-1
Почта индексы илдә ҡулланылмай
Рәсми сайт mairiedebrazzaville.com

Браззавиль (Конго Республикаһы)
Точка
Браззавиль
Точка

Браззави́ль (франц. Brazzaville) — Конго Республикаһының баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы. Конго йылғаһының уң ярында, Киншаса ҡалаһы ҡаршыһында урынлашҡан. 2015 йылда халыҡ һаны 1 696 392 кеше тәшкил иткән[2]. Браззавилдә Конго Республикаһы халҡының өстән бер өлөшө йәшәй һәм ауыл хужалығында мәшғүл булмаған кешеләрҙең 40 проценты самаһы эшләй.

1880 йылдың 3 октябрендә Франция экспедицияһы командующийы Пьер Саворньян де Браззаның бойороғо буйынса Конго йылғаһында француз хәрби посы булараҡ нигеҙ һалына. Ваҡыт уҙыу менән был постан үҫкән ҡала үҙенә нигеҙ һалыусы хөрмәтенә Браззавиль (франц. ville — «ҡала») тип аталған[3].

Браззавиль Конго йылғаһының уң ярында, Конго Демократик Республикаһының баш ҡалаһы Киншаса ҡаршыһында урынлашҡан. Майҙаны: 100 км²[4]. Был донъяла ике баш ҡала бер-береһен күреү сигендә (Ватикан һәм Мальта орденын иҫәпкә алмағанда) урынлашҡан берҙән-бер урын. Ҡаланан көнсығышҡа табан Мбама утрауы (майҙаны — 180 км²) урынлашҡан.

Ҡала тимер юл һәм автомагистраль аша Пуэнт-Нуар порты менән тоташтырылған. Браззавиль тирәләй киң саванналар урынлашҡан, уларҙа был биом өсөн хас булған хайуандар — антилопалар, жирафтар, гепардтар, бихисап ҡоштар һәм йыландар йәшәй. Конго йылғаһында крокодилдар көн итә. Ландшафы сағыштырмаса яҫы, ҡала диңгеҙ кимәленән 230 метр бейеклектә урынлашҡан[5]. Конго йылғаһы аша Киншасаға күперҙәр юҡ, паромдар эшләй.

Браззавиль климаты экваториаль, бында ҡоро һәм дымлы миҙгелдәре асыҡ күренә. Һауаның уртаса йыллыҡ температураһы — 25,3 °С[5]. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ суммаһы — 1388 мм. Дымлы миҙгел — октябрҙән майға тиклем, ҡоро миҙгел июндән сентябргә тиклем дауам итә. Июль һәм август айҙарында, ғәҙәттә, яуым-төшөм көтөлмәй. Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге — 2,3 м/с[5].

Браззавиль климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 37 38 37 41 37 32 33 33 37 37 37 37 41
Уртаса максимум, °C 29 30 30 30 30 27 26 27 29 29 28 28 28,6
Уртаса минимум, °C 22 22 23 23 22 20 19 20 21 22 22 22 21,5
Абсолют минимум, °C 18 18 16 18 17 13 12 11 17 17 14 13 11
Яуым-төшөм нормаһы, мм 154 136 170 196 124 7 2 4 34 136 254 171 1388
Сығанаҡ: Gaisma
Мир путешествий и приключений
Киншасаға һәм Конго йылғаһына күренеш

Браззавиль 1880 йылдың 3 октябрендә Пьер де Браззаның бойороғо буйынса Конго йылғаһында француз хәрби посы булараҡ нигеҙ һалына. Ул Франция экспедицияһы командующийы була. Был ваҡытта хәҙерге Конго Республикаһы территорияһын үҙләштереү әүҙем барған. Француздар Африканың эске райондарында нығыныуға ынтылған, һәм был маҡсаттарға уларға ныҡлы нығытылған ҡәлғә кәрәк булған.

XIX быуат аҙағында ҡала Конго йылғаһында сауҙа пункты булараҡ файҙаланыла башлай. 1903—1910 йылдарҙа ул Франция Конгоһының административ үҙәге булған. 1910 йылда Браззавиль Франция Экваториаль Африкаһы һәм Урта Конго үҙәге, 1958 йылда автономиялы Конго Республикаһы үҙәге тип иғлан ителә. Икенсе донъя һуғышы йылдарында ҡала халҡы Шарль де Голль етәкселегендә «Ирекле Франция» хәрәкәтенә әүҙем булышлыҡ итә.

1960 йылда бойондороҡһоҙлоҡҡа эйә булғандан һуң, Браззавиль бойондороҡһоҙ Конго Республикаһының баш ҡалаһына әйләнә. Бер партиялы сәйәси система тураһында закон ҡабул ителгән. 1991 йылда Браззавилдә властар дәүләт флагын һәм гимнын раҫлай һәм яңы Конституция ҡабул итә.

2012 йылдың 4 мартында Браззавилдә ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә (хәрби келәттәге янғында килеп тыуған шартлауҙар серияһы арҡаһында) 200-гә яҡын кеше һәләк булған, тағы 1500-гә яҡын кеше йәрәхәтләнгән. Биналарҙың байтаҡ өлөшө емерелгән һәм зыян күргән[6].

2010 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Браззавилдә 1 408 150 кеше йәшәгән.

Халыҡ иҫәбенең үҙгәреү динамикаһы:

Йыл Ҡала халҡының иҫәбе
1984 596 200
1996 856 410
2006 1 217 154
2010 1 408 150

Халыҡтың этник составын төрлө Африка халыҡтары тәшкил итә: баконго, батека, мбоши, санга һәм башҡалар. Браззавилдә европалылар һәм американдар аҙ һанлы. Рәсми тел — француз теле, башҡа телдәр ҙә, мәҫәлән, баконго һәм батеке һөйләшкән банту теле киң таралған. Халыҡтың күпселеге: христиандар (католиктар һәм протестанттар) һәм мосолмандар, шулай уҡ урындағы диндәр ҙә тотола.

Браззавиль сәнәғәте машиналар эшләү, туҡыу һәм күн сәнәғәтенән тора. Ҡала портҡа каучук, ағас һәм ауыл хужалығы продукттарын ташый.

Браззавилдә Майя-Майя аэропорты һәм Конго океан тимер юлындағы тимер юл вокзалы урынлашҡан. Ҡала мөһим йылға порты булып тора. Киншаса һәм Банги менән паром бәйләнеше бар. Һәр урамда йәшел төҫкә буялған таксиҙар йөрөй. Улар баш ҡалала транспортта 20 процент самаһы пассажир ташый.

Сәнәғәттең ярайһы ныҡ үҫешеүенә ҡарамаҫтан, баш ҡалала эшһеҙлек кимәленең юғары булыуы күҙәтелә.

Браззавиль Конго Республикаһының мәҙәни үҙәге булып иҫәпләнә. Бында күп кенә башланғыс, урта мәктәптәр һәм профессиональ-техник училищелар эшләй. 1972 йылдан Милли университет эшләй. Ҡалала 2 институт урынлашҡан: Үҙәк Африка тикшеренеүҙәре институты һәм Пастер институты. Бынан тыш ҡалала Милли музей һәм Милли театр эшләй. Браззавилдең төп иҫтәлекле урындарына 1949 йылда төҙөлгән Изге Аннаның рим-католик соборы, ҡалаға нигеҙ һалыусы Пьер Саворньян де Бразза мавзолейы, һөнәрҙәр музейы, президент һарайы, мэрия бинаһы, Конго милли музейы ҡарай. Улар иҫәбендә шулай уҡ Набемба башняһы һәм «Air France» компанияһының офисы инә.

Американың Brazzaville рок-төркөмө ҡала хөрмәтенә аталған.

Ҡалала Мариан Нгуаби университеты урынлашҡан.

  1. Городецкая И. Л., Левашов Е. А.  Браззавиль // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 56. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
  2. Административное деление Республики Конго (ингл.). GeoHive. Дата обращения: 17 апрель 2011. Архивировано 28 июль 2012 года.
  3. Поспелов, 2002, с. 79
  4. Административные единицы Республики Конго (ингл.). World Gazetteer. Дата обращения: 13 март 2011. Архивировано 24 август 2011 года.(недоступная ссылка)
  5. 5,0 5,1 5,2 Браззавиль — климат (ингл.). Gaisma. Дата обращения: 13 март 2011. Архивировано 24 август 2011 года.
  6. Взрывы в столице Республики Конго унесли жизни около 200 человек. Дата обращения: 5 февраль 2021. Архивировано 5 март 2016 года.
урыҫ телендә
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
башҡа телдәрҙә
  • Chavannes, Charles de. Le Sergent Sénégalais Malamine. — Annales de l'Académie des Sciences Coloniales, 1929. — Т. 3. (фр.)
  • Petringa, Maria. Браззавиль, жизнь для Африки = Brazza, A Life for Africa. — 2006. — ISBN 9781-4259-11980. (инг.)
  • Tiepolo, M. Профиль города Браззавиль = City Profile: Brazzaville. — 1996. — Т. 13. — С. 117—124. (инг.)
  • Brisset-Guibert, Hervé. Небольшой исторический путеводитель по Браззавилю = Brazzaville petit guide historique. — 2007. (фр.)