Ваҡ тауискүҙ | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Saturnia pavonia (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||||||
Синонимы[1] | ||||||||||||||||||
Saturnia pavonia (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||||
|
Ваҡ тауискүҙ[2], йәки төнгө ваҡ тауискүҙ[2] (лат. Saturnia pavonia) — күбәләктәр отрядының тауискүҙҙәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк.
Евразияла таралған.
Ҡанаттары йәйгәндә 6—8 см (ата күбәләктеке бәләкәйерәк), алғылары — һорғолт-аҡ, арҡыры таҫмалар менән, артҡылары — һарғылт‑ерән (инә күбәләктеке һорғолт-аҡ); һәр бер ҡанатта бер нисә тулҡынлы һыҙыҡ һәм ҡара ҡаймалы күҙ һымаҡ тап бар. Ҡанаттарының сите асыҡ-һоро.
Асыҡ-көрән, овал рәүешендәге йомортҡаһын мал аҙығы үҫемлектәренең һабағына һала. Ҡарышлауығы йәшел, эре, сағыу-һары йәки ҡыҙыл сөйәл менән ҡапланған. Үҫемлектәрҙә тығыҙ ҡорт йомғағында ҡурсаҡлана. Ҡурсағы ҡара‑көрән. Башҡортостан шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Ҡурсағы ҡышлай. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты апрель—июнь, инә күбәләк төндә оса, ата күбәләк — көндөҙ. Ҡарышлауығы ҡайын, имән, роза һымаҡтарҙың япрағы менән туҡлана, имаголары туҡланмай. Башҡортостандың таулы‑урманлы райондарында осрай. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Ваҡ тауискүҙ Ван Гогтың 1889 йыл төшөргән бер картинаһында һүрәтләнгән. Тик уны рәссам яңғылыш икенсе төрлө атаған. «Бражник мёртвая голова». Бабочка изображена на цветах аронника.
Ваҡ тауискүҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.