Вергиз Куриен | |
Verghese Kurien | |
Вергиз Куриен студенттар менән, 2009 йылдың 8 апреле | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Кожикоде, Керала, Һиндостан |
Вафат булған көнө |
9 сентябрь 2012 (90 йәш) |
Вафат булған урыны |
Надияд, Гуджарат, Һиндостан |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
социаль эшҡыуар, менеджер һәм чиновник |
Наградалары һәм премиялары | |
Сайт | |
![]() | |
Вергиз Куриен[1] (ингл. Verghese Kurien; 26 ноябрь 1921 йыл, Кожикоде, Британ Һиндостаны — 9 сентябрь 2012 йыл, Надияд, Һиндостан) — Һиндостан социаль эшҡыуары, менеджеры һәм чиновнигы. Уның «миллиард-литрлыҡ идеяһы» өсөн — «Ташҡын операцияһы» (ингл. Operation Flood) — донъялағы иң ҙур ауыл хужалығын һәм һөт сәнәғәтен үҫтереү программаһы өсөн[2] Куриен «аҡ революцияһынаң атаһы» (ингл. Father of the White Revolution) һәм «Һиндостан һөтсөһө» (ингл. Milkman of India) булараҡ билдәле[3][4].
Уның тырышлығы менән Һиндостан донъялағы иң ҙур һөт етештереүсеһе булып китә (2010—2011 йылдарҙа донъяла һөт етештереү күләменең яҡынса 17 % әшкил итә)[5], утыҙ йыл эсендә һөт һәр бер кешегә ике тапҡыр арзаныраҡ булып китә[6].
Буйвол һөтөнән порошок етештерә башлап һөт сәнәғәтендә революция яһай[4][7][8].
Дингә ҡарашы буйынса — атеист[9].
Куриен 2012 йылдың 9 сентябрендә Надияд ҡалаһының дауаханаһында вафат була[10].
Вергиз Куриендың ҡатыны Молли була, уларҙың ҡыҙы Нирмала һәм ейәне Сиддхартх[11]. Молли 2012 йылдың 14 декабрендә Мумбаи ҡалаһында вафат булған[12].
Йыл | Исем | Бүләкләүсе ойошма |
---|---|---|
1999 | Падма Вибхушан | Һиндостан хөкүмәте |
1993 | Йыл шәхесе | Халыҡ-ара һөт күргәҙмәһе (ингл. World Dairy Expo) |
1991 | Атаҡлы тамамлаусылар | Мичиган штаты университеты |
1989 | Бөтә донъя аҙыҡ-түлек премияһы | Бөтә донъя аҙыҡ-түлек премияһының фонды |
1986 | Вателер тынысылыҡ премияһы (ингл. Wateler Peace Prize) | Карнеги фонды (ингл. Carnegie Foundation; Нидерланд) |
1986 | Krushi Ratna | Һиндостан хөкүмәте |
1966 | Падма Бхушан | Һиндостан хөкүмәте |
1965 | Падма Шри | Һиндостан хөкүмәте |
1963 | Рамон Магсайсайи премияһы (ингл. Ramon Magsaysay Award) | Рамон Магсайсайи премияһы фонды (ингл. Ramon Magsaysay Award Foundation) |
Куриен шулай уҡ Һиндостандың һәм донъя университеттарының 15 почётлы дәрәжәләренә эйә[3].