Ҡыҫҡаса: Был ҡағиҙә «Һылтанмалар» бүлегенә һәм уға оҡшаштарға ҡағыла. Уларҙа тик ирекле ҡулланыуҙа булған, мәҡәлә темаһына туранан-тура ҡағылған лайыҡлы сайттарға һәм публикацияларға ғына тышҡы һылтанмалар бирергә кәрәк. |
Википедия мәҡәләләрендә Интернеттағы тышҡы ресурстарға һылтанмалар булырға мөмкин, уларҙа уҡыусы түбәндәгеләрҙе таба ала:
Шул уҡ ваҡытта Википедияның һылтанмалар каталогы түгел , ә энциклопедия икәнен дә күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Теге йәки был тема буйынса һылтанмаларҙың тулы исемлеген биреү Википедияның бурыстарына инмәй, шуға мәҡәләгә һәр һылтанма нигеҙле индерелһен.
Был ҡағиҙәлә ни сәбәп менәндер мәҡәләгә индерелмәгән өҫтәмә мәғлүмәт менән таныштырыусы тышҡы һылтанмалар ҡараласаҡ. Сығанаҡтарҙы файҙаланыу һәм өҙөмтәләр ҡулланыу ҡағиҙәләре Википедия:Абруйлы сығанаҡтар, Википедия:Тикшерелеүсәнлек һәм Википедия:Сығанаҡтарға һылтанмалар биттәрендә бирелә.
Википедия сәйәсәтенә бәйле һәм техник сәбәптәргә бәйле, тышҡы һылтанмаларҙы түбәндәге вебсайттарға ҡуйырға ярамай (был сикләүҙән сығарылмалар юҡ):
Тышҡы һылтанма өҫтәгән ваҡытта түбәндәге нәмәләрҙе күҙ уңында тоторға кәрәк:
Мәҡәләлә тышҡы һылтанмалар күбәйгән һайын уларҙың һәр береһенә талап арта бара. Теге йәки был һылтанманың кәрәклелегенә шик тыуһа, коллегаларығыҙ менән мәҡәләнең фекер алышыу битендә фекерләшегеҙ
Сайтта авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған материалдар булыуы уға һылтанма ҡуйырға ярамай тигәнде аңлатмай. Йәғни һылтанма файҙалы булһа, ниндәйҙер легаль түгел материалдары булһа ла, уға һылтанма ҡуйырға була. Был рөхсәт авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған материалдарға туранан-тура һылтанма ҡуйыуға ҡағылмай.
Әммә альтернативаларҙың энциклопедик әһәмиәте күҙлегенән ҡарағанда законды мөмкин тиклем әҙ боҙған сайтты һайлау дөрөҫ булыр.
Был бүлектәге иҫкәрмәләр үрҙәге «Иң яраҡлы һылтанмалар» бүлекгендә телгә алынған осраҡтарға ҡағылмай.
Мәҡәләләрҙә рөхсәт ителмәй[1]:
Әгәр мәҡәләнең тышҡы һылтанмалар бүлеге даими рәүештә коммерция сайттарына, айырым кешеләрҙең биттәренә һәм был бүлеккә {{артыҡ һылтанмалар}} ҡалыбын ҡуйыу урынлы.
Википедияның популярлығы уны реклама йә сит сайттарҙы таратыу өсөн ҡулланырға тырышусыларҙы күбәйтә.
Ҡатнашыусыларға үҙҙәре эйә булған, идара иткән йә эшендә ҡатнашҡан сайттарға һылтанмалар ҡуйыуҙан һаҡ булырға кәрәк. Әгәр ул сайтта мәҡәлә темаһы буйынса ысынлап та тарафһыҙ һәм файҙалы мәғлүмәт булһа, ул сайтты тышҡы һылтанмалар исемлегенә индереү тәҡдимен мәҡәләнең фекер алышыу битенә сығарырға тейеш, тарафһыҙ ҡатнашыусылар ыңғай ҡарар ҡабул итһә генә сайтҡа һылтанма бирергә була. Был мәнфәғәттәр бәрелешеүен булдырмау маҡсатына ла яуап бирә.
Википедия һәм башҡа вики-проекттар мәҡәләләренә күпләп тышҡы һылтанмалар ҡуйыу өсөн спам-боттар ҡулланыу осраҡтар бар. Бындай осраҡҡа тап булһағыҙ, Википедияның сит телле бүлектәре йә Викимедиа фондының башҡа проекттары ошонлай уҡ һөжүмгә тап булманымы икәнен тикшерергә кәрәк, әгәр шик раҫланһа, был турала Метаға хәбәр итергә кәрәк, унда сайт глобаль спам битенә индерелә. Һөжүм ҙур күләмдә булмаһа, хакимдарға мөрәжәғәт итеп, сайтты локаль спам битенә индертергә һәм/йәки спам таратҡан ҡатнашыусыны йә теркәлмәгән ботты бикләтергә кәрәк.
Әле йәшәгән кешеләрҙең биографияһында абруйлылығы йә әһәмиәте шикле булған сығанаҡтарҙа табылған материалдарға һылтанмаларға бик талапсан ҡарарға кәрәк. Был мәҡәләләрҙә һәр һылтанма нигеҙле булырға тейеш. Һылтанмалар кешене яман күрһәткән мәғлүмәткә илтһә, уны сығанаҡ итеп тә, тышҡы һылтанма итеп тә ҡулланыу тыйыла. Ундай һылтанмалар килеп инһә, мотлаҡ юйҙырырға кәрәк. Әле йәшәгән кешеләрҙең биографияларындағы һылтанмалар абруйлылыҡ һәм ышаныслылыҡ буйынса иң ҡаты талаптарға яуап бирергә һәм Википедияның бөтә ҡағиҙәләренә тап килергә тейеш.
Теләгән бер кеше инә алмаған һәм инеү өсөн теркәлеү йә түләүле яҙылыу талап иткән сайттарға һылтаныуҙан ҡасырға кәрәк. Онлайн яңылыҡтар баҫмаларының күбеһе ғәҙәттә материалдарына өлөшләтә йә тулыһынса инеү өсөн теркәлеү, ҡайһы берҙәре түләүле яҙылыу талап итә. Онлайн журналдарының һәм махсуслашҡан профессиональ сайттарҙың күбеһе түләүле яҙылыу талап итә. Йыш ҡына архивтағы иҫке гәзит һәм журналдарға инеү өсөн дә теркәлеү йә түләү талап ителә.
Теркәлеү йә түләүле яҙылыу талап иткән сайттарға һылтанманы әгәр мәҡәлә ул сайтҡа арналһа йә мәҡәләне яҙғанда теркәлеү йәки түләүле яҙылыу аша ҡарап булған материал ҡулланылған булһа йә унан өҙөмтә килтерелһә бирергә мөмкин.
Тышҡы һылтанмаларҙа URL йүнәлтеүҙәре булып хеҙмәт иткән сайттар тыйыла, сөнки оҙон һылтанмалар күренгән текстың күләмен арттырмаһа ла, уҡыусыларҙы ул сайтҡа инергәме-юҡмы икәне тураһында уйландыра. Шул уҡ сәбәптән прокси-адрестарға һылтанма биреү ҙә тыйыла.
Фонда Викимедиа фондының бөтә проекттарында ундай һылтанмалар спам бите тарафынан бикләнә, шуға уларҙы өҫтәп булмай.
«Ауыр» файлдарға тура һылтанмаларға (улар, мәҫәлән, юғары тиҙлекле Интернет талап итә) йә махсус программа тәьминәте талап иткән файлдарға (мәҫәлән, векторлы 3D-графика файлдарына) етди ҡаршы төшөүселәр байтаҡ. HTML, TXT кеүек ябай форматлы биттәргә һылтанмалар бирелһен.
«Ауыр» сығанаҡтарға һылтанмаһыҙ булмаһа, уны ҡарау технологияһын ентекле аңлатып биреү кәрәк, мәҫәлән:
- Berkowitz, Joel, Avrom Goldfaden Yiddish Theater and the Modern: Bard of The Old Constantine (PDF), Pakn Treger, no. 44, 2004 Winter, 10-19.
Видеохостинг кеүек сайттарға һылтанма ҡуйыуға, әгәр улар ошо ҡағиҙәлә һаналған шарттарға яуап бирһә, ҡаты тыйыу юҡ. Ләкин бындай һылтанмаларҙы бөтәһе лә булмаһа ла, күбеһе авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Шуға ундай һылтанма ҡуйыуҙың һәр осрағын ентекле ҡарарға кәрәк.
Башҡорт Википедияһында башҡорт телендәге веб-биттәргә һылтанмалар ҡуйыуға өҫтөнлөк бирелһен. Рус телендәге сайттар ҙа ҡулай. Сит телдәрҙәге (инглизсәне лә индереп) биттәргә һылтанмалар махсус ҡалып менән билдәләнергә тейеш. Атаманы тәржемә итеү менән бергә һылтанманың төп нөсхәләге исемен дә биреү яҡшы, ул сағында уҡыусы уға тәҡдим ителгән текстың ниндәй телдә яҙылғанын тиҙ генә асыҡлай ала.
Теге йәки был мәсьәләгә төрлө ҡараштарҙы сағылдырған мәҡәләләрҙә төрлө ҡарашты күрһәткән һылтанмалар һәр ҡарашҡа нисбәтле булһын. Киң таралмаған, әҙ әһәмиәтле, маргиналь ҡараштарға самаһыҙ күп һылтанма биреү ярамай. Һылтанмаларға ҡыҫҡа аңлатмалар биреп, уҡыусыға ниндәй ҡарашты һүрәтләү тураһында мәғлүмәт биреү урынлы.
Яҡтыртылған темала берәй ҡарашты хуплаған компетентлы һәм мәғлүмәтле кешеләр һаны күпселек тәшкил итһә, был ҡарашты һүрәтләгән һылтанмалар исемлектә иң алда ҡуйыла. Һылтанмалар араһында төрлө ҡараштарға объектив һәм тарафһыҙ күҙәтеүҙәр булһа, уларға һылтанмалар беренсе итеп ҡуйыла. Ентеклерәк: ВП:НТЗ, ВП:МАРГ и ВП:ВЕС.
Теге йәки был биткә һылтанма ҡуйғанда, уның яҡын киләсәктә көнүҙәклеген һаҡлау мөмкинлеген дә уйларға кәрәк. Мәҫәлән, сайттың төп битендәге мәҡәләгә йә рәсемгә һылтанма ҡуыйыуҙың мәғәнәһе юҡ, сөнки яҡын киләсәктә уны үҙгәртмәҫтәренә гарантия юҡ.
Оҙаҡ ваҡыт эшләмәй торған URL-дарға тышҡы һылтанмалар файҙаһыҙ, шуға уларҙы йә төҙәтергә (оҡшаш ресурстарға, архивтағы күсермәләргә алмаштырып йә эшләүсе күсермәгә һылтанма коды ҡуйылған {{недоступная ссылка}} ҡалыбына төрөп), йә бөтөнләй алып ташларға кәрәк. (Был альтернатива тапмайынса юйҙырырға ярамаған сығанаҡтарға һылтанмаларға ҡағылмай.)
Архив күсермәһе барлығын Wayback Machine (web.archive.org) сервисында һәм башҡаларҙа тикшерергә мөмкин. Йыш ҡына эҙләү системалары аша башҡа ресурстарҙа күсермәләр табырға мөмкин. Сайт адрес системаһын алмаштырғанлыҡтан элекке адрестары асылмай башлауы ла ихтимал.
Йәнә быға вандализм ғәйепле түгелме икәнен дә тикшерергә кәрәк — спамер вандалдар, мәҫәлән, конкуренттарҙың һылтанмаларын боҙорға ярата. Төҙәтеүҙәр тарихын ҡарағыҙ — бәлки, элекке версияларҙа боҙолмаған һылтанмалар һаҡланғандыр. Шуны ла иҫтән сығармағыҙ: айырым осраҡтарҙа ялған һылтанманы тәү ҡараштан асыҡлап та булмай — мәҫәлән, латин хәрефтәре кириллицаның оҡшаш хәрефтәренә алмаштырылырға мөмкин.
Ҡайһы берҙә Википедия мәҡәләһенән илткән һылтанма ватылған йә домен исемен теркәү мөҙҙәте тамамланғанға башҡа маҡсаттарҙа ҡабал теркәлгән булырға мөмкин. Һылтанма эшләһә лә, ул йөкмәткеһе үҙгәргән материалға сыға. Ватылған, башҡа хужаға һатылған, ҡабат теркәлгән һәм шунлыҡтан йөкмәткеһе үҙгәргән сайттар менән дә эшләмәгән «үле» һылтанмалар кеүек эш итергә кәрәк.
Тышҡы һылтанмаларҙы өҫтәүҙең ике төп форматы бар: һылтанмалар бүлегендә һәм текст эсендә.
Күп осраҡта тышҡы һылтанмалар исемелеге мәҡәлә аҙағына өҫтәлә. Был исемлектә мәҡәләлә ҡулланылған сайттарҙың адрестары (сығанаҡтарҙың атамалары) бирелә. Был осраҡта ғәҙәттә Һылтанмалар (== һылтанмалар ==
мәҡәләнең сығанаҡ кодында) тигән 2-се кимәл башын ҡулланыла. Аҫтына һылтанмаларҙың маркировкаланған (һан һуғылмаған) исемлеге бирелә.Бүлектә бер генә һылтанма булһа ла ошо баш ҡулланыла.
Замандаш, ойошма, веб-сайт һ.б. тураһындағы мәҡәләнең тышҡы һылтанмалар бүлегендә бер нисә һылтанма бирелһә, беренсе урынға был кешенең (ойошманың) рәсми сайты, сайт адресы һ.б. бирелә (әгәр улар тейешле инфобокста булмаһа).
Мәҡәләнең тышҡы һылтанмалары бик күп булһа, уларҙы классификациялап, баш аҫтары ҡуйып сығыу урынлы булыр.
Бының өсөн баштарҙың бүтән кимәлен файҙаланалар йә нөктәле өтөр ҡулланалар:
'''Баш аҫты 1''' * [http://example.com/link_1 Һылтанма 1] * [http://example.com/link_2 Һылтанма 2] '''Баш аҫты 2''' * [http://example.com/link_3 Һылтанма 3] * [http://example.com/link_4 Һылтанма 4]
Түбәндәгесә килеп сыға:
Баш аҫты 1
Баш аҫты 2
Башҡа сайтҡа һылтанһағыҙ, һылтанмаға уның йөкмәткеһе һәм ниңә тәҡдим ителеүе тураһында ҡыҫҡа резюме өҫтәгеҙ. Онлайн форматтағы материалға һылтанма бирһәгеҙ, ундағы төп фекерҙәрҙа яҙып ҡуйығыҙ.
Шуны ла күҙҙән ысҡындырмағыҙ: тышҡы һылтанманың тәғәйенләнеше өҙөмтәнекенән айырыла. Тышҡы һылтанмаларҙың сығанағы атамаһын теп-теүәл итеп биреүгә ҡарағанда, уның йөкмәткеһенең һүрәтләмәһен һәм аныҡ адресын биреү мөһим.
Текст эсендәге һылтанмалар текстың айырым өлөштәренә сығанаҡ күрһәтеү талап ителгәндә ҡуйыла. Бындай һылтанма һөйләм аҙағына йә һөйләмдең уға ҡағылышлы бер өлөшөнә төшөрмә итеп ҡуйыла ала. Һылтанманың һүрәтләүен Категория:Ҡалыптар:Сығанаҡтарға һылтанмалар категорияһындағы ҡалыптарҙың береһе ярҙамында урынлаштыралар.
Мәҡәләлә ҡулланылған сығанаҡтар ғәҙәттә «Һылтанмалар» бүлегендә ҡабатланмай һәм шуға был ҡағиҙә йоғонтоһона инмәй. (Айырым осраҡтарҙа ҡабатлау мөмкин. Мәҫәлән, берәй сайт мәҡәләнең темаһына туранан-тура бағышланған булһа, уны тышҡы һылтанмаларҙа ла ҡабатлап бирергә була. Ойошманың йә шәхестең рәсми сайты ла бер юлы сығанаҡ итеп тә, «Һылтанмалар» бүлегендә лә ҡуйылырға мөмкин.)
Википедия мәҡәләләренән тышҡы сайттарға һылтанмаларҙы эҙләү өсөн Служебная:Поиск ссылок (Special:Linksearch) битендәге ҡоралды ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, Служебная:Поиск ссылок/*.yahoo.com һорауы рус Википедияһы мәҡәләләрендәге бөтә һылтанмаларҙы yahoo.com-ға сығара.
Википедияның эске сәйәсәте һәм тышҡы һылтанмалар өсөн дөрөҫ синтаксис тураһында мәғлүмәт: