Богда́н (Го́тфрид) Па́влович Виллева́льде (нем. Gottfried Willewalde; 31 декабрь 1818 [12 ғинуар 1819], Павловск (Санкт-Петербург)|, Царскосельский өйәҙе, Санкт-Петербург губернаһы, Рәсәй империяһы — 11 (24) март 1903, Дрезден, Германия) — Рәсәй империяһы рәссамы, академик, баталиялар жанрында атҡаҙанған профессор, Император Рәсем сәнғәте академияһы Советы ағзаһы
Бавариянан сыҡҡан бай кеше улы, Готфрид Виллевальде Павловскиҙа (Санкт-Петербург) 1818 йылда тыуған.
1838—1842 Император Рәсем сәнғәте академияһында күренекле рәссамдарҙа уҡый.
1848 йылда баталиялар һынлы сәнғәте буйынса 2-се дәрәжә профессор исеменә өлгәшә. 1894 йылға тиклем Император Рәсем сәнғәте академияһында уҡыта. 1859 йылда 1-се дәрәжә профессор , ә 1888 йылда — атҡаҙанған профессор исеме бирелә. Виллевальде академияның баталиялар рәсем сәнғәте класында 1890-сы йылдарға тиклем эшләй.
[1870 йылдың 17 апреленән - действительный статский советник. Орден 1-се дәрәжә Изге Анна (1879),1-се дәрәжә Изге Станислав (1876),3-сө дәрәжә Изге Владимир (1873) ордендары менән бүләкләнгән[3].
Виллевальденың әҫәрҙәре Парижда (1867), Венала (1873), Антверпенда (1885), Берлинда (1886) күргәҙмәләрҙә күрһәтелгән.
Ул төрлө һуғыштарға бағышланған бик ҙур майҙанлы картиналар ижад иткән.
Ижадының һуңғы осоронда ул йәнә Наполеон һуғышы күренештәренә әйләнеп ҡайта. Күберәк хәрби көнкүрешкәиғтибарын йүнәлтә һәм әҫәрҙәрендә мәрәкәләү ҙә булыуы хеҙмәттәренә бәҫ өҫтәп ебәрә.
Шул эштәре араһында "Башҡорттар Францияла" тигән картинаһы ла бар. Башҡорттар уның бер нисә әҫәрендә йылы тойғо менән һүрәтләнә. Мәҫәлән, немец ҡатынына хәйер биргән башҡорт тураһындағы рәсеме шундайҙарҙан[4] .