Витебск

Витебск
бел. Віцебск
Байраҡ[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 974
Рәсем
Рәсми атамаһы Віцебск
Латинизация белорусского языка (система 2007 года) Viciebsk
Дәүләт  Беларусь[1]
Административ үҙәге Витебская область[d]
Административ-территориаль берәмек Витебская область[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Көнбайыш Двина
Хөкүмәт башлығы Орлов, Николай Валерьевич[d][2]
Халыҡ һаны 358 395 кеше (1 ғинуар 2024)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 164 метр[4]
Туғандаш ҡала Резекне[d], Харбин[d], Одерҙағы Франкфурт[d][5], Нинбург[d], Бельцы[d], Даугавпилс[6][7], Зелёна-Гура[8] һәм Цзинань[d]
Сиктәш Витебский район[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Майҙан 124,54 км²
Почта индексы 210000–210999
Рәсми сайт vitebsk.gov.by
Коллаж
Һәйкәлдәр исемлеге Cultural heritage monuments in Viciebsk[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1021
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/vitebsk/in…
Урындағы телефон коды 212
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Витебска[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Витебске[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Viciebsk[d]
Карта
 Витебск Викимилектә

Витьба тамағы. Успенье соборы.

Витебск (бел. Ві́цебск) — Белоруссияның төньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Витебск өлкәһенең һәм Витебск районының административ үҙәге.

Халҡы — 377 960 кеше (2017 йылдың 31 декабренә). Майҙаны — 134,601 км² (2017 йылдың 16 авгусына).

Витебск өлкәһенең көнсығышында Көнбайыш  Двина йылғаһы буйында урынлашҡан. Халыҡ һаны буйынса илдәге дүртенсе ҡала (Минскиҙан, Гомелдән һәм Могилевтан ҡала).

Полоцкиҙан һуң Белоруссияның иң ҡарт ҡалаһы (974 йыл[9]). Көнбайыш Двина менән Витьба йылғаларының ярында ултыра, исеме Витьба йылғаһының атамаһынан алынған. Ҡала легендаһына ярашлы, XVIII быуатта равноапостольная княгиня Ольга тарафынан нигеҙләнгән. Ҡала кривич славяндарының берләшеү өлкәләренең береһе була, ә мөһим сауҙа юлдарындағы уңайлы географик урыны уның артабанғы быуаттарҙа үҫеүенә һәм сәскә атыуына килтерә.

Беренсе Дөйөм Рәсәй Империяһы халҡы һанын алыу (1897) мәғлүмәттәре буйынса, ҡалала йәшәгән 65 871 кешенең 33 455-е (50,8 %) — йәһүд телен (идиш), 19 024-е (28,9 %) — бөйөк рус (урыҫ) телен, 8 037-һе (12,2 %) — белорус телен, 3303-ө (5,0 %) — поляк телен, 970-е (1,5 %) — немец телен, 771-е (1,2 %) латыш телен туған теле тип күрһәтә[10].

2017 йылдың 1 апреленә Витебскиҙа 377 722 кеше йәшәй.

Осор 1785 1808 1825 1860 1897 1920 1926 1939 1944 1955
Мең кеше 10 10,5 16,9 29,5 65,9 82,5 98,8 167,3 104,8 129,8
Осор 1959 1970 1979 1986 1989 1998 2008 2009 2012 2014
Мең кеше
148,3 230,8 300,8 346,5 350 358,4 348,9 347,5 367,7 370,7

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урындағы вәкәләтле орган — депутаттарҙың Витебск ҡала Советы. Ҡалала йәшәүселәр Советҡа бер мандатлы округтар буйынса 4 йылға 40 депутат һайлай.

Депутаттар үҙ составынан президиум һайлай, президиум составына ҡала Советы рәйесе, уның урынбаҫарҙары һәм даими комиссияларҙың рәйестәре инә. Ағымдағы ҡала Советы рәйесе — В. И. Белевич.

Витебскиҙа башҡарма власты Витебск ҡала башҡарма комитеты кәүҙәләндерә, уның рәйесе Президент тарафынан тәғәйенләнә һәм ҡала Советы депутаттары тарафынан раҫлана.

2009 йылдың 21 апреленән ҡала башҡарма комитетына Виктор Павлович Николайкин етәкселек итә[12].

Сәнәғәте машиналар эшләү, металл эшкәртеү, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте, электр приборҙары етештереү, төҙөлөш материалдары һәм ағас эшкәртеү производстволарына ҡараған 300-ләп предприятиенан тора[13]: Витязь,, Марко[14][15], Белвест[16], Витьба[17]. 2009 йыл эсендә ҡала предприятиелары тарафынан ғәмәлдәге һатыу хаҡтарында (эшкәрттереп алыуға бирелгән сеймалды ла иҫәпләп) 2,966 трлн һумлыҡ сәнәғәт продукцияһы етештерелгән. Ҡалала «Двинский бровар» һыра ҡайнатыу заводы урынлашҡан.

Машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү тармағы предприятиелары[18]: «Визас» заводы, «Вистан», Витебск электр үлсәү приборҙары, Витебск приборҙар эшләү заводы, «Витязь», «Монолит» радио деталдәре асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, "ПО «Энергокомплект», «СоюзКабель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Витебск моторҙар ремонтлау заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «БЕЛТЭИ» республика унитар предприятиеһы Витебск тәжрибә-эксперименталь заводы.

Еңел сәнәғәт: «Знамя Индустриализации», «Комбинат шелковых тканей», «Витебские ковры» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Марко», «Белвест» уртаҡ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «Красный Октябрь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, РПУП «Витебский меховой комбинат» республика етештереү унитар предприятиеһы.

Аҙыҡ-түлек сәнәғәте: «Витебский мясокомбинат», «Молоко» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Витебскхлебпром», "Витебский кондитерский комбинат «Витьба» предприятиелары, «Витебский маслоэкстракционный завод» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Витебский ликероводочный завод «Придвинье» республика унитар предприятиеһы, «Двинский Бровар» уртаҡ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Төҙөлөш материалдары етештереү: «Керамика», «Доломит» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Витебский домостроительный комбинат» республика унитар предприятиеһы.

Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте: «Витебскдрев», «Витебсклес» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре.

Ҡалала трамвай, троллейбус һәм автобус маршруттары бар. Йылға транспорты эшләй. Витебск трамвай системаһы Белоруссияла беренсе була. Витебск станцияһынан Белоруссияның, Рәсәйҙең эре ҡалаларына поездар йөрөй.

Витебскиҙың ғилми-тикшеренеү институттары: Иҡтисад министрлығының Иҡтисад ғилми-тикшеренеү институты, Милли фәндәр академияһының Техник акустика институты[19].

Ҡалала 5 юғары уҡыу йорто бар:

  • П. М. Машеров исемендәге Витебск дәүләт университеты
  • Витебск дәүләт технология университеты
  • Витебск дәүләт медицина университеты
  • Витебск дәүләт ветеринар медицина академияһы
  • «МИТСО» халыҡ-ара университетының Витебск филиалы[20]

Ҡалала юғары дин уҡыу йорто бар:

  • Витебск дини семинарияһы

Урта махсус уҡыу йорттары, 49[21] дөйөм белем биреү мәктәбе һәм гимназиялар[22], профессиональ-техник училищелар һәм лицейҙар эшләй.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылға тиклем Витебск «Белоруссияның мәҙәни баш ҡалаһы»[23] тигән статуста була. Витебскиҙа һәм уның биҫтәләрендәге ҡасабаларҙа 22 китапхана эшләй. Өс төп театр бар: Якуб Колас исемендәге Милли академия драма театры, «Лялька» Белорус ҡурсаҡ театры һәм «Колесо» йәштәр театры.

Якуб Колас исемендәге театр Филармония Балалар һәм йәштәр ижады һарайы

Административ-территориаль ҡоролошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ йәһәттән ҡала өс районға бүленгән: Тимер юл, Октябрь, Первомайск.

Витебскиҙың административ бүленеше Ҡала үҙәгендә йәйәүлеләр зонаһы Тимер юл районында совет осоро биналары Первомайск районында яңы йорттар

Ҡалала 16 конфессияға ҡараған 83 дини община теркәлгән, шул иҫәптән:

  • Урыҫ Православие Сиркәүе Белорус экзархатының 47 общинаһы
  • Рим католик сиркәүенең 6 общинаһы
  • Белорус грек католик сиркәүенең 2 общинаһы
  • Старообрядсыларҙың 2 общинаһы
  • шулай уҡ инжил-лютеран сиркәүе, инжил дине христиандары, инжил баптист христиандары, етенсе көн адвентистары һәм башҡа протестант сиркәүҙәре общиналары, иудаизм общиналары, кришнаиттар, бахаиҙар, мормондар, Йәһүә шаһиттары общиналары

Диндарҙарҙың 80 проценты самаһы православиеға ҡарай[24].

Физик-географик тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Витебск Көнбайыш  Двина һәм уның ҡушылдыҡтары Витьба менән Лучёсаның яр буйҙарында, Витебск ҡалҡыулығының көнбайышында ултыра.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C {{{Янв_а_макс}}} 10,9 18,1 28,5 31,3 32,2 34,7 37,8 30,1 24,6 15,0 10,7 37,8
Уртаса максимум, °C {{{Янв_ср_макс}}} −2,6 2,9 11,6 18,5 21,4 23,5 22,2 16,2 9,5 2,3 −2 10,1
Уртаса температура, °C {{{Янв_ср}}} −5,5 −0,6 6,8 13,1 16,4 18,4 17,0 11,6 6,1 −0,1 −4,2 6,1
Уртаса минимум, °C −7,7 −8,5 −3,9 2,5 7,9 11,6 13,6 12,3 7,7 3,3 −1,9 −6,5 2,5
Абсолют минимум, °C −36,1 −38,9 −27,8 −13,9 −4 −1,6 4,0 1,0 −4 −15 −24 −35 −38,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 51 45 46 36 57 86 82 83 66 62 55 55 724
Сығанаҡ: Погода и Климат

Витебск бер нисә ҡалҡыулыҡ өҫтөндә ултыра. Ҡала халҡы уларҙы «тау» тип йөрөтә. Иң билдәлеләре:

  • Рух тауы
  • Замок тауы
  • Кстов тауы
  • Острая Могила (Острый Спас тауы)
  • Яҫы тау
  • Успенье тауы
  • Юрий тауы


Витебск зоология паркы 1992 йылдың 30 мартында[25] йәнлектәр театры нигеҙендә ойошторола. Ике өлөштән тора, 1,3 гектар майҙанлы береһе — ҡаланың уртаһында, 87 гектарлыҡ икенсеһе — Билево микрорайонында.

Архитектура һәм иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Витебск уртаһында Ленин, Я. Купала, Суворов, Политехник һәм Л. Толстой урамдары менән сикләнгән тарихи өлөш һаҡланған.

19 быуат аҙағы—20 быуат башының килем йорто Суворов һәм Крылов урамдары саты Витебск өлкә башҡарма комитеты
 (элекке Епархия ҡатын-ҡыҙҙар дини училищеһы)
Иҫке ҡала Төнгө ҡала үҙәге

Иҫтәлекле объекттар: Ратуша, Йәйге Амфитеатр, Якуб Колас исемендәге Милли академия драма театры, Здравнёво, Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Еңеү майҙаны, Марк Шагал музейы, Иҫке Уланович зыяраты.

Ратуша Йәйге амфитеатр Марк Шагал арт-үҙәге Якуб Колас исемендәге Милли академия драма театры
Изге Варвара костёлы Троица Марк монастыры Успенье соборы Покров соборы Успенье сиркәүе Изге Хәбәр сиркәүе

Витебскиҙа ун майҙан бар[26]:

  • Еңеү майҙаны
  • Азатлыҡ майҙаны
  • Ленин майҙаны
  • Ратуша майҙаны
  • Успенье майҙаны
  • Замок майҙаны
  • Вокзал яны майҙаны
  • Пролетар майҙан
  • Смоленск майҙаны
  • Витебскиҙың мең йыллығы майҙаны
  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Председатели Витебского горисполкомаВитебский городской исполнительный комитет.
  3. Численность населения на 1 января 2024 г. и среднегодовая численность населения за 2023 год по Республике Беларусь в разрезе областей, районов, городов, поселков городского типаНациональный статистический комитет Республики Беларусь, 2024.
  4. https://it-ch.topographic-map.com/map-r3q7cz/%D0%92%D1%96%D1%86%D0%B5%D0%B1%D1%81%D0%BA/?zoom=19&center=55.18997%2C30.21191&popup=55.1901%2C30.21179
  5. https://www.frankfurt-oder.de/Verwaltung-Politik/Verwaltung/Frankfurt-International/Partnerst%C3%A4dte/index.php?La=1&object=tx,2616.4963.1
  6. https://old.daugavpils.lv/en/46
  7. https://www.daugavpils.lv/en/assets/upload/Daugavpils_majas_lapai_EN_18.pdf
  8. http://www.zielona-gora.pl/PL/1111/3562/Witebsk__Bialorus/
  9. В летописи указано, что Витебск был основан в 974 году княгиней Ольгой. Это не сопоставимо с фактом, что княгиня скончалась в 969 году.
  10. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Распределение населения по родному языку и уездам 50 губерний Европейской России
  11. Башҡорт энциклопедияһы — Злотников Рафаил Абрамович (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2021)
  12. Витебский горсовет утвердил В.Николайкина в должности председателя горисполкома 2010 йыл 1 декабрь архивланған. — Витебский областной исполнительный комитет. Официальный сайт
  13. Основные экспортеры г. Витебска 2012 йыл 24 июнь архивланған.
  14. ОАО «Витязь»
  15. СООО «Марко»
  16. СООО «Белвест»
  17. КУП "Витебский кондитерский комбинат «Витьба»
  18. Промышленный потенциал Витебска 2013 йыл 30 апрель архивланған.
  19. Институт технической акустики Национальной академии наук Беларуси
  20. Витебский филиал Учреждения образования Федерации профсоюзов Беларуси "Международный университет «МИТСО» 2012 йыл 15 октябрь архивланған.
  21. Список средних школ и гимназий г. Витебска 2013 йыл 12 февраль архивланған.
  22. Рэспублика 2012 йыл 30 ноябрь архивланған.
  23. Витебск лишился статуса «культурная столица Беларуси» 2017 йыл 9 март архивланған.
  24. Витебский горисполком 2012 йыл 15 октябрь архивланған.
  25. ВИТЕБСКИЙ ЗООЛОГИЧЕСКИЙ ПАРК 2016 йыл 8 декабрь архивланған.
  26. История площади Победы в Витебске — самой большой в Беларуси 2015 йыл 23 июнь архивланған.
  • Витебск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
  • Семейные архивы семей старообрядцев
  • Личный архив одного из со-авторов страницы
  • Солженицын, А. И. Двести лет вместе (1795—1995). Ч.1/Ред. Н. Д. Солженицына / А. И. Солженицын. — М. : Русский путь, 2001. — 511с. — (Исследования новейшей русской истории/Под общ.ред. А. И. Солженицына ; 7). — Библиогр.в подстр.примеч. — ISBN 5-85887-110-0
  • Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Віцебская вобласць / АН БССР; Рэд. кал.: С. В. Марцэлеў (гал. рэд.) і інш. — Мн.: БелСЭ имени Петруся Бровки, 1985. — 496 с. — 8000 экз. (на белорусском языке).
  • Витебск. Энциклопедический справочник. — Мн.: Белорусская Советская Энциклопедия имени Петруся Бровки, 1988. — 408 с. — ISBN 5-85700-004-1.
  • Беларуская энцыклапедыя: У 18 т. / Редколл.: Г. П. Пашкоў і інш. — Мн.: БелЭн, 1997. — Т. 4. — 480 с. — 10 000 экз. — ISBN 985-11-0090-0 (т. 4). (на белорусском языке).
  • Подлипский А., Рогач В. — Доски, берегущие память. — Витебск: «Віцебская абласная друкарня», 2006.
  • Изобразительное искусство Витебска 1918—1923 гг. в местной периодической печати : библиогр. указ. и тексты публ. / сост. В. А. Шишанов. — Минск: Медисонт, 2010. — 264 с.
  • Большая советская энциклопедия
  • Советская историческая энциклопедия
  • «Луч», печатный орган производственного объединения «Минский часовой завод», 1988
  • «Машиностроитель», печатный орган Витебского завода «Эвистор», 1988
  • Материалы архива Витебского приборостроительного завода
  • Материалы архива Министерства обороны СССР, г. Подольск
  • Материалы архива Витебского ЗАГСа
  • Витебское государственное училище олимпийского резерва
  • Материалы Министерства Культуры Украины «Меморіальний Комплекс Украïнський державний музей історіï Великоï Вітчизняной війни 1941—1945 рр.». — Киев.
  • История Беларуси: Вопросы и ответы. — Минск: Беларусь, 1993.
  • Волконский С. Г. Записки. — Иркутск: Восточно-Сибирское книжное издательство, 1991.
  • Давид Симанович. Подорожная Александра Пушкина. — Минск: Мастацкая Літаратура, 1977.
  • Любезный мне город Витебск…. Мемуары и документы. Конец XVIII — начало XIX в. / Вступ. ст., науч., коммент., сост., публ. В. А. Шишанова. Мн.: Асобны Дах, 2005. 40 с.
  • Шишанов В. А. Витебский музей современного искусства: история создания и коллекции. 1918—1941. — Минск: Медисонт, 2007. — 144 с.
  • Шишанов В. А. Основание Витебска: ещё одна версия // Витебский курьер. 1998. № 33. 5 мая. С.1. Текст на сайте http://www.oli-art.com 2019 йыл 17 август архивланған.
  • Шишанов В. А. 974, 947 или 914? // Витебский проспект. 2005. № 45. 10 нояб. С.3.
  • Левко О. Н. Экскурсия по древнему Витебску. — Минск: Полымя, 1984. — 32 с. — 25 000 экз.