Вярска | |
эст. Värska | |
Рәсми атамаһы | Värska |
---|---|
Дәүләт | Эстония |
Административ үҙәге | Сетомаа[d] |
Административ-территориаль берәмек | Сетомаа[d][1] |
Халыҡ һаны | 446 кеше (1 ғинуар 2019)[2] |
Майҙан | 4,62 км² (1 ноябрь 2020)[3] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1585 |
Вярска Викимилектә |
Вярска (эст. Värska, выруск. Verska; элек — Верхоустье) — Эстонияла Вырумаа өйәҙендә ҡасаба. Сетомаа улусының административ үҙәге булып тора. Тсятски нулкаһына ҡарай.
Эстония ерле үҙ идаралаҡтарының административ реформаһына тиклем 2017 йылда Пылвамаа өйәҙе составына инә һәм Вярска улусының административ үҙәге була.
Вярска Эстония һәм Рәсәй Федерацияһының Псков өлкәһе Печора районы сигендә, Мустоя йылғаһы дельтаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
Эстонияның Сетумаа өлөшөндә иң ҙур тораҡ пункт.
2011 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала 443 кеше йәшәй, шуларҙың 424 (95,7%) — эстондар[4] (Сету милләттәр исемлегендә теркәлмәгән[5][6]).
Вярска ҡасабаһы халҡы һаны[7][8]:
Йыл | 2000 | 2011 | 2017 | 2018 | 2019 | 2020 |
---|---|---|---|---|---|---|
Кеше | 580 | ↘ 443 | ↗ 485 | ↘ 454 | ↘ 446 | ↘ 415 |
Элек Верхоустьинское[9] йәки Верхоустье[10] ауылы булараҡ билдәле. 1914 йылға ҡарата Псков губернаһы Псков өйәҙендә Слобода өйәҙе булған (Верхоустье ауылында үҙәге менән)[11] , ул хәҙерге Эстонияның Вярска һәм Пылвамма өйәҙенең Микитамяэ улустары, шулай уҡ РФ Псков өлкәһе Печора районы Кулейская һәм Крупская улустары территорияһында урынлашҡан булған.
1563 йылғы яҙма сығанаҡтарҙа Верхъустье (ауыл) һәм Верхустьела йылғала, 1585 йылда — Верхоустинский, 1585–1587 йылдарҙа — Верхулинский губернаһы, 1652 йылда — Верхуско, Верхутско, ~1790 йыл — Верхулинскои погосы, 1882 йылда — Верхнее Устье, Верхоустье, Гвоздница (погост), 1901 йылда — Verska külä, 1903 йылда — Werska, Верхутский, 1904 йылда — Verska, Верхоу́стинскій пого́стъ телгә алына[12].
1920 йылдың 2 февралендә Тарту тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң Вярска ауылы РФ Псков губернаһы Псков өйәҙенең Слобода улусы составына инә[13].
1922 йылда Вярска Печора өйәҙенең Ярвесуу улусы үҙәге була (эст. Järvesuu vald)[14]. 1937 йылда Вярска ҡасаба статусында телгә алына.
Совет осоронда Вярска ауыл Советының үҙәге булып тора, ул үҙ эсенә «Вярска» совхозының үҙәк усадьбаһы менән 23 ауыл торама пунктын үҙ эсенә ала, 1978 йылда хеҙмәткәрҙәр һаны 421 кеше тәшкил итә[15].
Вярска курорт үҙәге булып тора. Ҡасабала ләм менән дауалау урыны менән «Вярска» шифаханаһы, һыу үҙәге эшләй. Ҡасаба эргәһендә минераль һыу сығарыла. Вярскала гимназия (2002/2003 уҡыу йылында 213 уҡыусы, 2009/2010 уҡыу йылында — 162 уҡыусы), музыкаль мәктәп, мәҙәни үҙәктәр, йәштәр үҙәге, китапхана, почта бүлексәһе һәм дарыухана бар[16].
2021 йылдың 31 мартына ҡарата ҡасабаның эре эш биреүселәре[17][18]:
Предприятие/ойошма | Эшмәкәрлек төрҙәре | Хеҙмәткәрҙәр һаны |
---|---|---|
Värska Sanatoorium AS | Шифахана, ҡунаҡхана | 99 |
Сетомаа
улус идаралығы |
Дәүләт идара итеү органдары | 86 |
Värska Vesi AS | Минераль һыуҙар һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү |
79 |
Värska gümnaasium | Гимназия | 37 |