Дживан Гаспарян Ջիվան Գասպարյան | ||||
![]() | ||||
Төп мәғлүмәт | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған |
12 октябрь 1928 (96 йәш) | |||
Тыуған урыны |
Солак ауылы, Котайк өлкәһе, ЗСФСР, СССР | |||
Үлгән | ||||
Һөнәрҙәре |
музыкант, композитор | |||
Инструменттар |
дудук | |||
Жанрҙар |
этник музыка | |||
Лейблы |
Warner Bros., Central Asian Music, Network Germany, Ryko/Rhino, Rerooted, United States Dist, World Network, Rounder Records, IODA, Mazur, EMI, Loudeye, Hollywood Music Cent, Audio Acoustical Collage | |||
Наградалар |
| |||
![]() | ||||
Дживан Арамаисович Гаспарян (әрм. Ջիվան Գասպարյան; 12 октябрь 1928 йыл, Солак ауылы, Әрмәнстан) — әрмән музыканты һәм композиторы, милли әрмән музыкаһы белгесе, оҫта дудуксы. Әрмәнстан Республикаһының халыҡ артисы. Комитас исемендәге Ереван дәүләт консерваторияһы профессоры. Бөтә донъяла концерттар бирә. Ереванда йәшәй һәм эшләй.
Алты йәшендә үҙ аллы дудукта — гобойға оҡшаш телле тынлы музыка ҡоралында — уйнарға өйрәнә. Шулай уҡ зурнала һәм швиҙа уйнай.
1948 йылда милли йыр һәм бейеү ансамбле артисы булып китә. Шул уҡ йылды солист сифатында Ереван филармония оркестры менән беренсе профессиональ сығышы була.
ЮНЕСКО-ның дүрт алтын миҙалына эйә: 1959, 1962, 1973, 1980 йылдарҙа алған. 1973 йылда «Әрмәнстандың халыҡ артисы» тигән исемгә лайыҡ булған берҙән-бер музыкант. Ереван консерваторияһы профессоры, бик күп профессиональ дудуксылар әҙерләгән.
1980-се йылдар аҙағынан АҠШ-та ла эшләй, унда «Последнее искушение Христа» тигән кинокартина өсөн дудук темаһын яҙа. 1990-сы йылдарҙа АҠШ-та олатаһының һөнәрен дауам иткән ейәне кесе Дживан Гаспарян менән эшләй. 2000 йылда «Гладиатор» картинаһына саундтрек музыкаһын башҡарыусыларҙың береһе була[2].
2002 йылда «Музыка сәнғәтендәге ҡаҙаныштары өсөн» WOMEX (ингл. World Music Expo) наградаһын ала.
Әрмән музыкаһын башҡарған кескәй генә ансамбль менән донъя буйлап бер нисә гастролдә була.
Серж Танкян, Андреас Волленвейдер, Лайонел Ричи, Питер Гэбриел, Ханс Циммер, Брайан Мэй, Борис Гребенщиков, Ирина Аллегрова, Владимир Пресняков, Роман Мирошниченко, Игорь Крутой, Майкл Брук һәм Дерек Шериньян кеүек күп музыканттар менән эшләй.
2010 йылдың 27 майында Ева Ривас менән «Евровидение-2010» йыр конкурсында ҡатнаша, дудук партияһын башҡара, 29 майҙа финалда сығыш яһай.
2011 йылдың 29 апрелендә «Три легенды в Кремле» тигән концертта ҡатнаша, унда Рәсәй Президент оркестры һәм Мәскәү Сретение монастырының ирҙәр хоры менән сығыш яһай. Концертта шулай уҡ кесе Дживан Гаспарян, йырсылар Ксения Титовченко һәм Липарит Аветисян, скрипкасы Инга Родина, ҡомло анимация оҫтаһы Артур Кириллов һәм башҡа артистар ҡатнаша.