Гермес Эрмий | |
бор. грек. Ἑρμῆς | |
| |
Сауҙа аллаһы, аллалар хәбәрсеһе | |
Мифология |
Боронғо грек мифологияһы |
---|---|
Атаһы | |
Әсәһе |
Майя |
Тормош иптәше | |
Балалары |
Пан, Гермафродит, Автолик, Миртил, Кефал |
Башҡа мәҙәниәттә |
Меркурий (Рим мифологияһы) |
Гермес Викимилектә | |
Герме́с (бор. грек. Ἑρμῆς, микен. e-ma-a2[1]) — боронғо грек мифологияһында сауҙа, табыш, аҡыллылыҡ (фәһемлелек), таһыллыҡ һәм һүҙгә оҫталыҡ (оҫта теллелек) аллаһы, сауҙала байлыҡ һәм килем килтерә, атлеттар аллаһы[2]. Батша һарайҙарындағы һөрәнселәрҙе, илселәрҙе, көтөүселәрҙе һәм юлсыларҙы ҡурсалаусы; магия[3], алхимия һәм астрологияның ҡурғаусыһы. Аллалар вәкиле һәм ер аҫты батшалығы Аидҡа үлгәндәрҙең йәнен оҙатып барыусы; үлсәмдәрҙе, һандарҙы һәм азбука уйлап таба һәм кешеләрҙе өйрәтә.
Таһыллыҡта, хәйләкәрлектә, урлашыуҙа һәм шаянлыҡ менән мәрәкәселлектә бер кем дә Герместы уҙа алмай.
Аллалар батшаһы, ун ике Олимпия аллаһының береһе булған Зевс менән титан Атланттың арҙаҡлы төркөм — плеяда булып һаналған ете ҡыҙының олоһо Майяның улы[4][5] (икенсе фараз буйынса, Персефонаның улы[6]), Гермес Грециялағы Пелопоннес ярымуртауындағы Кили́ни[7] (грек. Κυλλήνη) тауы (Аркадия өлкәһе[8]) ҡыуышында айҙың дүртенсе көнөндә[9] тыуа. Икенсе бер фараз буйынса, Беотония өлкәһендәге Керикион тауында тыуа[10].
Гермес ышыҡланып тәрбиәләнгән ҡырағай ағас ҡалдыҡтары һуңыраҡ Танаграла һаҡланған[11]. Тау нимфалары[12] яңы тыуған Герместы Аркадиялағы Тикрены тау шишмәләрендә йыуындыра[13].
Беренсе тапҡыр Гермес биләүҙә ятҡанда уҡ урлаша — бишеген ташлап, Грециялағы Үҙәк Македонияның көньяғындағы Пиерияға юллана һәм унан Аполлон көткән һыйырҙарҙың иллеһен ҡыуып алып китә[14]. Уларҙы тояҡ эҙҙәре буйлап тапмаһындар өсөн малдарҙың аяҡтарына ағас ботаҡтары бәйләй (икенсе вариант — сандалыйҙар кейҙерә), Пелопоннес ярымуртауындағы Пилосҡа килтереп, мәмерйәгә йәшерә. Шул арала Аркадиялағы Хелидорея тауында[15] ҙур гөбөргәйел ҡабығынан (панцирынан) һәм үлтерелгән ике һыйырҙың нәҙек эсәктәренән музыка ҡоралы — лира яһай[16], ул ете ҡыллы була[17].
Аполлон һыйырҙарын эҙләп Пилосҡа килә һәм урындағы кешеләрҙән һорашып, малдарҙы бер малай ҡыуып алып киткәнен белә, әммә бер ниндәй эҙ ҙә таба алмай. Урлашыу кем эше булғанын һиҙенеп, Аполлон Майяға килә һәм Герместы уғрылыҡта ғәйепләй. Әсә уға сәңгелдәктә биләүҙә ятҡан балаһын күрһәтә. Шунан Аполлон сабыйҙы күтәреп Зевсҡа бара, һәм атаһының һорашыуынан һуң Гермес Аполлонға һыйырҙарының ҡайҙа икәнен күрһәтә, ә үҙе яҡынға ултырып лирала уйнай башлай. Был уйын ҡоралының тауышы Аполлонға ныҡ оҡшай, һәм ул Гермесҡа лираны һыйырҙарға алмашырға тәҡдим итә. Гермес, һыбыҙғыла уйна-уйнай, һыйырҙарын көтә башлай. Аполлондың был музыка ҡоралын да үҙенә алғыһы килә, һәм ул алмашҡа үҙенең түрәлек һәм дәрәжә билдәһе булған махсус таяғын — жезлды тәҡдим итә.
Сабый сағында Гермес шаяртып Зевстың хакимлек билдәһе булған скипетрын, Посейдондың өс йәпле ҡоралы «өс теш»ен (урыҫса трезубец), Гефестың ҡыҫҡысын, Афродитаның билбауын, Аполлондың алтын уҡтарын һәм йәйәһен, Арестың ҡылысын урлай[18].
Гермес Мысырҙа яҙыу тамғалары (хәрефтәр) уйлап таба[19]. Торналар осоуына ҡарап, ул тәүге ете хәрефте уйлап сығара[20]. Йондоҙсоҡтарҙың урынлашыу тәртибен билдәләй һәм күк йөҙөнә дельта хәрефен (Дий исемендәге беренсе) ҡуя — «Өсмөйөш» йондоҙлоғо[21].
Шулай уҡ:
артабан тағы ла 40-ҡа яҡын исем.
Гермес — Одиссейҙың ҡарт (олатаһының) олатаһы.
Гермес Викимилектә | |
Гермес Викияңылыҡтарҙа |