Гетто

Никольсбургта гетто (XX быуат башы)

Ге́тто (итал. ghetto nuovo «новая литейная») — ҙур ҡалаларҙа үҙ ирке менән йәки мәжбүри күсереп килтерелгән милли аҙсылыҡ йәшәгән район (иң беренсе йәһүдтәр өсөн) .

Термин 1516 йылда балдыҡҡа килгән. Ул ваҡытта каналдар менән бүленгән Каннареджо (Венеция) районында Венеция йәһүдтәренә геттола (итал. Ghetto di Venezia) йәшәргә күрһәтмә бирелә.

Әммә был күренеш күптән барлыҡҡа килгән. Ғәҙәттә йәһүдтәр, көсләү буйынса түгәл, үҙҙәре бер-береһенә яҡын урынға күсеп килгәндәр. 1239 йылда Арагонда йәһүдтәргә махсус бирелгән кварталдарҙа ғына йәшәргә тигән күрһәтмә биргән указ сыға.

Артабан йәһүд геттолары Германия, Франция, Швейцария һәм Италияла барлыҡҡа киләләр. Рәсәйҙә гетто булмай, бындай сикләү XVIII быуатта ғына барлыҡҡа килә ("Йәһүд тормошо үҙенсәләге" тип аталған).

XX быуаттың беренсе яртыһында «гетто» идеяһына яңы барлыҡҡа килгән европа дәүләттәре әйленеп ҡайта. Мәҫәлән, парта артында гетто. Юғары уҡыу йорттарында йәһүдтәр айырым ултытырға тейеш була. Был юғары уҡыу йорттарында сегрегация булыуын күрһәтә.

Икенсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышы йылдарында оккупацияланған территорияла нацистар һәм улар яҡлы урындағы милләтселәр йәһүдтәрҙе көсләп күсереп ултыртҡан «пидо-гетто» тип аталған зоналар барлыҡҡа килә. Был «йәһүдтәр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү» сәйәсәтенең бер өлөшө була.[1][2][3][4][5]

Иң билдәле геттолар:

  • Польшала Варшава геттоһы,
  • Чехияла Терез геттоһы,
  • СССР-ҙа Минск геттоһы

Холокост ваҡытында бөтә гетто тотҡондары юҡ ителә.

Ҡайһы бер тарихсылар индеецтар резервацияларын гетто менән сағыштара. Хәҙерге ваҡытта «гетто» тип АҠШ ҡалаларында афроамериканлылар, пуэрториканлылар, латинамериканлылар йәшәгән, йәғни «төҫлө милли аҙсылыҡ» йәшәгән райондарҙы атайҙар.

  1. Каганович А. Вопросы и задачи исследования мест принудительного содержания евреев на территории Беларуси в 1941—1944 годах // Сост. и ред. Я. З. Басин. Актуальные вопросы изучения Холокоста на территории Беларуси в годы немецко-фашистской оккупации : Сборник научных работ. — Мн.: Ковчег, 2005. — В. 1.
  2. Окончательное решение еврейского вопроса и восстания в гетто. Музей истории Катастрофы (Шоа). Яд Вашем. Дата обращения: 2012-5-21. Архивировано 11 июль 2012 года.
  3. Гетто. Энциклопедия Холокоста. Американский мемориальный музей Холокоста. Дата обращения: 9 август 2009. Архивировано 20 август 2011 года.
  4. "Окончательное решение еврейского вопроса". Обзор. Американский мемориальный музей Холокоста. Дата обращения: 2012-5-21. Архивировано 11 июль 2012 года.
  5. Одед Шремер и др. Современный антисемитизм и Катастрофа (конец XIX века - 1945 г.). Курс лекций по истории еврейского народа. Бар-Иланский университет. Дата обращения: 2012-5-23. Архивировано 11 июль 2012 года.
  • Вишницер М. Л. Гетто // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1906—1913.
  • Штереншис М. Евреи: история нации. — Герцлия: Исрадон, 2008. — 560 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-94467-064-9.