Гефест | |
бор. грек. Ἥφαιστος | |
Туғандары | |
---|---|
Тормош иптәше | |
Гефест Викимилектә | |
Гефест (бор. грек. Ἥφαιστος ) — грек мифологияһында ут аллаһы, иң оҫта тимерсе, тимерселек кәсептәрен, уйлап табыуҙарҙы ҡурсалаусы, Олимпта бөтә биналарҙы төҙөүсе, Зевс йәшендәрен әҙерләүсе. Микен текстарында тик фараздар ғына телгә алына: a-pa-i-ti-jo (Гефест?)[1].
Гомер буйынса, Зевстың һәм Гераның улы. Аполлон, Артемида, Арес, Афина, Геба һәм Илифияның ағаһы.
Башҡа мифтар буйынса, Гера тәүҙә Зевсҡа Афинаны тыуҙырғаны өсөн үс итеп үҙенең ҡабырғаһынан[2] Гефесты тыуҙыра[3]. Шулай уҡ ҡайһы берҙә Гефестың атаһы тип Гелиосты йәки, крит мифы буйынса Талосты атайҙар.
Гефест донъяға килгәс, ул сибек һәм сирле, өҫтәүенә ике аяғына ла аҡһаҡ бала булып тыуа. Гера, улын күреп, унан баш тарта һәм бейек Олимптан ташлай. Ләкин диңгеҙ йәш алланы йотмай, ә уны үҙенең лоноһона ҡабул итә. Диңгеҙ алиһәһе Фетида Гефестың ҡабул итеүсе әсәһе була[4]. Үҙенең бәлиғ булыуына тиклем Гефест диңгеҙ төбөндә йәшәй һәм яратҡан эше менән шөғөлләнә: сүкей. Гефестың тимерлегенән бик шәп әйберҙәр сыға, уларға матурлығы һәм ныҡлығы буйынса тиңдәр булмай. Әйтерһең дә, тере кеүек төшөрөлгән ҡоштар оса, ысынында кешеләр йәшәй, хатта ел дә Гефестың иҫ киткес ижад емештәрендә тормошҡа эйә була.
Зевс менән Гераның улы әсәһенең енәйәте тураһында ишеткәс, Гефест үс алырға ҡарар итә. Ул донъяла тиңе булмаған кресло (алтын тәхет) төҙөй һәм Олимпҡа Гера өсөн бүләк сифатында ебәрә. Гера һоҡлана, бындай күркәм эште бер ҡасан да күрмәгән була, әммә ул креслоға ултырыу була, күҙгә күренмәгән бығауҙар уны уратып ала, һәм ул креслоға бығаулана. Илаһтар пантеонынан бер кем дә креслонан сынйырҙарҙы ысҡындыра алмай, шуға күрә Зевс, Гефестҡа Гераны азат итергә бойороҡ бирер өсөн, аллалар вәкиле Герместы ебәрергә мәжбүр була. Әммә Гефест баш тарта. Шул саҡ аллалар шарап эшләү аллаһы Дионисты Гефестҡа ебәрә. Дионис Гефесты эсерә Һәм уны Олимпҡа алып килә[5]. Гефест иҫерек килеш әсәһен иреккә сығара.
Мотивтарҙың икенсе комбинацияһы «Илиада» ның I йырында ла бар: Гефест бәйле Гераға ярҙам итә, Бының өсөн Зевс уны күктән ырғыта, һәм ул Лемносҡа ҡолап төшә, аяҡтарын йәрәхәтләй, шуның өсөн аҡһай башлай[6].
Гера улын таный һәм уға гүзәл Афродитаны ҡатынлыҡҡа бирә. Гефест аллалар рәтенә ҡабул ителә һәм тимерсе сифатында эшләүен дауам итә. Олимпта бөтә биналар ҙа Гефест тарафынан төҙөлә, шулай уҡ Гефестың атаһы, Зевс үҙенең улына яңылышлыҡ белмәүсе йәшендәр әҙерләргә ҡуша.
Гефест Гераны азат иткәндән һуң, Зевс уға бөтә нәмәне лә һорарға рөхсәт итә, һәм ул Афинаны ҡатынлыҡҡа һорай (йәки был аллаларҙың ҡоралын яһаған өсөн бүләк була[7]), Ул Афинаны эҙәрлекләй[8]. Афина һаҡлана башлай, һәм Гефестың ергә ҡойған орлоғонан Эрихтоний тыуа[9].
Гефест гиганттар менән Флегрей Һуғышы ваҡытында арый, һәм уға Гелиос арбала урын бирә[10]. Ул Орион тураһында миф менән бәйле. Бер үлемле иргә хеҙмәт итә[11].
Ул ҡөҙрәтле һәм киң яурынлы, әммә матур түгел һәм ике аяғына ла аҡһаҡ булып һүрәтләнә[12]. Гомерға ярашлы Гефест Афродитаның ире була, ә Гесиод буйынса харита Аглаяның тормош иптәше була.
Эгида йәки эгид (бор. грек. αἰγίς" «дауыл, өйөрмә») — Зевс ҡалҡаны, уны ҡайһы бер риүәйәттәргә ярашлы, Гефест Амалтеяның мифик кәзәһе тиреһенән эшләгән; был ҡалҡан менән Зевс көслө дауылдарҙы ҡуптара.
Рим мифологияһында грек Гефестына Вулкан тап килә.
Аллалар Мысырға ҡасҡанда, Гефест үгеҙгә әйләнә[16].
Грек филологтарына ярашлы, Коттаның фекере килтерелгән телмәрҙә дүрт Гефест була:[17]
Һөйгәндәре:
Балалары:
Уның тарафынан үлтерелгәндәр:
Платон хәбәр итеүенсә, һуңғы Апатурий көнөндә Гефест хөрмәтенә гимн ярыштары — лампадодромиялар үткәрелә[26]
Һәр дүртенсе йылда 28 пианопсионға факел йөрөшө менән оҙатылған Гефестиялар — Гефест хөрмәтенә байрамдар тура килә[27].
Уға Гомерҙың XX гимны һәм LXVI орфик гимн бағышланған. Эсхилдың «Прикованный Прометей» трагедияһының, Ахей Эретрийскийҙың «Гефест» сатира драмаһының, билдәһеҙ авторҙың «Гефест» пьесаһының, Эпихармдың «Пирующие, или Гефест» комедияһының төп геройы.