Гибралтар боғаҙы | |
---|---|
исп. Estrecho de Gibraltar, ингл. the Strait of Gibraltar, ғәр. مضيق جبل طارق | |
Координаты: пропущена долгота | |
Тоташтыра | Урта диңгеҙ, Атлантик океан |
Илдәр | |
Бүлә | Пиреней ярымутрауының көньяҡ осон һәм Африканың төньяҡ-көнбайыш яр буйын |
Киңлеге | 14-45 км |
Оҙонлоғо | 59 км |
Иң тәрән урыны | 1184 м |
Strait of Gibraltar Викимилектә |
Гибралтар боғаҙы (исп. Estrecho de Gibraltar, ингл. the Strait of Gibraltar, ғәр. مضيق جبل طارق, лат. Fretum Gaditanum) — Пиреней ярымутрауының көньяҡ осон һәм Африканың төньяҡ-көнбайыш яр буйын айырыусы, Урта диңгеҙҙе Атлантик океан менән тоташтырыусы боғаҙ.
Оҙонлоғо 65 км, киңлеге 14—44 км, фарватерҙа уртаса тәрәнлек 338 м (максималь тәрәнлек 1181 м)[1].
Гибралтар боғаҙында төрлө тәрәнлектәрҙә ағымдар ҡапма-ҡаршы яҡтарға йүнәлгән. Өҫкө ағым Атлантиканан Урта диңгеҙгә йылына уртаса 55 198 км³ һыу (уртаса температураһы 17 °C һәм тоҙлолоғо 36 ‰-дән юғарыраҡ) килтерә. Тәрәнлек ағымы Атлантик океанға 51 886 км³ һыу (уртаса температураһы 13,5 °C һәм тоҙлоғо 38 ‰) килтерә[1].
Гибралтар боғаҙы ҙур стратегик һәм иҡтисади әһәмиәткә эйә[1]. Боғаҙ тирәһендә Испания порттары Сеута, Ла-Линеа, Альхесирас, Марокко ҡала-порты Танжер һәм Бөйөк Британияның Гибралтар хәрби-диңгеҙ базаһы урынлашҡан[2].
«Гибралтар» һүҙе «Джебель Тарик» (ғәр. جبل طارق; «Тарик тауы») ғәрәп һүҙбәйләнешенең испанлаштырылған варианты булып тора. Тауға ғәрәп юлбашсыһы Тарик ибн Зиядтың исеме бирелгән[3].
Гибралтар боғаҙы аша тоннель йәки күпер төҙөү проекттары буйынса фекер алышыуҙар бара.
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |