Гиральда

Гиральда
Рәсем
Культура Әлмөхәдтәр[d]
Дәүләт  Испания
Административ-территориаль берәмек Севилья һәм Ishbiliya[d]
Әҫәр заказсыһы Абу Якуб Юсуф[d]
Архитектура стиле готик архитектура[d], art of Almoravides and Almohades[d] һәм испано-мавританское искусство[d]
Вид в ночное время
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of the Giralda[d]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from the Giralda[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Giralda[d]
Карта
 Гиральда Викимилектә

Гиральда (исп. Giralda; рус. Хиральда — «флюгер») — иҫтәлекле урын, Севильяның символы. Севилья соборының дүрт мөйөшлө ҡыңғырау манараһы, донъяла ҙурлығы буйынса өсөнсө урында торған сиркәү, готик һәм барокко архитектура стилдәренең иң яҡшы үрнәктәренең береһе. Башняның бейеклеге яҡынса 98 м.[1]. Манараның өстән ике өлөшө — Әлмөхәдтәр осороноң иҫке манараһы, ҡалған өстән бере (өҫкө өлөшө) — Испания Яңырыу архитектураһы.

Гиральданың прототибы булып Марракештағы (Марокко)[2]Әл-Көтөбиә мәсете манараһы хеҙмәт итә Төҙөлөш Андалусияла мавритан сәнғәтенең сәскә атҡан осоронда, Яҡуп әл-Мансур идаралыҡ иткән ваҡытта 1184 йылда архитектор Әхмәт бен Бәнү проекты буйынса башланған, ә 1198 йылда Ғәли әл-Ғүмәр тамамлап ҡуя[3]. Манара Севильяның Ҙур мәсетендә төҙөлгән булған. Ғәрәп хакимлығы осоронда Гиральданы алтын ялатылған дүрт баҡыр шар ослай. Король Аҡыл Эйәһе Альфонсоның йылъяҙмаһында шарҙарҙы ҡояш яҡтыртҡанда уларҙың ялтырауы ҡалаға бер көнлөк юл алыҫлығынан күренеп тора, тип яҙылған. Манараның яҫы ҡыйығы Гиральданы ул ваҡытта Европала иң ҙурҙарҙан һаналған обсерватория итеп ҡулланырға мөмкинлек бирә.

1248 йылдан, Фердинандо III Севильяны яулап алғандан һуң, мәсетте собор итеп файҙаланалар, һуңғараҡ готика стилендә үҙгәртеп ҡорола. Әммә манара үҙенең тәүге формаһын һаҡлап ҡала һәм Севилья соборының ҡыңғырауҙар манараһы сифатында ҡулланыла башлай.

Манара башында табылған баҡыр глобус 1365 йылда ер тетрәүҙә ауып төшә. Христиандар тәре һәм ҡыңғырауҙар өҫтәп, кире урынлаштыралар.

Гиральда — Реконкиста ваҡытында христиандар Севильяны 16 айлыҡ ҡамауҙа тотҡанда емерелмәй ҡалған берҙән-бер мосолман ҡоролмаһы. Күҙәтеү майҙансығынан Севильяға күркәм күренеш асыла.

  1. Севилья — Большой энциклопедии Кирилла и Мефодия
  2. Sacred Destination — La Giralda, Seville
  3. Catedral de Sevillia — La Giralda
  • Волкова Г. И. Giralda // Учебный испанско-русский лингвострановедческий словарь-справочник. — М.: Высш. шк., 2006. — С. 295. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 5-06-004248-0.
  • Никитюк О.Д. Кордова Гранада Севилья (древние центры Андалусии) / Редактор Л.М.Азарова, художественный редактор Л.А.Иванова. — М.: Искусство, 1972. — 190 с. — (Города и музеи мира). — 50 000 экз.
  • Гнедич П.П. История искусств (живопись, скульптура, архитектура) / Ответственный редактор Н.Арановская. — М.: ЭКСМО, 2004. — 848 с. — 5000 экз.