Греков Митрофан Борисович | |
рус. Митрофан Борисович Греков | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 3 (15) июнь 1882 |
Тыуған урыны | Шарпаевка[d], Колушкинское сельское поселение[d], Тарасовский район[d], Ростов өлкәһе, СССР |
Вафат булған көнө | 27 ноябрь 1934[2][3] (52 йәш) |
Вафат булған урыны | Севастополь, Крымская АССР[d], РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Император художество академияһы |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Дәүләт Третьяков галереяһы[d] һәм Центральный музей Вооружённых Сил[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Mitrophan Grekov |
Греков Митрофан Борисович Викимилектә |
Греков Митрофан Борисович (1911 йылға тиклем — Митрофан Павлович Мартыщенко; 3 июнь (15 июнь) 1882 йыл — 27 ноябрь 1934 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың рәссамы-баталисы.
Митрофан Борисович Греков Дон Ғәскәре өлкәһе Донецк округының Яновский улусы Шарпаевка утарында казак ғаиләһендә тыуған. Төп исеме — Мартыщенко Митрофан Павлович.
Тәүҙә Одесса һынлы сәнғәт училищеһына уҡырға инә (Кирияк Костандиҙа), аҙаҡ Петербург сәнғәт академияһында уҡый, унда И. Репин һәм баталия жанры классигы Ф. А. Рубола өйрәнә.
1912 йылдан лейб-гвардия Атаман полкында хеҙмәт итә.
Беренсе донъя һуғышы фронттарында була, унан төрлө рәсемдәр килтерә.
Граждандар һуғышында Ҡыҙыл армия составында һуғыша, үнда үҙ ирке менән бара. Буденныйҙың Беренсе атлылар армияһын төшөрә.
Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы була (АХРР).
1931 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп килә.
Иң билдәле картиналары: «Трубачи Первой Конной армии», «Тачанка», «Бой при Егорлыкской», «Замерзшие казаки генерала Павлова». «Штурм Перекопа» (1934) панорамаһын төшөргән коллективты етәкләй.
1934 йылдың 27 ноябрендә Севастополдә «Перекоп» панорамаһы өҫтөндә эшләгән сағында вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән[4].