Грецияла мәғариф 6 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар өсөн мотлаҡ булып тора. Ул башланғыс (грек. Δημοτικό Σχολείο) — 6 класс, һәм тулы булмаған урта (грек. Γυμνάσιο) — гимназия, 3 класс, белем биреүҙе үҙе эсенә ала. Мәктәпкәсә учреждениелар бар: 2,5 йәштән үткән балалар өсөн ясли-баҡсалар (грек. Παιδικός σταθμός) бар, улар йә айырым йә балалар баҡсалары (грек. Νηπιαγωγείο) составында эшләй[1].
(Аҙнаһына сәғәттәрҙең иҫәбе уҡытыусыға бәйле)[2]
1997 йылғы мәғариф реформаларына ярашлы өҫтәмә урта белем биреүҙе ике төрҙәге мәғариф учреждениеларында алырға мөмкин: дөйөм лицейҙа (1997 йылдан грек. Ενιαίο Λύκειο ти атала, 2006 йылда грек. Γενικό Λύκειο тип үҙгәртелә) һәм профессиональ-техник белем биреү уҡыу йорттарында (грек. Τεχνικό Επαγγελματικό Εκπαιδευτήριο — техникумдарҙа). Дөйөм лицейҙа уҡыу 2 йәки 3 йыл, ә техникумда — 3 йыл дауам итә. Дөйөм лицей аттестаты тик урта белем биреү курсын тамамлауҙы иҫбатлай, ә техникумдың аттестаты специальность буйынса эшкә урынлашырға хоҡуҡ бирә. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың бер уҡыу йортонан икенсегә үҙ-ара күсеү һаҡланып ҡала. Өҫтәмә урта белем биреү уҡыу йорттарына шулай уҡ профессиональ белем биреү институттары (грек. Ινστιτούτο Επαγγελματικής Κατάρτισης) инә, улар рәсми, әммә классик булмаған белем биреүҙе тәҡдим итә, сөнки институттар гимназия йәки лицейҙы тамамлаусыларҙы ҡабул итә[2].
Грецияла бихисап шәхси мәктәптәр эшләй, уларҙа башланғыс һәм урта мәктәбе уҡыусыларының 6 % уҡый (Европа Берләшмәһендә иң юғары күрһәткес). Шәхси мәктәптә белем алыу хаҡы йылына 1500 евронан алып тәшкил итә[3][4].
Грецияның ғәмәлдәге Конституцияһына (16.8 статьяһы) ярашлы, илдә шәхси юғары уҡыу йорттарын ойоштороу тыйыла[5]. Дәүләт юғары белемен университеттарҙа һәм техник белем биреү институттарында (грек. Τεχνολογικό Εκπαιδευτικό Ίδρυμα) алырға мөмкин. Уларға лицейҙың икенсе йәки өсөнсө классынан һуңғы имтихандар һөҙөмтәләре буйынса уҡырға инергә мөмкин. Бынан башҡа, тулы 22 йәшле кеше жеребьёвка һөҙөмтәһендә Греция асыҡ университетының студенты була ала. Греция университеттарында уҡыу йылы 1 сентябрҙән 21 июнгә ҡәҙәр дауам итә, шул уҡ ваҡытта уҡытыу 11 сентябрҙән 15 июнгә тиклем бара. Йыл дауамында Раштыуа һәм Пасха байрамдарына бәйле булған оҙайлы каникулдар бар, уларҙың дөйөм дауамлығы 4 аҙнанан артмай[2].
Грецияның иң престиж университеттары: Каподистрия исемендәге милли университет, Афина милли техник университеты, Аристотель университеты, Афина иҡтисад һәм бизнес университеты, Афина сәнғәт мәктәбе, Пантеон университеты, Пирей университеты, Үҙәк Греция университеты, Македония университеты[6]. (См. также перечень институтов технического образования.)
2008 йылда Грецияла башланғыс белемгә дәүләт сығымдары 2 097 154 000 евро, урта белемгә — 2 523 807 650 евро; юғары университет белеменә — 1 078 554 000 евро һәм техник белем биреү институттарына — 409 576 000 евро[2]. Мәғарифҡа бүленгән йыллыҡ сығымдар ЭТП-нан 4,4 % тәшкил итә, был күрһәткес буйынса Греция донъяла 92-се урынды биләй[7].
2010 йылда Греция Хөкүмәте мәғариф өлкәһендә радикаль реформалар башланыуы тураһында иғлан итә, улар юғары уҡыу йорттарының асыҡлығына һәм интернационализациялауғына булышлыҡ итеүгә, уҡыусылар һәм студенттарҙың үҙидаралығы мөмкинлектәрен киңәйтеүгә йүнәлтелә. Бынан башҡа 2013—2014 уҡыу йылында тәүге оҙайтылған көн мәктәптәрен һәм онайн-мәктәптәрҙе асырға планлаштырышла[8].