Дельменхорст | |
нем. Delmenhorst | |
Байраҡ | Герб |
![]() | ![]() |
![]() | |
Кем хөрмәтенә аталған | Дельма[d] |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Түбәнге Саксония |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Дельма[d] һәм Klosterbach[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Oldenburg Land[d] |
Хөкүмәт башлығы | Jürgen Thölke[d], Otto Jenzok[d], Harald Groth[d] һәм Patrick de La Lanne[d] |
Ойошма ағзаһы | Climate Alliance of European cities with indigenous rainforest peoples[d][2] һәм Niedersächsischer Städtetag[d][3] |
Халыҡ һаны | 78 979 кеше (31 декабрь 2023)[4] |
Идари бүлектәре | Hasbergen[d] һәм Stickgras[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 7 метр |
Туғандаш ҡала | Люблин[5][6][7][…] |
Сиктәш | Бремен[d], Дипхольц[d], Ольденбург[d] һәм Везермарш (район) |
Майҙан | 62,45 км² (2016)[8][9] |
Почта индексы | 27749–27755 |
Рәсми сайт | delmenhorst.de |
![]() | |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1254 |
Урындағы телефон коды | 04221 |
Номер тамғаһы коды | DEL |
Категория для почётных граждан субъекта | Q19473268? |
![]() |
Дельменхорст (нем. Delmenhorst, т.-нем. Demost) — Германияла, Түбәнге Саксония ерендәге ҡала.
1247 йыл — Дельма йылғаһы буйында ҙур булмаған нығытманан йырын менән ҡәлғә барлыҡҡа килә.
1254 йыл — Дельменхорст исеме тәүге тапҡыр яңғырай.
1371 йыл — Дельменхорст ҡала тип аталыу хоҡуғын ала, әммә тағы ла күп кенә йылдар сиратлап ҡалаларҙан, ул ваҡытта Ольденбург һәм ru:Бремен герцоглыҡтарынан бәйле була.
1690 йыл — Дельменхорст үҙ йәрминкәһен булдырыу хоҡуғына эйә була.
1832 йыл — беренсе һәр аҙналыҡ «Delmenhorster Kreisblatt» гәзите бөгөнгө көнгә тиклем сығарыла.
Дельменхорст, пробка һәм тәмәке индустрияһы ( 1850 йылдан) һәм Бремен-Ольденбург тимер юл участкаһын асыу ( 1867 йылда) арҡаһында XIX быуат аҙағына Везер-Эмс төбәгендә иң эре сәнәғәт ҡалаһы була. Һуңыраҡ бында шулай уҡ һинд сүсе, йөн һәм линолеум етештерелә.
1903 йыл — Дельменхорст бойондороҡһоҙлоҡ алыуға өлгәшә һәм үҙенең ратушаһы хоҡуғына эйә була, ул 1910 йылдан 1914 йылға тиклем төҙөлә.
2000 йыл — ҡала интернациональ 2000 Expo күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
XIX быуатта индустриалләштереүгә тиклем Дельменхорст халҡы 1937 (1816 йыл) кеше тәшкил иткән һәм 1900 йылға 16 579 кешегә тиклем артҡан. Халыҡтың артыуының икенсе тулҡыны Икенсе донъя һуғышы тамамланыу менән башлана, мәҫәлән, 1950 йылда 57 273 кеше иҫәпләнә. 2010 йылда дөйөм халыҡ һаны 77 174 кеше тәшкил итә, шуларҙың 39 258 ҡатын-ҡыҙ (50,9 %) һәм сит ил кешеләре 5906 (7,7 %). 2009 йылда Дельменхорст ҡалаһындағы 219 кеше Рәсәй Федерацияһы Гражданлығына эйә булған.
|
44 ағзанан торған ҡала советы, һәм обер- бургомистр 5 йыллыҡ срокҡа һайлана. Киләһе һайлауҙар 2011 йылдың сентябрендә үтә
Туғандаш ҡалалар:
Дельменхорст аша федераль автобандар — А1/А28 һәм E37/E22 үтә
Дельменхорст Бремен аэропортынан 14 км алыҫлыҡта ята һәм Hauptbahnhof Delmenhorst тимер юлы вокзалы бар.
Дельменхорст юғары кимәлдә моторлаштырылған — 1000 кешегә 674 автомобиль (Германияла моторлаштырылыу урта кимәлдә 550/1000 кешегә, ә Рәсәйҙә 207/1000 кешегә тәшкил итә).