Дерматология (грек. δέρμα, δερματός) — «тире һәм λόγος — клиник медицинаның бер бүлеге; нормаль һәм патологик тиренең структураһын һәм функцияларын, дерматиттар — тире һәм уның өҫтәлмәләре (сәс, тырнаҡтар) ауырыуҙарының этиологияһын һәм патогенезын, диагностикаһын, уларҙы дауалау һәм булдырмай ҡалыу юлдарын өйрәнә; медицинаның тире ауырыуҙарын, уларҙы дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын өйрәнеүсе тармағы[1]; тире төҙөлөшөн, функцияларын, тире ауырыуҙарын һәм уларҙы дауалау, профилактика ысулдарын өйрәнеүсе фән[2].
Дерматология венерология менән берҙәм дисциплина тәшкил итә, инфекциялы патология менән дә тығыҙ бәйләнештә тора. Тиреләге бактериаль, паразитар, вируслы, бәшмәк ауырыуҙарҙы, токсидермияларҙы айырып өйрәнәләр. Дерматоздарға дистрофия, тире ялҡынһыныуҙары, псориаз, лихена, ҡыуыҡлы дерматоз, лимфома һәм тире шеше, генодерматоз, васкулит, коллагенозлар һәм эпидермис өҫтәлмәләре ауырыуҙары һ.б. керә.
Дерматология Викимилектә |