Ҡала | ||||||
Дурбан | ||||||
Сәғәт теле буйынса өҫтә һулдан: Durban CBD, Ushaka Marine World, «Ҡояшлы яр» казиноһы һәм күңел асыу үҙәге, Мозес Мабида стадионы, en:Inkosi Albert Luthuli International Convention Centre һәм Durban City Hall. | ||||||
| ||||||
Ил | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Провинция | ||||||
Ҡала округы | ||||||
Координаталар | ||||||
Мэр |
Мксолиси Каунда | |||||
Нигеҙләнгән | ||||||
Элекке исеме |
Порт-Натал | |||||
Майҙаны |
225.91 км² | |||||
Халҡы |
536 644 кеше (2007) | |||||
Конфессиональ составы |
68% — христиандар | |||||
Сәғәт бүлкәте | ||||||
Телефон коды | 031 | |||||
Почта индексы |
4001 | |||||
Һанлы танытмалар | ||||||
Рәсми сайт | ||||||
Ду́рбан[1] (африк. Durban, Дюрбан[2]; ингл. Durban; зулу eThekwini — «гавань янындағы урын»; быға тиклем — Порт-Натал, ингл. Port Natal) — Көньяҡ Африка Республикаһында ҡала. Йоханнесбургтан һәм Кейптаундан һуң Көньяҡ Африка Республикаһының халыҡ буйынса өсөнсө агломерация үҙәге (2007 йылда — 3,45 миллион кеше). Квазулу-Натал провинцияһының Этеквина ҡала округында урынлашҡан. Иң ҙур порт һәм туризм үҙәге (инфраструктура һәм сервистың юғары кимәле, йылы океан ағымы һәм пляждар). 1835 йылда нигеҙләнгән.
Археологик табылдыҡтар йөҙ мең йыл элек үк әлеге Дурбандың тирә-яғында койсан халыҡтарына ҡараған һунарсылар һәм йыйыусыларҙың ҙур булмаған общиналары йәшәгәнен раҫлай. Беҙҙең эраның икенсе мең йыллығы башында улар төньяҡтан күсеп килгән банту ҡәбиләләре тарафынан тулыһынса юҡ ителә.
1497 йылғы Католик Раштыуаһы алдынан был урындарға Европанан Һиндостанға диңгеҙ юлы эҙләгән португал экспедицияһы килгән, уның менән Васко да Гама етәкселек иткән. Ул биләмәне Натал (порт. Natal — «Раштыуа») тип атаған.
Тәүге аҡ тәнле күскенселәр бында 1824 йылда килә, ул саҡта лейтенант Фрэнсис Фаруэлл (ингл. Francis Farewell) етәкселегендәге 25 инглиз кешеһе Натал бухтаһының төньяҡ ярында лагерь ойошторал[3]. Башта торамаға зулустарҙың яугир ҡәбиләләре тарафынан юҡ ителеү ҡурҡынысы янай, әммә һуңынан Фаруэлл юлдаштарының береһе Генри Финн (ингл. Henry Fynn), зулустар юлбашсыһы Чаканы һуғышта алған яраһынан дауаланып, уның менән дуҫлаша ала. Чака рәхмәт йөҙөнән Финнгә яр буйында 30 миль киңлектәге һәм ҡоро ергә 100 милгә һуҙылған ер һыҙаты бүләк иткән. 1835 йылдың 23 июнендә 35 аҡ тәнле колонистар йыйылышында Көньяҡ Африалағы инглиз колонияларҙың губернаторы сэр Бенджамин Д’Урбан (ингл. Benjamin d’Urban) хөрмәтенә Дурбан тип аталған ҡаланың нигеҙләнеүе тураһында рәсми рәүештә иғлан ителә.
1838 йылда Дурбан эргәһендә башланған бурҙар һәм зулустар конфликты колонистарҙың Африка халыҡтары менән мөнәсәбәттәрен киҫкенләштерә һәм хатта ҡаланы ваҡытлыса эвакуациялауға килтерә. Шунан һуң бурҙар тарафынан ойошторолған Наталь Республикаһы һәм инглиз колониаль властарының бойондороҡһоҙ бур дәүләтенең ойошторолоуына юл ҡуймау теләге, бурҙар һәм инглиздәр араһында ҡораллы бәрелештәргә килтерҙе. Инглиз даими армияһының бур ополчениеһынан һан яғынан һәм техник яҡтан өҫтөн булыуы арҡаһында, 1844 йылда Наталь Бөйөк Британия тарафынан анексациялана.
Дурбанға килгән инглиз колонистары ҡала эргәһендә бик күп шәкәр плантациялары булдырған. Африка кешеләренең плантацияларында эшкә йәлеп итеү ауырлыҡтары менән осрашҡас, плантаторҙар эшселәрҙе Британия Һиндостанынан килтерә башлаған. Эшселәрҙе йышыраҡ оҙайлы ваҡытҡа — 25 йылға яллағандар. Уларҙың күбеһе контракт тамамланғандан һуң тыуған яғына ҡайтырға теләмәгәс, әлеге ваҡытта ҡалала Һиндостан менән Пакистандан ситтә ҙур һинд-пакистан общинаһы бар.
Халыҡтың 68,3 % — ҡара тәнлеләр, 20 процентҡа яҡыны — шәкәр плантацияларында эшләгән һиндтарҙың инглиз телле тоҡомдары, 9 проценты — аҡ тәнлеләр, 2,8 проценты — башҡа «төҫлөләр». Иң таралған тел — зулу теле (63,04 %), 30 процент — инглиз теле, 3,4 процент — коса теле, 1,4 процент — африкаанс теле. Халыҡтың 68 проценты — христиандар, 11 проценты — индуистар, 3 проценты — мосолмандар.
Дурбан — йәш ҡала (65 йәштән өлкәндәр халыҡтың дөйөм һанының 4,2 % тәшкил итһә, 24 йәштән йәшерәктәр — 48,9 %). Эшһеҙҙәр халыҡтың дөйөм һанының 27,9 % тәшкил итә. Ике университет бар, белем кимәле сағыштырмаса юғары.
СПИД менән сирләү кимәленең юғары булыуы етди проблема булып тора, ул ҡара тәнле халыҡ араһында 25 процентҡа етә.
Һуңғы йылдарҙа ҡала властары һәм полиция был мәсьәләлә ярайһы уҡ алға китешкә өлгәшһә лә, ҡалала енәйәтселек кимәле Көньяҡ Африка Республикаһының уртаса күрһәткесенән юғары.
Ҡаланың һәм уның тирә-яғының күпселек өлөшө ярайһы уҡ бейек (700 метрға тиклем) һәм текә ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан, тигеҙлек участкалары яр буйында ғына бар. Ҡала Натал бухтаһы тирәләй урынлашҡан. Ҡала аша Умгени, Умхлатузан, Умлас йылғалары аға[4].
Дурбан оҙайлы, эҫе һәм ямғырлы йәйле, ҡыҫҡа һәм йылы ҡышлы субтропик океан климаты зонаһында урынлашҡан. Һирәк күҙәтелгән ҡырау ҡаланың көнбайыш ҡалҡыулы өлөшөндә генә була.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 36 | 34 | 35 | 36 | 34 | 36 | 34 | 36 | 37 | 40 | 34 | 36 | 40 |
Уртаса максимум, °C | 28 | 28 | 28 | 26 | 25 | 23 | 23 | 23 | 23 | 24 | 25 | 27 | 25 |
Уртаса температура, °C | 25 | 24 | 24 | 21 | 20 | 17 | 17 | 18 | 19 | 20 | 22 | 23 | 21 |
Уртаса минимум, °C | 21 | 21 | 20 | 17 | 14 | 11 | 11 | 13 | 15 | 17 | 18 | 20 | 17 |
Абсолют минимум, °C | 14 | 13 | 12 | 9 | 5 | 4 | 3 | 3 | 5 | 8 | 10 | 12 | 3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 134 | 113 | 120 | 73 | 59 | 28 | 39 | 62 | 73 | 98 | 108 | 102 | 1009 |
Сығанаҡ: SAWS |
Дурбан агломерацияһы көслө етештереү, туристик, транспорт һәм финанс секторҙары булған үҫешкән диверсификациялы иҡтисадҡа эйә. Яр буйында урынлашыу һәм ҙур порт ҡалаға илдең эске райондарында урынлашҡан Көньяҡ Африка Республикаһының иҡтисади үҙәктәре (Йоханнесбург, Претория һәм Блумфонтейн) алдында өҫтөнлөк бирә. Субтропик климат, йылы диңгеҙ ағымы һәм халыҡтың мәҙәни төрлөлөгө лә төбәктә туризмды үҫтереү өсөн өҫтөнлөклө булып тора. Туристарҙы айырыуса ҡаланың Һинд океаны буйында алты километрға һуҙылған Алтын миле йәлеп итә. Уның бөтә кәрәкле заманса инфраструктураһы (юғары класлы отелдәр, сауҙа-күңел асыу үҙәктәре, пляждар һәм бассейндар, дельфинарий һәм башҡалар) бар[5]. Көньяҡ Африка Республикаһында һәм Африкала иң ҙур Дурбан диңгеҙ порты ҙур әһәмиәткә эйә. Бынан тыш, 2015 йылда Көньяҡ ярымшарҙа контейнер йөктәрен хеҙмәтләндереү өсөн иң ҙур терминал уның ҡарамағында[6].
Аҡ тәнлеләр режимы ҡолатылған һуң, Дурбандың иҡтисады 20 йыл дауамында ҙур ауырлыҡтар кисергән. Ҡалаға күсеп килгән ҡара тәнле кешеләр һәм ауыл халҡы үҙҙәре менән енәйәтселектең һәм антисанитарияның артыуына килтергән. Үҙәк эшлекле район, Йоханнесбургтағы кеүек үк, яңы властарҙың был мәсьәләләрҙе хәл итә алмауы (йыш ҡына шул уҡ теләге лә булмауы) арҡаһында ташландыҡҡа әүерелде. Енәйәтселектең юғары кимәле туризм өлкәһендә һәм башҡа тармаҡтарҙа үҫешеү өсөн ҡаршылыҡ булып торғын. Күп кенә корпорациялар ҡаланың төньяғында урынлашҡан һәм башлыса аҡ тәнлеләр йәшәгән Умшланг районына күсә. Эш урындары һаны буйынса ҡала иҡтисадында икенсе урынды биләгән етештереү секторы тулыһынса реконструкциялауға мохтаж, быға Көньяҡ Африка Республикаһынан аҡтарҙың күсенеүе (һуңғы йылдарҙа булһа ла) ҡамасаулай. Шуға ҡарамаҫтан, Дурбан Йоханнесбург һәм Кейптаундан һуң Көньяҡ Африкалағы иң бай ҡалаларҙың береһе булып ҡала.
Һуңғы ваҡытта бизнесты ҡалаға кире йәлеп итеү өсөн байтаҡ көс һалына, яңы яр буйы ҡала үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа табан үҫеш нөктәһе булдырҙы, океанариум төҙөлдө, бынан алда ташландыҡ эшлекле районды реконструкциялау алып барыла, ҙур торлаҡ биналар һәм күңел асыу ҡоролмалары төҙөлә. 2010 йылда GaWC рейтингыһында Дурбан гамма-ҡала булараҡ баһалана.
Эш үҙәгенән төньяҡҡа табан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, 2012 йылда пассажирҙар әйләнеше 4,7 миллиондан ашыу кеше тәшкил иткән Король Чака исемендәге халыҡ-ара аэропорты ҡаланы хеҙмәтләндерә. 2010 йылда асылған аэропорттан Көньяҡ Африка Республикаһының бөтә төп ҡалаларына, шулай уҡ Дубай, Мапуту, Лусака, Хараре һәм Маврикийға халыҡ-ара рейстар башҡарыла. 2014 йылда Лондон, Сингапур һәм Мумбаиға, элек иҫке Дурбан аэропортынан башҡарылған рейстарҙы тергеҙеү планлаштырыла.
Дурбан порты Африкала экваторҙан көньяҡтараҡ иң ҙур порт һәм Көньяҡ ярымшарҙа ҙурлығы буйынса өсөнсө контейнер порты булып тора.
Дурбанда Көньяҡ Африкалағы тәүге тимер юл (1860 йыл) асылған. Беҙҙең көндәрҙә ҡала тимер юл вокзалынан алыҫ араға йөрөүсе ике поезд юлға сыға: көн һайын Йоханнесбургка (Питермарицбург һәм Ньюкасл аша) һәм аҙна һайын Кейптаунға (Кимберли һәм Блумфонтейн аша). Был поездарҙы нигеҙҙә Көньяҡ Африка Республикаһы матурлығы менән һоҡланырға теләүсе туристар файҙалана. Metrorail KwaZulu-Natal компанияһы ҡала яны поездары менән идара итә. Юғары тиҙлекле Дурбан — Йоханнесбург тимер юлы линияһын төҙөү планлаштырыла.
Дурбанда милли әһәмиәттәге ике автомобиль юлы киҫешә — N2 (Кейптаун — Дурбан — Мпумаланга) һәм N3 (Дурбан — Йоханнесбург).
Йөҙәрләгән маршрут буйынса пассажирҙар ташыған шәхси микроавтобустар Дурбан йәмәғәт транспортының нигеҙе булып тора. Туристарҙы хеҙмәтләндереү өсөн Durban People Mover ойошмаһы ҡарамағында уңайлы автобустар менән өс маршрут бар.
Ҡалала Дурбан университеты урынлашҡан.
Дурбанда 2010 йылдар башында халыҡ-ара кимәлдә популярлыҡ яулай башлаған Гьом электрон бейеү музыкаһы жанры барлыҡҡа килде[7].
Дурбанда йыл һайын абруйлы марафондарҙың береһе — The Comrades уҙғарыла. Марафон Дурбан-Питермарицбург (йоп йылдар) йәки Питермарицбург-Дурбан (таҡ йылдар) маршруты буйынса үтә.
2007 йылда бында футбол буйынса донъя чемпионатында йәрәбә һалынды, уның ҡайһы бер ваҡиғалары ҡаланың «Мозес Мабида» стадионында үткәйне.
Дурбан Викимилектә | |
Дурбан Викияңылыҡтарҙа | |
Дурбан Викигид |