Дюйм (Рәсәйҙә дюйм; халыҡ-ара: inch, in йәки ″ — ике штрих ; нидерл. duim — баш бармаҡ) — ҡайһы бер Европа илдәрендә метрик булмаған ара үлсәү берәмеге[1]. Тарихи яҡтан — оло йәштәге ир кешенең баш бармағы киңлеге[2].
«Дюйм» һүҙен урыҫ теленә XVIII быуат башында Пётр I кереткән. Бөгөнгө көндә яҡынса бер дюйм 2,5 см һәм ул үлсәүҙәрҙең Англия системаһы таралған илдәрҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә киң ҡулланыла.