Ел тирмәне — ел энергияһы иҫәбенә механик эш башҡара торған аэродинамик ҡоролма. Ғәҙәттә, ҡоролма заводтарҙа, тирмәндәрҙә, башняларҙа ҡуйыла. Елдән алынған энергияны күп тармаҡта ҡулланырға мөмкин. Он йәки тәмләткестәр тартыу, һыу һурҙырыу һәм ағас бысыу кеүек эштәрҙе башҡара. Хәҙерге заман ел ҡоролмалары электр энергияһын етештерә. Улар ел электр станцияһы тип атала.
Ел ярҙамында эшләй орган (музыка инструменты) тураһында Б. Э. 1 быуатында грек инженеры Герон яҙып ҡалдырған. Был ел энергияһын ҡуллана торған беренсе машина була.[1][2] Б. Э. 60 йылдарында көнсығыш Персияла вертикаль күсәрле ел тирмәндәре файҙаланыла. 1180 йылдарҙа төньяҡ-көнбайыш Европала горизонталь күсәрле ел тирмәндәрен эшләтәләр.[3] Был төр бөгөн дә йыш ҡулланыла.
Беренсе ел тирмәндәре оҙон вертикаль күсәрле, дурт мөйөшлө ҡалаҡлы (лопасть) булған. Бындай тирмәндәр 9-сы быуатта Персияла булғаны билдәле.[4] Хәлиф Ғүмәрҙеңел тирмәне турыһында хәҡиҡәт бар (Б. Э. 634—644 йылдары). Был тарихтың ысынмы-бушмы икәне билдәһеҙ.[5] Ел тотоу өсөн алтынан ун икегә тиклем елкән ҡуйғандар. Елкәндәр ҡамыштан йә етендән эшләнгән туҡыманан тегелгән. Ошондай ел ҡоролмалары 13 быуатта Ҡытайҙа ла булған. Был ҡоролмалар һуғарыу өсөн файҙаланылғпн. Был төр Европа ҡоролмаларынан бик ныҡ айырылған.
Ел ҡалаҡтары йәки елкәндәр ел ярҙамында хәрәкәткә килә. Кардан валы механизмдары әйләнеү көсөн бороп ебәрә. Он тарта торған ҡоролмала ел тирмән ташын әйлендерә. Әйләнгән таш араһына эләккән иген бөртөтәре ватыла, тартыла. Һыу һурҙыра торған ел ҡоролмаларында әйләнеп торған вал поршенды хәрәкәткә килтерә. Цилиндр эсендә йөрөгән поршень һыу һура һәм ҡыҫып сығара. Электр энергияһы етештерә торған ҡоролмаларҙа вал бик күп механизмдар менән бәйләнгән, был электр генераторының әйләнеү тиҙлеген арттырырға булышлыҡ итә.
Мигель де Сервантес «Дон Кихот» әҫәрендә Дон Кихоттың ел тирмәндәре менән көрәшеүе хаҡында яҙа. Ул уларҙы шәфҡәтһеҙ гигант тип уйлай. Шуға күрә, Ла-Манч ел тирмәндәре бөтә донъяға билдәле. Ел тирмәне менән сығыштырыу елғыуар, файҙаһыҙ тигәнде аңлата. «Moulin Rouge» (Мулен Руж) тигәнде француз теленән тура тәржемә иткәндә Ҡыҙыл Ел Тирмәне тигәнде аңлата.