Озеро | |
Женева күле | |
---|---|
фр. Lac Léman, нем. Genfersee | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 372 м |
Үлсәме | 73 × 14 км |
Майҙаны | 582 км² |
Иң тәрән урыны | 310 м |
Уртаса тәрәнләк | 154,4 м |
Бассейн | |
Впадающая река | Рона |
Вытекающая река | Рона |
Урынлашыуы | |
46°27′00″ с. ш. 6°31′00″ в. д.HGЯO | |
Илдәр | |
[[ |Регионы административ бүленеше]] | Женева, Во, Вале, Овернь — Рона — Альпы |
[[административ бүленеше |Район]] | Үрге Савойя |
Женева күле Викимилектә |
Женева күле йәки Леман (франц. Lac Léman, Le Léman, Lac de Genève) — Альп тауҙарының иң ҙур күле һәм ҙурлығы буйынса Балатон күленән Үҙәк Европала икенсе урынды биләй[1]. Швейцария һәм Франция сиктәрендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны - 582 км²[2]. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге - 372 м[3].
Женева күле Ронаның һыубаҫар туғайында урынлашҡан һәм Ивуар ауылы тирәһендә бормаланған ярым ай формаһында. Бөгөл тәбиғи рәүештә уны Ҙур (франц. Grand Lac) һәм Бәләкәй (франц. Petit Lac) күлдәргә бүлә.
Күлдең төньяҡ ярына зиннәтле курорттар һалынған - ул Швейцария ривьераһы. Бында лорд Байрондың шулай уҡ исемдәге поэмаһы арҡаһында дан алған Шильон замогы ҡалҡып тора.
Женева менән Лозанна араһындағы яр буйы участкаһын - Ла-Кот (франц. La Côte), Лозанна менән Вева араһындағы һыҙатты Лаво (франц. Lavaux) тип йөрөтәләр.
Иң иртә яҙылған күлдең атамаһы — Рим осоронда бирелгән лат. Lacus Lemannus. IV быуатта был атама лат. Lacus Lausonius йәки Lacus Losanetes тигәнгә үҙгәрә, ә Урта Быуаттарҙа — франц. Lac de Lausanne.
франц. Lac de Genève тигән атама XVI быуатта Швейцария конференцияһы көсәйгәндән һуң ҡулланыла башлай. XVIII быуатта француз теленә ҡулланыу буйынса икенсе урынды биләгән франц. Lac Léman тигән атамаһы кире ҡайта. Ҡайһы бер карталарҙа франц. Lac d’Ouchy тип яҙылып үткән.
Көньяҡ яр | Төньяҡ яр | |
---|---|---|
Ҙур күл | Кантон Вале/Франция яры
|
Кантон Во |
Бәләкәй күл | Франция яры | Кантон Во
Кантон Женева |
20-се быуаттың тәүге яртыһына тиклем күл буйлап йөк ташыу өсөн Женева күленең елкәнле баркалары файҙаланыла. Күл буйлап пассажирҙар ташыу менән 1873 йылда ойошторолған Compagnie générale de navigation sur le lac Léman тигән Швейцария пароходсылығы шөғөлләнә. Уның флоты составына 20-се быуат башында төҙөлгән 5 тәгәрмәсле пароход инә.