Журналистика | |
Продукция | мәғлүмәт, нарратив[d][1] һәм новости[d] |
---|---|
Журналистика Викимилектә |
Журналистика (франц. journaliste ← journal ← лат. diurnalis, diurnalе «ежедневное известие, весть» — «көндәлек хәбәр, белдереү»[2]) — мәғлүмәт йыйыу, уны эшкәртеү һәм киң мәғлүмәт саралары (интернет, матбуғат, радио, телевидение, кино һәм башҡалар) ярҙамында уны таратыу эшмәкәрлеге; ғилми дисциплина булараҡ журналистика матбуғат менән бергә барлыҡҡа килгән. XIX быуаттың икенсе яртыһы— XX быуат башында иһә фотожурналистика һәм киножурналистика, ә 1920–1940 йылдар арауығында — радиожурналистика һәм тележурналистика беҙҙең тормошта үҙ урынын ала.[3][4][5]
Журналистика, киң мәғлүмәт сараларының айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ, йәмғиәттең пресса, телевидение, радио, интернет һәм башҡалар кеүек күп функциялы институттары рәтенә инә.
Тикшереүселәрҙең бер өлөшө фекеренсә, журналистиканың ике йүнәлеше бар — тикшеренеү журналистикаһы һәм тикшереү (расследование) журналистикаһы. Журналист-тикшеренеүсе, ҡағиҙә булараҡ, асыҡ мәғлүмәт сығанаҡтары менән эш итһә, тикшереү барышында журналист ябыҡ мәғлүмәт өлкәһенә үтеп инә. Ошоға ярашлы был ике йүнәлештең эш методикаһы бер-береһенән айырылып тора. Демократик илдәрҙә журналист-тикшереүселәрҙе «демократияның бәйҙәге эттәре» йәки «бысраҡ бутаусылар» («разгребатели грязи») тип йөрөтәләр. Шул уҡ ваҡытта журналистиканы ошолай ике ҡапма-ҡаршы йүнәлешкә бүлеү бөгөнгө көндә бәхәсле тип билдәләнә һәм бигерәк ябай ҡараш итеп ҡабул ителә.
Фән булараҡ журналистика— ошо эшмәкәрлек төрөн булдырыу һәм уның йәмғиәттәге ғәмәли эше менән идара итеүҙең, журналистиканың ижтимағи процесстарға тәьҫир итеүенең тотош циклын үҙ эсенә алған художестволы (нәфис), культурологик, тарихи, социологик һәм башҡа дисциплиналар системаһы.
Журналистика һүҙен рус теленә рус яҙыусыһы, драматург, тәнҡитсе, журналист, тарихсы һәм тәржемәсе Николай Алексеевич Полевой (3.07.1796—6.03.1846) индереп ебәрә[6][7][8].
Рус телендә хәҙерге ваҡытта киң таралыу алған журнал һүҙе француз теленән Пётр I хакимлек иткән замандарҙа килеп ингән. Сығышынан ҡарағанда, төп телдәге франц. journal papier journal — «ежедневная газета» («көндәлек гәзит») һүҙ бәйләнешенән алынған, бындағы journal — «ежедневный» («көндәлек») — латин телендәге diurnalis һүҙенә барып тоташа[2].
Лексикологтар раҫлауынса, журналист һүҙен үҙенең «Рассуждение об обязанностях журналистов при изложении ими сочинений, предназначенное для поддержания свободы философии» исемле мәҡәләһендә тәүге тапҡыр Михаил Ломоносов ҡуллана[9]. Был хеҙмәт ҡултамғаһыҙ «Nouvelle bibliothèque germanique; ou, Histoire littéraire de l’Allemagne, de la Suisse, & des pays du Nord» журналының француз теленә (латинсанан) тәржемәһендә баҫылып сыға. Ҡиң ҡулланылышлы рус теленә иһә журналистика һүҙен, үрҙә әйтелгәнсә, Николай Алексеевич Полевой индерә[6].
Р.Х. тиклем 59 йылда Римдә гәзиттең киләсәк өсөн тәү өлгөһө (прообразы) сыға. Цезарҙың күрһәтмәһе буйынса, балсыҡ таҡтасыҡтарҙа «Acta diurna senatus ас populi» («Ежедневные протоколы сената и римского народа» — «Сенаттың һәм Рим халҡының көндәлек протоколдары») донъя күрә башлай. Ваҡыт үтеү менән улар ике йүнәлешкә бүленә. Форум бинаһына ҡуйылған «Acta senatus» баҫмаларында сенаттағы сығыштар тураһында хәбәр ителә. Был, бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, элиталы, сифатлы гәзиттең тәү өлгөһө була. Артабан «Acta diurna populi romani» майҙандарҙа, баҙарҙарҙа ҡуйыла. Уларҙа ҡала яңылыҡтары яҡтыртыла. Был гәзиттең күсермәләре эшләнеүе тураһындағы мәғлүмәт баҫманың тиражы хаҡында фекер йөрөтөргә нигеҙ бирә. «Acta diurna» ҡыҫҡалыҡ, ыҡсымлыҡ һәм аңлайышлы булыуы менән айырылып тора, һәм, был йәһәттән ҡарағанда, уны тулыһынса хәҙерге замандың киң таралған һәм күмәк кеше өсөн тәғәйенләнгән гәзитенең тәү өлгөһө тип атарға була. «Acta diurna» өсөн материал йыйыусыларҙы ул ваҡытта диурналист тип йөрөткәндәр, уларҙы бар яҡлап та бөгөнгө репортёр хеҙмәтенә нигеҙ һалыусылыр тип нарыҡларға була. «Журналист» һүҙенең сығышын тарихи күҙлектән нәҡ шулай аңлатырға мөмкин[6] .
Журналистика— йәмғиәттең социаль институты булараҡ, гәзит һәм журнал, китап нәшриәттәре, телерадиокомпания редакцияларын үҙ эсенә ала. Уларҙың көндәлек эшмәкәрлеге төрлө матбуғат баҫмаларын, радио һәм телевидение программаларын әҙерләүҙән һәм киң аудиторияға тапшырыуҙан ғибәрәт. Һуңғыһын иһә журналистиканың үҙенсәлекле инфраструктураһы тәьмин итә. Улар үҙ сиратында техник, мәғлүмәти һәм ойоштороу-идара итеү тармаҡтарынан тора; журналистика инфраструктураһына шулай уҡ был йүнәлештә эшләүсе уҡыу һәм фәнни үҙәктәр ҙә инә[10].
Журналистика — эшмәкәрлек төрҙәре системаһы булараҡ, күптәр өсөн тәғәйенләнгән мәғлүмәтте эҙләп-табыуҙы, алыуҙы, етештереүҙе һәм таратыуҙы; киң мәғлүмәт сараларын ойоштороуҙы, уларға эйә булыуҙы, уларҙы ҡулланыуҙы һәм улар менән идара итеүҙе; күләмле матбуғат саралары продукцияһын етештереү һәм таратыу өсөн тәғәйенләнгән техник яйланма-ҡоролмаларҙы һәм йыһаз-ҡорамалдарҙы яһауҙы, ситтән алыуҙы, һаҡлауҙы һәм үҙ эсенә ала. Был эшмәкәрлеккә Рәсәй Федерацияһының киң мәғлүмәт саралары тураһындағы ҡануниәтендә билдәләнгәндән башҡа бер ниндәй сикләүҙәр ҙә ҡуйылырға тейеш түгел[11].
Журналистика — һөнәрҙәр йыйылмаһы, улар бар өлкәләрҙең эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн мөһим булып тора. Төп эш йүнәлештәренә бәйле автор (хәбәрсе), мөхәррир (редактор), ойоштороусы кеүек традицион һөнәрҙәр менән бер рәттән хәҙерге журналистикала менеджмент, маркетинг, реклама буйынса, шулай уҡ инженерлыҡ тәьминәте белгестәре (айырым алғанда, элемтә- һәм видеоинженерҙар, программистар, ЭВМ операторҙары һ. б.) йылдан-йыл әһәмиәтлерәк урын ала бара. Уларҙың уңышлы хеҙмәте өсөн һөнәри-журналистика ориентирлашыу зарурлығы тәүге урынға сыға[12].
Журналистика — киң мәғлүмәтте тапшырыу каналдары комплексы булараҡ төрлө бәйләнеш һәм аралашыу сараларын – периодик баҫмаларҙы (матбуғатты), радио, телевидение һәм интернетты – ҡуллана. Был комплекс бер үк ваҡытта милли һәм глобаль мәғлүмәти киңлектә эш итеүсе күп кенә төр баҫма һәм программалар (ил кимәлендәге һәм урындағы, дөйөм һәм ниндәйҙер аудиторияға, тематикаға, иҡтисад даирәләренә, тормош өлкәләренә, социаль позиция характерына, ижад төрөнә һәм йүнәлешенә һ. б. махсуслашҡан) булдыра[12].
Журналистика — хеҙмәт емеше системаһы. Был «емеш»те әҙерләү өсөн махсус белемгә, оҫталыҡҡа һәм һәләткә эйә булған төрлө һөнәр хеҙмәткәрҙәре талап ителә. «Хеҙмәт емеше системаһы» авторҙар тарафынан ижад ителеп, теге йәки был редакция хеҙмәткәрҙәре гәзит һәм журналдарға, телевидение һәм радио программаларына, агентлыҡтар бюллетендәренә ҡуйған журналист әҫәрҙәрен генә түгел, шулай уҡ журналистиканың баҫылмай торған эштәрен (программалар селтәре, сценарий һәм режиссёр пландары), редакция эсендә ҡулланылған төрлө материалдарҙы (эш пландары, хаттарға күҙәтеүҙәр, күрһәтмә йыйылмалары һ. б.), уҡыусыларҙың хаттарына яуаптарҙы, төрлө ойошма һәм учреждениеларға мөрәжәғәттәрҙе лә үҙ эсенә ала[12].
Фән булараҡ журналистика — йәмғиәттәге ғәмәли журналистиканы булдырыуҙы, уның менән идара итеүҙе, ижтимағи күренештәрҙең үҙгәреүенә уның тәьҫирен үҙ эсенә алған әҙәби (нәфис), культурологик, тарихи һәм башҡа дисциплиналар системаһы.
«Журналистика — … кеүек үк боронғо һөнәр, ҡыҫҡаһы, ул икенсе иң боронғо һөнәр» ( «Журналистика —профессия почти столь же древняя, как… словом, это вторая древнейшая профессия».— Роберт Сильвестр, «Икенсе иң боронғо һөнәр» («Вторая древнейшая профессия»)
Журналистика һәр халыҡтың социаль үҫешенең етерлек юғары баҫҡысында барлыҡҡа килә. Үҙенең тарҡаулығы һәм натураль хужалығы менән билдәле феодаль йәмғиәт мәғлүмәт менән киң алмашыуға мохтаж булмаған. Бары тик капиталистик мөнәсәбәттәрҙең — тауар алмашыу йәки феодолизм шарттарында капиталистик хужалыҡ рәүеше элементтары үҫешә башлау менән генә — мәғлүмәтте машиналар ҡулланып тиражлау ысулы барлыҡҡа килгәндән һуң журналистика тыуа ла инде. Был шарттарҙың етешеүенең ваҡыты төрлө илдәрҙә төрлөсә — XVI быуат аҙағы, XVII һәм XVIII быуаттар. Рәсәй империяһында мәғлүмәт етештереше булараҡ журналистика XVIII быуат башында барлыҡҡа килә.
Антиклыҡ осоронда ваҡытлы баҫмалар, киң мәғлүмәт саралары системаһы кеүек үк беҙ хәҙер белгән журналистика лә булмаған әле. Шуның менән бергә Боронғо Грецияла бер ҡала янында берләшкән ауылдарҙың «полис» тип аталған тәүге йәмәғәт берекмәһендә социаль әһәмиәткә эйә булған мәғлүмәтте тапшырыу-таратыуҙың ҡайһы бер ысулдары барлыҡҡа килгән[13].
Йәмәғәт аралашыуының иң мөһим сараһы тип агора —йыйылыштар үткәреү урыны, полистың сәйәси һәм дини тормошоноң үҙәге булып хеҙмәт иткән ҡала майҙаны —һаналған. Агораға йыйылған гректар яңылыҡтар һәм уй-фекерҙәре менән бүлешкән, төрлө бәхәстәр ҡорған, хәбәрҙәр тыңлаған. Һөрәнселәр полис халҡына мөһим хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән иткән. Гректарҙың аралашыу урынының икенсеһе булып гимнасиялар — спорт менән шөғөлләнеү урындары иҫәпләнгән. Тора-бара улар юғары уҡыу йорттарына оҡшаш мәғлүмәт һәм төрлө уй-фекерҙәр менән аралашыу үҙәктәренә әйләнгән, унда ошо осор философтары докладтар менән сығыш яһаған.
Полистарҙың демократик дәүләт ҡоролошона ярашлы юғары закон сығарыу власы халыҡ йыйылышы ҡулында булыуы полистарҙы «фәлсәфә цивилизацияһы»на әйләндерә[14]. Һөйләү теле ул осорҙа мәғлүмәт йөрөтөү сараһы ғына түгел, бер үк ваҡытта сәйәси йоғонто ҡоралы булып та хеҙмәт иткән. Сәйәсәттәге уңыш туранан-тура матур һәм ышаныслы итеп һөйләүгә бәйле булған.
Бөтә был шарттар беҙҙең эраға тиклем V быуатта Боронғо Грецияла ораторлыҡ оҫталығы үҫеүенә килтергән. Төрлө полистарҙа халыҡ алдында асыҡ лекциялар менән сығыш яһаусы софистар (фекер эйәләре) матур һөйләргә өйрәтеүселәр булып киткән. Софистар үҙ дәлилдәренең камиллығы һәм зирәклеге, теләһә ниндәй фекерҙе лә иҫбат итеү оҫталығы, йыйылғандарҙың һорауҙарына әҙерлекһеҙ яуап биреү таһыллығы менән тыңлаусыларҙы таң ҡалдырған. Шулай бер кем етмәҫлек оратор булып танылыу алғас, улар һүҙ һөйләү оҫталығы буйынса ҡыйбатлы дәрестәр бирә башлаған.
Журналистика — халыҡҡа, ҙур төркөмдәргә ситтән тәьҫир итеп, бик күп кешенең аңын, фекерләү рәүешен кәрәкле яҡҡа йүнәлтеү системаһы[15].
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» тигән 2018 йылда булдырылған маҡтаулы исемгә Башҡортостан Республикаһының журналистика вәкилдәре тәүге тапҡыр 2021 йыл башында лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың 11 мартында илдең был бүләге бирелеү тураһындағы танытмаларҙы 2005 йылдан «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләүсе Голов Вячеслав Николаевичҡа һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы консультанты Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡуповаға тапшырҙы[16][17].
Журналистика Викиһүҙлектә | |
Журналистика Викидәреслектә | |
Журналистика Викиөҙөмтәлә | |
Журналистика Викимилектә | |
Журналистика Викияңылыҡтарҙа |
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
autogenerated1
төшөрмәләре өсөн текст юҡ