Закинтос | |
грек. Ζάκυνθος грек. Τζάντε | |
Рәсми атамаһы | Ζάκυνθος |
---|---|
Дәүләт | Греция |
Административ үҙәге | Mer-Égée[d] |
Административ-территориаль берәмек | Закинтос[d] һәм Commune of Zakynthos[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Закинф[d] |
Халыҡ һаны |
9760 кеше (2021), 11 082 кеше (2001), 10 457 кеше (1991), 9772 кеше (2011) |
Туғандаш ҡала | Рипатрансоне[d] һәм Ночи[d] |
Майҙан | 46 км² |
Почта индексы | 29100 |
Урындағы телефон коды | 26950 |
Номер тамғаһы коды | ΖΑ |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Zakynthos (city)[d] |
Закинтос Викимилектә |
Закинтос[1] (бор.грек. Ζάκυνθος, итал. Zante o Zacinto) — Закинфа утрауының көнсығыш яғында, Грецияла урынлашҡан бәләкәй ҡала. Ион утрауҙары переферияһында Закинтос общинаһының(дима) һәм Закинтос перефирия берәҙегенең административ үҙәге. 2011 йылда халыҡ иҫәбе буйынса ҡала халҡы һаны - 9772 кеше. Рәсми атамаһынан тыш, шулай уҡ Хоры тип атайҙар — Греция өсөн ғәҙәти хәл, әгәр ҡала исеме һәм ул урынлашҡан утрау бер уҡ исем йөрөтһә.
Закинтос — ахеецтарҙың боронғо ауылдары. Системалы рәүештә элекке ауылдарҙы табыу өсөн ҡаҙыүҙар әлеге көндә лә башланмаған.
1185 йылда Закинтосты нормандары баҫып ала, ҡала ҡиәфәтендә һәм архетиктураһында көнсығыш йоғонтоһо ныҡ һиҙелә. Венеция республикаһының (XIV—XVII быуат) оҙайлы хакимлығы ҡаланың дөйөм күренешенә йоғонто һала. Венециялағы Изге Марк майҙаны өлгөһө буйынса, ҡалала Иҙге Марк католик серкәүе урынлашҡан Айиу - Марку майҙаны барлыҡҡа килә. Шулай уҡ хәҙерге Грецияның беренсе музыкаль мәктәбенә Закинтоста нигеҙ һалына, ә XVIII һәм XIX быуаттарҙа Венеция һәм Англия хакимлыҡтары һәлһеҙләнгәс, әҙәбиәте сәскә ата. Был мәҙәниәт вәкиле күренекле шағир — Дионисиос Соломос. 1864 йылда британ хакимлығы тамамлана, ҡала Ион республикаһының өлөшө һымаҡ рәсми хәлдә Греция составына инә. Ҡала, Икенсе донъя һуғышынан һуң,1943 йылдың сентәбренән алып 1944 йылдың октябренә тиклем немец оккупацияһы ваҡытындағы меры Лукас Каррера һәм грек - православ архиерейының эшмәкәрлеге өсөн үҙенә рәхмттәр ала. Был ваҡытта яҡынса 300 еврей һаҡлап алып ҡалынған.
Ҡала күп тапҡыр көслө ер тетрәүҙәрҙән зыян күргән, әммә һәр ваҡыт яңынан төҙөлгән. Һуңғы көслө ер тетрәүе 1953 йылдың 12 августында була, ҡала тулыһынса тиерлек емерелә. Яңы төҙөлөш иҫке төҙөү пландарына нигеҙләнгән, ҡала үҙенең элекке йөҙөн һаҡлап ҡала алһын өсөн. Бөгөнгө Закинтос — яңы һәм реконструкция үткән өйҙәрҙең ҡатышмаһы.
Айиу - Марку майҙанында 1957 йылда кире төҙөлгән һәм 1966 асылған Соломса Музейы һәм Закинтостың башҡа күренекле эшмәкәрҙәре муҙейы урынлашҡан[2]. Дионисиу - Солому майҙанында 1959 йылда төҙөлгән Закинтос Музейы урынлашҡан[3]. 2013 йылда изге Дионисия храмының диуары эргәһендә билдәле Рәсәй флотоводецы Федор Ушаковтың бронзалы бюстын куйғандар.
Закинтос общинаһы берләшмәһенә Строфадес төркөмөнөң Стамфанионе утрауындағы Строфадес монастыре инә общиналары берлегенә инә. 2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса халыҡ һаны 9773 кеше. Майҙанды 5,717квадрат километры[4].
Тораҡ пункттар | Халҡы (2011), кеше |
---|---|
Закинтос | 9772 |
Строфадский монастыры | 1 |
Йыл | Халыҡ, кеше |
---|---|
1991 | 10 457[5] |
2001 | 11 082[5] |
2011 | ↘ 9772 |