Имре Кальман Kálmán Imre | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме |
Имре Копштейн |
Тулы исеме |
Имре Кальман |
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Шиофок, Австро-Венгрия |
Үлгән |
30 октябрь 1953 (71 йәш) |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре | |
Әүҙем йылдары | |
Жанрҙар | |
Наградалар | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Имре (Эммерих) Кальман (мадьярса Kálmán Imre, нем. Emmerich Kalman; 24 октябрь 1882 йыл — 30 октябрь 1953 йыл) — Венгрия композиторы, «Сильва», «Баядера», «Принцесса цирка», «Фиалка Монмартра» һәм башҡа популяр оперетталар авторы. Кальман ижады менән Вена опереттаһының сәскә атыу осоро тамамлана
Имре Кальман Шиофокта (Австро-Венгрия, хәҙерге Венгрия, Балатон күле буйында, сауҙагәр Карл Копштейндың (Karl Koppstein) йәһүд ғаиләһендә тыуа. Мәктәптә үк фамилияһын Кальман тип үгәртә.[1] Пианислыҡҡа уҡый, ләкин артрит арҡаһында композицияға күсә. Будапештта музыка академияһын тамамлай, уның менән бергә Бела Барток һәм Золтан Кодаи ҙа уҡый.
1904 йылда Кальман Будапештта сыҡҡан бер гәзиттә музыка тәнҡитсеһе булып эшләй, композицияға ла күп ваҡытын бирә.
Кальманға романстары һәм симфоник әҫәрҙәре ҙур уңыш килтермәй, уның ҡарауы йырҙар циклы Будапешт ҡалаһының ҙур премияһын яулай. Дуҫы композитор Виктор Якоби кәңәше буйынса Кальман көсөн опереттала һынап ҡарамаҡ була. Тәүге опереттаһы уҡ (Tatárjárás , 1908, Будапешт) тамашасы тарафынан яратып ҡабул ителә һәм Венала, Нью-Йоркта һәм Лондонда («Осенние манёвры» тигән атама менән) ҡуйыла.
1908 йылда Кальман Венаға күсә, унда «Цыган-премьер» (1912) тигән оперетта менән уңышын нығытып ҡуя.
Һуғыш барған 1915 йылда Кальмандың иң билдәле опереттаһы «Королева чардаша (Сильва)» ижад ителә. Уны хатта фронттың ҡаршы яғында ла, шул иҫәптән Рәсәйҙә (персонаждарының фамилияһын һәм ваҡиғалар урынын үҙгәртеп), ҡуялар.
1920-се йылдарҙа Кальмандың өс опереттаһы: «Баядера» (1921) (унда, үҙе өсөн традицион вальстар һәм чардаштарҙан тыш, Кальман яңы ритмдар: фокстрот һәм шимми ҡуллана), «Марица» (1924) һәм «Принцесса цирка» (1926).
1930 йылда Кальман Пермь ҡалаһынан эмиграциялаған йәш актриса Вера Макинскаяға өйләнә, артабан «Фиалка Монмартра» опереттаһын уға бағышлай. Уларҙың улы Карой һәм Лили менән Ивонка исемле ике ҡыҙы тыуа.
1934 йылда Кальман француз Почётлы легион ордены менән бүләкләнә.
Австрияның аншлюсынан һуң, «почётлы арий» булыуҙан баш тартып, Кальман эмиграциялай — тәүҙә Парижға (1938), шунан АҠШ-ҡа (1940). Уның оперетталары нацист Германияһында тыйыла, Кальмандың ике ҡыҙ ҡәрҙәше концлагерҙа һәләк була.
1942: Кальман менән Вера айырылышалар, тик бер нисә айҙан яңынан ҡауышалар.
Нацизм ҡыйратылғандан һуң, 1948/1949 йыл ҡышында, Кальман Европаға килә, Легарҙың ҡәберенә венок һала, яңынан АҠШ-ҡа әйләнеп ҡайта. 1949 йылда инсульттан һуң өлөшләтә фалижланып ҡала. Хәле бер аҙ яҡшырғас, 1951 йылда Кальман Вераның өгөтләүе буйынса Парижға күсә, бында 2 йылдан мәрхүм була. Васыятына ярашлы, Венала Үҙәк зыяратта ерләнә. Австрия милли китапханаһында Кальмандың хәтер бүлмәһе асылған. 1982 йылғы Австрия почта маркаһына һүрәте төшөрөлгән.
Кәйеф күтәргес күңелле, тантаналы булыуы, мелодикаһының һәм оркестровкаһының камиллығы менән опереттала Кальман музыкаһына тиңдәр юҡ. Ул[2] — персонажы һинд («Баядера»), рус («Принцесса цирка») йәки француз («Фиалка Монмартра») булыуына ҡарамаҫтан, венгр мотивтары менән һуғарылған, әммә Кальман оперетталарының иң венгрсаһы — «Марица».