Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Истислах (ғәр. استصلاح — файҙа килтерергә ынтылыш), әл-мәсәлих әл-мөрсәлә (ғәр. «ирекле файҙалы ғәмәлдәр») — Ислам хоҡуҡиәтенең төп сығанаҡтарынан (фиҡһтан) хөкөм сығарыу мөмкин булмаған осраҡта, фәтүәне бөтә йәмғиәткә (өммәткә) файҙаһына ҡарап, ирекле фекерләү нигеҙендә сығарыу ысулы. Истислах әр-раий категорияларының береһе һәм хәҙерге ислам йәмғиәтенең ихтыяждарын иҫәпкә алып, фиҡһты үҫтереүҙең мөһим ҡоралы булып тора.
Истислах Мәлик ибн Әнәс (713—795) тарафынан эшләнгән һәм ҡулланылған, Мәлики мәҙһәбенең төп айырмалыҡлы үҙенсәлектәренең береһе булып тора. Теге йәки был дәрәжәлә бөтә төп мәҙхәбтәр тарафынан ҡулланыла. Хәнәфи мәҙһәбтә бойондороҡһоҙ хоҡуҡи категория һаналмай.
Шәфиғиҙәр истислахты истихсандың бер өлөшө тип иҫәпләй. Билдәле булыуынса, Хәнбәли мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы Әхмәт ибн Хәнбәл дә ошо ысулды ҡулланған. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләре айырым осраҡтарҙа истихсан менән файҙаланған[1].
Истислах истихсандың фекерҙе аналогия (ҡыяс) буйынса төҙләү ысулы булып торған һәм унан башҡа ҡулланыла алмаған бер төрө булып иҫәпләнә. Истихсандан айырмалы рәүештә, истислах Ҡөрьәнгә лә, сөннәткә лә бәйле түгел[2].
Истислах концепцияһының нигеҙендә мосолмандарҙың динен һәм ғүмерен һаҡлау, улар тураһында хәстәрлек күреү, өммәтте дауам итеүҙе тәьмин итеү һәм уларҙың мөлкәтен яҡлау идеяһы ята[3].
Истислах бер нисә шартты үтәгәндә генә көскә эйә[1][4][5]:
Истислах миҫалы: һуғыш иғлан ителһә, оборона өсөн кәрәкле аҡсаны тик байҙарҙан ғына йыйыу.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |