Истисхаб

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Истисхаб (ғәр. استصحاب‎ — хәл-тороштоң дәлил булмай тороп үҙгәрмәү презумпцияһы) — исламда хоҡуҡи ҡарар сығарыуҙың рационалистик принцибы (хөкөм), уға ярашлы, «үҙгәрештәрҙең асыҡ билдәләре күренгәнсе теләһә ниндәй үҙгәрештәр башланған тип иҫәпләнмәй». Ислам хоҡуғы сығанаҡтарының береһе. Истисхаб ғәйепһеҙлек презумпцияһы, «билдәле нәмә шик килеп сығыу менән генә бөтөрөлмәй», «көнкүрештең нигеҙе — иреклелек» кеүек хоҡуҡи ҡағиҙәләр өсөн нигеҙ булып тора.

Истисхаб мәликиҙәр араһында киң таралыу ала. Унда ижтиһад, истихсан һәм истислах кеүек артабан да ҡулланырлыҡ ҡарар (прецедент) булмай, ләкин, һанап кителгән башҡа алымдар кеүек үк, фаҡиһтарға Ҡөрьән һәм сөннәт, закон нормалары коллизияһы килеп тыуған осраҡта квалификациялы ҡарарҙар сығарырға мөмкинлек бирә[1].

Истисхабтың функцияһын мосолмандарҙың мотлаҡ биш тапҡыр намаҙы миҫалында аңлатырға мөмкин. Ислам тарихының тәүге йылдарында мосолмандар өсөн биш тапҡыр намаҙ мотлаҡ булмай. Был йәһәттән шәриғәт дәлилдәре асыҡланғандан һуң ғына 5 намаҙ фарызға әйләнә. Хәҙер инде истисхаб шәриғәттә алтынсы намаҙ фарызлығы тураһында дәлил асыҡланғанға тиклем ундай бойороҡ юҡ тип күрһәтәсәк[2]. Тағы бер миҫал: хәбәрһеҙ юғалғандарҙың мираҫын, уның үлеме тураһында дәлилдәр килтерелмәй тороп, бер кем дә ала алмай. Шулай уҡ, ғәйепләнеүсенең ғәйебе иҫбатлағанға тиклем, ул яуаплылыҡтан азат ителә[3].

  1. Колодин А. Истисхаб. Культура веры. Путеводитель сомневающихся. Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года.
  2. Бутаев, Умар Истисхаб (правовая презумпция). Исламская цивилизация (15 декабрь 2013). Дата обращения: 29 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  3. Istishab // The Oxford Dictionary of Islam. Архивировано из первоисточника 2 апрель 2015.
  • Istiṣḥāb / Linant de Bellefonds Y. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Вахба аз-Зухайли. аль-Ваджиз фи усуль аль-фикх.
  • Мухаммад Сулейман аль-Ашкар. аль-Вадих фи усуль аль-фикх.