Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ифта́р (ғәр. إفطار) — Рамаҙан айында, ураҙанан сығып, киске аш ашау. Ауыҙ асыу урындағы ваҡыт менән аҡшам намаҙы (мәғриб) башланыуға тура килә.Башҡорт халҡында йышыраҡ «ауыҙ асыу» ғибәрәһе ҡулланыла. Ул «ифтар» һүҙенең синонимы булып тора.
Ифтар ҡояш байыу менән башлана. Уны һуңғараҡҡа ҡалдырырға ярамай. Хаҡ хәҙистә әйтелеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр аҡшам намаҙын уҡыр алдынан яңы бешкән йәки киптерелгән хөрмә емеше (финик) менән ауыҙ асҡан, ул булмаһа — ябай һыу эскән. Хәҙис шәриф:
Ауыҙ асырға йыйынһағыҙ, хөрмәнән башлағыҙ, әгәр хөрмә тапмаһағыҙ, һыу эсегеҙ, ул ысынлап та таҙарта[1][2][3].
Шуға күрә ифтарҙы хөрмә йә һыуҙан башлау сөннәт һанала.
Башҡорт халҡында тоҙ йәки хөрмәнән (финик) башҡа берәй емеш менән ауыҙ асыу ҙа ғәҙәти хәл булып тора[4].
Шулай уҡ башҡорт халҡында ауыҙ асыу ваҡытында ҡышҡы юлда булып, ҡул аҫтында башҡа ризыҡ булмағанда ҡар ҡабып булһа ла ауыҙ асырға ҡушылған, сөнки ураҙанан сығыуҙы һуңлатыу ярамай.
Ауыҙ асырға ашҡа саҡырыу йолаһы туғандар һәм дуҫтар менән араларҙы яҡынайта, тәрбиәүи мәғәнәгә лә эйә.
Аллааһүммә ләкә сүмтү үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыкә әфтартү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү
Йә, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.
Көнө буйы ризыҡ ҡапмай, һыу эсмәй йөрөгән кеше бигерәк тә йәй көнө ифтарҙы ныҡ көтөп ала. Ғәҙәттә, табын мул әҙерләнә. Тик мосолман һаулығына зыян килтермәҫлек итеп туйынырға тейеш.
Башта емеш ҡабып, һыу ғына эсеп ҡуйырға ла аҡшам намаҙын уҡып алырға тәҡдим ителә. Был ашҡаҙанға стресс эшләмәү өсөн кәрәк. Намаҙҙан һуң ғына башҡа ризыҡ ҡабул итә башлау яҡшы. Ойоған һөт, ҡатыҡ кеүектән башламаҫҡа кәңәш ителә, был ашҡаҙанға ауыр буласаҡ.
Ҡурылған, ныҡ майлы, үткер тәмле, ныҡ боросло ризыҡ ашамаҫҡа тәҡдим ителә. Ыҫланған ашамлыҡтар, консервалар ҙа файҙалы түгел, етмәһә, улар һыуһатыусан да була. Ифтарға диеталы ашамлыҡтар: һимеҙ булмаған тауыҡ һурпаһынан аш, быҡтырылған йәшелсә, рагу иң ҡулайы.
Ҡамыр аштарын, газлы һыуҙарҙы бик сикле ҡулланырға кәңәш ителә. Һыуҙы ла ашағандан һуң күпмелер ваҡыт үткәс эсеү яҡшыраҡ, сөнки ашҡаҙан һутын шыйығайтып, ризыҡ эшкәртелеүгә ҡамасаулаясаҡ. Иң яҡшыһы — тәрәүих намаҙ ваҡытында бүлеп-бүлеп эсеү. Һыу яйлап үҙләштереләсәк һәм көндөҙ һыуһамаҫҡа ярҙам итәсәк[5].
Иң мөһиме — артығын ашамаҫҡа кәрәк.
Ифтарҙан һуң ошондай доғалар уҡыла:
.Аллааһүммә ләкә сүмтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтәртү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә бикә әәмәнт. Йә үәәсиғәл-фадли -ғфир лий. Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии әғәәнәни фә сүмтү үә рәзәҡани фә әфтәрт
Ифтар Викимилектә |