Иштван Чукас | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Венгрия |
Тыуған көнө | 2 апрель 1936[1][2] |
Тыуған урыны | Кишуйсалаш[d], Яс-Надькун-Сольнок[d], Венгрия короллеге, Венгрия короллеге |
Вафат булған көнө | 24 февраль 2020[3][4][5] (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Будапешт, Венгрия[6] |
Ерләнгән урыны | Фаркашрети[d][7] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, шағир, балалар яҙыусыһы, сценарий яҙыусы, баснописец |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәбиәт[8], шиғриәт[8], проза[8] һәм детская и подростковая литература[d][8] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Иштван Чукас Викимилектә |
Иштван Чукас (2 апрель 1936 йыл — 24 февраль 2020 йыл) — венгр шағиры, яҙыусы, балалар яҙыусыһы, цифрлы әҙәбиәте академияһы ағзаһы, ике тапҡыр «Милләт рәссамы» һәм Йозеф Аттила премияһы эйәһе.
Иштван Чукас Венгрияның Кишуйсаллаш ҡалаһында тыуған, шунда башланғыс мәктәп тамамлаған. Бала саҡтан ул музыкаға һәләтлелеген күрһәтә һәм скрипка класы буйынса музыка мәктәбендә белем ала. Тик музыкаль белем алыуын дауам итмәй, башта юридик факультетында уҡый, ә һуңынан сәнғәт факультетына күсә. Радио шиғри конкурсында еңеүе уның тормошонда киҫкен боролош булып тора.
Иштван журналист булып эшләй, телевизион сериалдар һәм фильмдар өсөн сценарийҙар яҙа, бер нисә шиғырҙар йыйынтығын баҫтыра. 1960 йылда балалар өсөн проза әҫәрҙәре яҙа башлай, балалар өсөн 100-гә яҡын китап сығара. Мәҫәлән, Мир-Мурр , Пом-пом исемле бесәй, Сюсю исемле аждаһа тураһында әҫәрҙәре ҙур популярлыҡ яулай, уның әҫәрҙәре балалар классикаһына әүрелә[9]
1975 йылдың 10-сы Голливуд телевизион фестивалендә уның «Шлем һәм картоф танауы» нәфис фильмы фестивалдең төп призын (Гран-при) һәм «Балалар өсөн иң яҡшы йыл фильмы» исемен яулай. 2014 йылда ул композитор Имре Наде менән берлектә балалар өсөн «Ҡасып киткән йондоҙҙар» операһын ижад итә һәм ошо уҡ йылдың октябрендә өсөнсө тапҡыр Астрид Линдгрен Мемориаль премияһы шорт-листына индерелә. 2015 йылда, Венгр драмаһы көнөндә, Эрне Села ҡулынан йәш быуын өсөн ижад иткән сәхнә мифтары өсөн махсус премия ала.
Чукас Иштван 83 йәшендә вафат була. Ул вафат булған кистә социаль селтәрҙәрҙә уның әкиәттәрен, фильмдарын күрһәтәләр, уның тураһында һөйләйҙәр. 2020 йылдың мартында Будапештта Фаркасрети зыяратында ерләнә.