Йожеф Этвёш | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Австрия империяһы Венгрия |
Титул | барон[d] |
Тыуған көнө | 3 сентябрь 1813[2][1][3], 13 сентябрь 1813[4][5] или 1813[6] |
Тыуған урыны | Буда[d], Австрия империяһы[5] |
Вафат булған көнө | 2 февраль 1871[2][1][7][…] |
Вафат булған урыны | Пешт[d], Пешт[d], Венгрия |
Атаһы | Игнац Этвёш[d] |
Хәләл ефете | Ágnes Rosty[d][8] |
Балалары | Лоранд Этвёш[d] |
Туған тел | Венгр теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | министр по делам образования и религии Венгрии[d], министр по делам образования и религии Венгрии[d], president of the Hungarian Academy of Sciences[d], Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][9], Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][10] һәм Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][11] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Партия Деака[d][10] һәм Адресная партия[d][10] |
Ойошма ағзаһы | Венгрия фәндәр академияһы[d] |
Йожеф Этвёш Викимилектә |
Барон Йожеф Этвёш фон Вашарошнамень (мадьярса Eötvös von Vásárosnamény József [ˈøtvøʃ]; 13 сентябрь 1813 йыл, Буда — 2 февраль 1871 йыл, Пешт) — мадьяр яҙыусыһы, Австро-Венгрияның сәйәси эшмәкәре.
Австро-Венгрияның Буда ҡалаһында барон Игнац Этвёш һәм баронесса Лилиен ғаиләһендә тыуған. Юғары ҡатлам өсөн тәғәйенләнгән сифатлы белем ала, башта нотариус урынбаҫары булып эшләй, ә тиҙҙән атаһы уны сәйәсәт донъяһына алып килә. Күп йылдар Көнбайыш Европала йәшәй, бында әҙәбиәт һәм сәйәсәттәге яңы йүнәлештәр, шулай уҡ романтизмдың алдынғы вәкилдәре менән таныша.
Венгрияға ҡайтҡандан һуң «Төрмәләрҙе реформалау» исемле тәүге сәйәси әҫәрен яҙа. Үткер телмәрҙәре һәм ғалимлығы менән Венгрияның Милли йыйылышында билдәлелек ала. Телмәрҙәренең береһендә (1841 йылда баҫылып сыға) йәһүдтәргә тулы гражданлыҡ хоҡуҡтары биреүҙе яҡлап сығыш яһай.
Артабанғы йылдарҙа Pesti Hírlap милли-либераль гәзите аша үҙенең идеяларын тара. Үҙ ҡараштарын мадьяр әҙәбиәтендә классик әҫәрҙәренең береһе булған «Ауыл нотариусы» (1844—1846) романында, һәм шулай уҡ «Венгрияла Крәҫтиәндәр һуғышы» (1850) тарихи романында һәм «Йәшәһен тиңлек» комедияһында сағылдыра.
1842 йылда Анне Роштины кәләш итеп ала.
1848 йылғы Мадьяр инҡилабы башланғансы уҡ Этвёш Венгрияның алданғы яҙыусыһы һәм сәйәсмәне булараҡ репутация яулаған. Уның фекере йәмәғәтселеккә ҙур йоғонто яһай алған , шунлыҡтан уны хатта Австрия палатины, эрцгерцог Йозеф Антон Йоганн иҫәпкә алырға мәжбүр булған.
1848 йылғы Мадьяр инҡилабы барышында Этвёштың либераль идеялары йәмғиәттә киң тарала һәм яҡлау таба, ул Лайош Баттяниның беренсе хөкүмәтенә мәҙәниәт министры вазифаһына саҡырыла. Был хөкүмәттә ул Ференц Деак һәм Иштван Сеченьи менән бергә пацифистик һәм уртасыл ҡарашлы сәйәсмәндәр иҫәбендә була.
Лайош Кошуттың сәйәси радикализмына ҡаршы протест менән сығып, 1848 йылдың көҙөндә Мюнхенгә эмиграцияға китә. Ул сит илдән Венгриялағы ваҡиғаларға үҙенең публикациялары менән йоғонто яһай алған. «19 быуатта өҫтөнлөк итеүсе идеяларҙың дәүләткә йоғонтоһо» (1851—1854, немец телендә Венала һәм Лейпцигта сыға) тигән хеҙмәте Венгрияла әҙәбиәткә һәм йәмәғәт фекеренә һиҙелерлек йоғонто яһай.
1851 йылда туған яғына ҡайтҡас, Этвёш барлыҡ сәйәси хәрәкәттәрҙән ситтә тора. 1859 йылда «Австрияның көсө һәм берҙәмлегенең гарантиялары» (шул уҡ йылда Лейпцигта немец телендә сыға) хеҙмәтен нәшер итә. 1861 йылда Венгрияның Милли йыйылышында Этвёш Ференц Деактың тоғро көрәштәше була. 1866 йылда Венгрия фәндәр академияһы президенты итеп һайлана.
1865 һәм 1867 йылдарҙағы Милли йыйылышҡа саҡырылыштарҙа Деак сәйәсәте яғында йәнә көрәш башлай. 1867 йылдың февралендә Дьюла Андраши хөкүмәте формалашҡанда, ул йәнә мәҙәниәт министры вазифаһын биләй. Шул уҡ йылда Милли йыйылыш йәһүдтәргә тиң хоҡуҡ биреү тураһындағы закон проектын раҫлай. Әммә уның дин тотоу иреклелеген индереү тәҡдименә Рим-католик сиркәүе ҡаршы сыға һәм ул уңышҡа өлгәшмәй. Мәктәптәр тураһында милли законды ҡабул итеү уның ҙур ҡаҙанышы булған.
1867 йылғы Австрия-Венгрия килешеүен ҡәтғи яҡлай. Премьер-министр Андраши булмаған саҡта хөкүмәт ултырыштарына рәйеслек итә. Хөкүмәттә эшләү уның һаулығын ҡаҡшата һәм ул 1871 йылдың 2 февралендә вафат була. 1879 йылдың 3 майында Пешт майҙанында Этвёшҡа һәйкәл асыла.
Йожеф Этвёш мадьяр әҙәбиәтендә һәм сәйәсәтендә мөһим роль уйнай. Шиғырҙарында һәм романдарында тормошҡа, йәмғиәткә һәм сәйәсәткә үҙенең фәлсәфәүи ҡараштарын сағылдыра. Иң яҡшы шиғырҙары баллада формаһында яҙылған, әҫәрҙәре араһынан бигерәк тә романдары киң билдәле.
1895 йылда барон Йожеф Этвёш исемендәге колледж асыла, ул оҙаҡ ваҡыт мадьяр элитаһын әҙерләүсе уҡыу йорто булып ҡала. Һуңыраҡ колледж Лоранд Этвёш исемендәге университет составына индерелә.
Йожеф Этвёш Викиөҙөмтәлә | |
Йожеф Этвёш Викикитапханала | |
Йожеф Этвёш Викимилектә |