Йырҙа | |
Йырҙа Викимилектә |
Йырҙа — үҙәндең һыу ағымы , ташҡын осоронда уның аша йылғаларҙың төбөндә ятҡан нәмәләр һәм ташыу һыу йыуып хасил иткән иң түбән өлөшө.
Йырҙалар үҙҙәрен хасил иткән процестарға ярашлы бер нисә төр була.
Төп йырҙа — йылға ағымының иң күп өлөшө тупланған йырҙа.
Ҙур йылғалар йырҙаһы киңлеге бер нисә тиҫтә метрҙан километрҙарға тиклем етә (мәҫәлән, Обь, Лена (йылға), Амазонка йылғаларының түбәнге ағымы), шул уҡ мәлдә йырҙаның тәрәнәйеүе киңәйеүенә ҡарағанда яйыраҡ бара. Йырҙаның буйы ятыу һәм шаршылар менән аралашып бара. Тигеҙлектәрҙәге йырҙалар , ғәҙәттә, бормаланып ята һәм ҡомло, ләмле һәм ҡырсынташлы урындарҙа өңөп инеп, ҡултыҡ барлыҡҡа килтерә. Тау йылғалары иһә турараҡ, йыш ҡына һикәлтәләр, шарлауыҡтар барлыҡҡа килтереп аға, ҙур-ҙур һарыҡташтар уратып алған була.
Йылғаның һыу кимәле кәмегәндә уның эсенән утрауҙар, ҡаырластар ҡалҡып сыға, ҡултыҡтар бүленеп ҡалып, ятыуҙар, бәләкәй күлдәр хасил итә. Шул рәүешле күп ҡултыҡлы йырҙа барлыҡҡа килә.
Фарватер — йырҙаның суднолар хәүефһеҙ йөҙөп йөрөй алырлыҡ ярайһы тәрән урыны.
Күскенсе йырҙа — тәүлек эсендә йәки бер нисә сәғәттә тиҙ йыуылып барған ярҙар арҡаһында ағымын үҙгәртеп торған йырҙа.
Башҡортостанда Һыусумған атамалы ваҡ йылғалар бер нисә районда осрай. Был йылғалар яҙғы ташҡында төп йырҙаға барып етә, әммә һыу ҡайтҡас, йәки ҡоролоҡ йылдарында һыуы ер аҫтына китеп юғала. Мәҫәлән, Бөрйән районының Исламбай ауылы янында, Күгәрсен районының Юлдыбай ауылы янында, Белорет районының Ноҡат һәм Шығай ауылдары янында шундай һыу сығанаҡтары бар [1].