Йөҙөм | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Vitis L. | ||||||||||||
Төрҙәре | ||||||||||||
| ||||||||||||
|
Йөҙөм, виноград (лат. Vítis) — үҫемлектәр ырыуы, йөҙөмдәр ғаиләһе, емеше бешеп еткән мәлендә — шәрбәт тәмле еләк.
Йөҙөмдөң үренделәре үрмә суҡ (лоза), йәки ябай ғына әйткәндә, йөҙөм суғы тип атала.
Йөҙөм орлоғо тәүге йылы шытып сыҡҡас бик оҙон булып үҫмәй. Япраҡ һабағы төбөндәге бөрөнән киләһе йылына оҙон, яҡшы үҫешкән үренделәр сыға, ә артабан үренденең һәр бөрөһөнән нәҙеге үҫә. Улар көҙгә иң түбәнге бөрөгә тиклем һулый, ҡыҫҡа үренделәр генә тороп ҡала.
Ҡыҫҡа үренденең берҙән-бер шул бөрөһөнән артабанғы вегетация осоронда көслө һабаҡ китә, уныһы ла үҙ сиратында ҡыҫҡа үрендегә әүерелә.Оҙон үренделәрендә сәскәләр барлыҡҡа килеп, емеш бирә, ә ҡыҫҡалары ҡыҫыр ҡала. Баҡсала үҫтергәндә ваҡытында ҡырҡып барыу арҡаһында үҫемлек йыл да сәскә ата һәм емеш бирә.
Сәскәләре ваҡ, тәлгәшле. Уларҙағы ата һәм инә енесле өлөштәренә ҡарап, төрлө типтарға бүләләр:саф инә, саф ата енесле, ике енесле, функцияһы менән ата енесле, функцияһы менән инә енесле. Һуңғы өс тип иң мөһимдәре һанала. Ике енеслелек баҡсала үҫтерелгән күпселек сорттарға хас.
Емештәре — ярайһы тығыҙ тәлгәшкә тупланған түп-түңәрәк йәки оҙонса еләк. Сортына ҡарап төрлө төҫтә була — һары, йәшкелт, ҡарағусҡыл күк, шәмәхә, ҡара һ.б..
Vitis ырыуы 70 төрҙән тора һәм ике ваҡ ырыуға бүленә: Euvitis Planch һәм Muscadinia Planch. Тәүгеһенә 68 төр инә,улар сығышы, үҫкән төбәктәре, шулай уҡ ботаник, морфологик-анатомик үҙенсәлектәре буйынса өс төркөмгә бүленә:
Н. И. Вавилов йөҙөмдөң килеп сығышын һәм сәсеп үҫтерелә башлауын ошолай билдәләгән:
Европа-азия төрөнә бер тип инә: Vitis vinifera L., ул бик күп баҡса сорттары биргән, Vitis vinifera subsp. silvestris (урман йөҙөмө ) лә бар.
А. М. Негруль сәсеп үҫтерелгән сорттарҙы үҙенсәлектәренә ҡарап өс экологик-географик төркөмгә бүлә:
Америка төркөмөнә 28 төр инә. Баҡсасылар уларҙың һабаҡтарын үрсенте алыу өсөн файҙалана.Бигерәк тә Vitis rupestris, Vitis riparia һәм Vitis labrusca сорты ҡулай. Һуңғыһы төньяҡ америка сорттары араһында ер еләге еҫе аңҡытып тороуы менән данлы.(XVII быуат урталарынан сәсеп үҫтерелә).
Көнсығыш азия төркөмөнә 39 төр инә, улар әлегә әҙ өйрәнелгән. Иң билдәлеһе — Амур йөҙөмө (Vitis amurensis). Үҙ сиратында Амур йөҙөмө өс экотипҡа бүленә: төньяҡ экотип (Хабаровск ҡалаһы киңлегендә үҫә), көньяҡ экотип (Владивосток киңлегендә үҫә) һәм ҡытай экотибы (Ҡытайҙың көньяҡ райондарында таралған).
Йөҙөм сорты — баҡса йөҙөмөнөң төрлөлөгөн һүрәтләү өсөн ҡулланылған ябай систематик берәмек. Нәҫел буйынса бирелә торған морфологик, биологик һәм хужалыҡта яраҡлылығы буйынса айырмаларын билдәләү өсөн ҡулланыла. Рәсәй һәм БДБ ерҙәрендә 3000-дән артыҡ йөҙөм сорты осрай.
Сығышы, селекция ысулы һәм биологик үҙенсәлектәре буйынса ошондай сорттарға айыралар:
Еләктәренең үҙенсәлектәре һәм уларҙан алынған продукцияның ҡулланышына ҡарап ошондай сорттарға бүленә:
Еләктәренең өлгөрөү тиҙлеге буйынса йөҙөмдө 7 төркөмгә бүләләр: бөрөләр асылғандан алып емеш өлгөргәнсә ваҡыт нигеҙ итеп алына. Был билдәләр буйынса бүленеш ошондай: барыһынан иртә( 105 көнгә тиклем ), бик иртә (105—115 көн), иртә (115—125 көн), уртасаға яҡын (125—130 көн), уртаса (130—135 көн), һуң (135—140 көн) һәм бик һуң (140 көндән ашыу) өлгөрә торған сорттар.
Йөҙөмдәң тәме буйынса бүленеш:
Йөҙөмдө һәр яҡлап — сорты, рәүеше һәм клондары буйынса — таралыуын, төрҙәрен, шулай уҡ урындағы шарттар, кеше йоғонтоһо нигеҙендә үҙгәрештәрен өйрәнә торған фән Ампелография тип атала. Әле донъяла 8000 меңләп сорт бар.
Йөҙөм емештәрнең тышына (пруин), миллиондарса микроорганизмдар эйәләй, улар араһында йөҙөм шәкәре менән туҡланған сүпрә үңәҙҙәре лә бар. Шул микроорганизмдар йөҙөм тышына аҡһыл «онлораҡ» төҫ биреп тора ла инде. Йөҙөм иҙелгәндә тышындағы сүпрә үңәҙҙәре уны әсетә башлай. Сүпрә үңәҙҙәренең ашҡаҙан ферменттары йөҙөм шәкәрен тарҡатып көс туплай, шуның һөҙөмтәһендә углекислый газ һәм, кислород булмаған осраҡта, спирт барлыҡҡа килә.
Шараптар ер йөҙөндә иң киң таралған техник сорт йөҙөмдәрҙән ҡойола. Сәнәғәт эшкәртеүенә еңел бирелгән, артыҡ әсе булмаған шәрбәт сорттарға өҫтөнлөк бирелә. Иң шәп шараптар Vitis vinifera — Каберне Совиньон, Рислинг, Шардоне, Шираз, Неббиоло һымаҡ европа сорттарынан килеп сыға. Ҡатнаш техник сорттарҙан ҡойолған шараптар сифаттары буйынса уларға яҡын. Төрлө типтағы шараптар үҙҙәренә ярашлы сорттарҙы ҡулланып сығарыла.
Фламанд рәсемендә йөҙөм Йорис ван Сон (1623—1667)) |
Боронғо грек мифологияһы буйынса, Оресфей тигән эт ағас киҫәге тыуҙыра ла ергә күмеп ҡуя. Шул киҫәктән, имеш, йөҙөм үҫеп сыҡҡан. Шарап илаһы Дионис.
Геральдикала бик күп ҡалаларҙың гербтарында йөҙөм һүрәте төшөрөлгән: Белгород-Днестровский (1944 йылғаса — Аккермана), Изюм (Йөҙөм), Кизляр (Ҡыҙҙар), Телави, Чугуев һәм башҡа ҡалаларҙың гербтарында ошо емеште күрергә була.. Изюм ҡалаһы 17 быуатта «йөҙөмлө» исем алған һәм «исемле герб»ҡа эйә булған .
Йөҙөм Әрмәнстандың символы булып һанала, риүәйәттәргә ярашлы, Нух пәйғәмбәр Арарат тауына кәмәһе менән килеп туҡтағас, йөҙөм үҫентеһе ултыртҡан да шарап эшләгән. Әрмәнстанда үҫкән йөҙөм бик шәрбәтле һәм юғары сифатлы шараптар, коньяктар сығарырға мөмкинлек бирә
Рәсәй ерҙәрендәге йөҙөм үҫтерелгән иң төньяҡ төбәк — Башҡортостан. Кушнаренко районы үҙәгендә уҙған быуаттың тәүге яртыһынан ошо нәзәкәтле емеш үҫтерелә. Ирле-ҡатынлы агроном Стреляевтар булдырған тәүге баҡсаны. 1928 йылда улар йөҙөм баҡсаһына нигеҙ һала. Киҫкен климатлы төбәгебеҙгә яраштырып, Лидия Стреляева бер нисә сорт йөҙөм килтереп сығарған [1].
Энтузиастар башлаған эш һүнеп ҡалмаған ғына түгел, киңәйтелгән дә. Хәҙер инде бер нисә гектарҙа йөҙөм үҫтерелә, ике гектарҙа — иң ҙур уңыш бирә торғандары тупланған. Улар гектарынан 250 центнерлап уңыш бирә.
Кушнаренко районында урынлашҡан селекция үҙәгендәге хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, бында һәр ҡыуаҡтан 15 килограмға тиклем емеш алырға була. Үҙәктә виноградтың 50-гә яҡын төрө үҫтерелә, шуларҙың бишәүһе — Башҡортостанда сығарылған һәм дәүләт реестрына индерелгән. Был сорттар хәҙер бар илдә үрсетелә [2]. Йөҙөм шулай уҡ республикабыҙҙағы бик күп шәхси баҡсаларҙа ла үҫтерелә .
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |