Ка́минг-а́ут (яҙыуҙың ҡалған варианттары – камин-а́ут, ка́минг а́ут һәм камина́ут, ингл. coming out – «асылыу», «сығыу») – кешенең асыҡ һәм үҙ ирке менән сексуаль һәм гендер кәмлегенә инеүе тураһында асылыуы йәки шундай процесстар һөҙөмтәһе. . «Каминг-аут» термины башлыса, лесбиянкалар, гей, бисексуалдар һәм транссексуалдар (ҡыҫҡ. ЛГБТ) өсөн, үҙҙәренең сексуаль ориентацияларын йәки психик енестәре биологик енескә тап килмәүен асҡандары өсөн ҡулланыла. «Каминг-аут» аңлатмаһы, инглиз телендәге ныҡлы ҡулланылған coming out аңлатмаһынан тура үҙләштерелгән (ҡыҫҡ. coming out of the closet-тан – һүҙмә-һүҙ «соландан сығыу», «ҡараңғылыҡтан сығыу, асылыу» мәғәнәһенән).
Аутинг (outing), йәғни кеше тормошоноң айырым ситтәрен көс менән астырыу, үҙ аллы каминг-аут тип һаналмай. Аутинг публика алдында кешенең ориентацияһы йәки гендер оҡшашлығы шәхси информацияһын, уның теләгенән һәм ризалығынан ҡаршы, таратыуҙа тора, был законды боҙоу булып һанала.[1] Был һәлдән һуң, ғәҙәти булмаған ориентациялы кешегә социаль һәм профессиональ сфераһына, тирә-яҡтағы халыҡтың мөнәсәбәте ҡырҡа үҙгәрә. Был эффект кешенең шәхси һәм йәмәғәт репутацияһын боҙоуҙа ҡулланыуы ихтимал, шулай уҡ уның профессиональ төплөлөгөндә шик тыуҙыра.
Поп-культураның ҡайһы бер вәкилдәре каминг-аут йәки ғәҙәти булмаған сексуаль ориентациялы кешенең имиджын, үҙ персонаһына ҡыҙыҡһыныуҙы күтәреү өсөн, ҡуллана, мәҫәлән, шундай аҙымға «Тату» рәсәй төркөмө барған.[2]