Канн кинофестивале | |
франц. Festival de Cannes | |
Нигеҙләү датаһы | 1946 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | Cannes |
Архивы хранятся в | Французская синематека[d][1] |
Нигеҙләүсе | Жан Зе[d] |
Дәүләт | Франция |
Урын | Канн |
Ваҡиға йышлығы | 1 йыл |
Рәсми сайт | festival-cannes.com |
Ай | Май |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 523 027 һәм 164 000 ± 999[2] |
Канн кинофестивале Викимилектә |
Халыҡ-ара Канн кинофестивале (франц. Festival international du film de Cannes) — йыл һайын май аҙағында Канн (Франция) курорт ҡалаһында Круазет яры буйындағы Фестиваль һәм конгрестар һарайы базаһында үткәрелгән кинематография фестивале. Халыҡ-ара кинопродюсерҙар ассоциациялары федерацияһы (FIAPF) тарафынан 15 уйын фильмдарының конкурс фестивале менән бергә аккредитацияланған («А категориялы фестивалдәр»).
Канн кинофестивале донъяла иң тәүге һәм иң абруйлы кинофестивалдәрҙең береһе. 1939 йылда ойошторола, тәүге тапҡыр 1946 йылда үткәрелә[3][4]
Халыҡ-ара кинофорумды Францияла уҙғарыу идеяһы Венецияла барлыҡҡа килә, сөнки фестивалдең популярлығы арта бара. 1930 йылдар башында һәм уртаһында Италия фестиваленең форматы бик бәхәсле була. Ойоштороусы ил менән сағыштырғанда Франция һәм Европаның башҡа төп киноберләшмәләренән бик аҙ ҡатнашалар. 1938 йылғы фестиваль (унда Лени Рифенштальдың «Олимпия»һы төп приздарҙың береһен яулай) ғауға менән тамамлана. Америка һәм Британия делегациялары, Гитлер хакимиәтенең фестиваль барышына ҡыҫылыуы ихтималлығына ризаһыҙлыҡ белдереп, форумды ташлап китә. Һөҙөмтәлә Франция яғы бойондороҡһоҙ жюри һәм бөтә илдәр киң ҡатнаша алған фестиваль үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә[5].
Тәүге тапҡыр фестиваль 1939 йылдың сентябрендә үтергә тейеш була. 1939 йылда Канн фестивален үткәреү тәҡдиме менән Францияның мәғариф министры Жан Зэй сығыш яһай, жюриҙың почетлы рәйесе итеп Луи Люмьер тәғәйенләнә. Программала Американың "«Волшебник страны Оз» һәм «Ленин в 1918 году» тигән совет фильмы була. Фестивалде асыуға Европала башланған Икенсе донъя һуғышы ҡамасаулай[6]. Беренсе тапҡыр ойошторолған Канн фестивале 1946 йылда 20 сентябрҙән 5 октябргә тиклем курорт ҡалаһы Канндың француз Зәңгәрһыу Ярында үткәрелә. Фестиваль программаһында режиссер Юлий Райзмандың «Берлин» совет документаль фильмы тәүгеләрҙән булып күрһәтелә.
Канн фестивале 1951 йылдан һуң, Жан Кокто ике йыл рәттән жюри рәйесе булғанда, хәҙерге масштабҡа һәм абруйға эйә була[7]. 1952 йылдан алып йыл һайын май айында уҙғарыла. Сара уҙғарылған урын — Фестиваль һәм конгрестар һарайы (1968 йылда студенттар сыуалышы арҡаһында фестиваль туҡтатыла һәм бүләктәр тапшырыла алмай).
Киң мәғлүмәт сараларының ҙур иғтибар бүлеүе арҡаһында был фестивалгә донъя киноһы йондоҙҙары килә. Шулай уҡ ул бында яңы проекттар әҙерләп, әҙерҙәрен һатҡан кинопродюсерҙар араһында ла популярлыҡ яулай.
2020 йылда коронавирус пандемияһының таралыуына бәйле Канн фестивале уҙғарылмай. Тәүҙә фестиваль 12 — 23 майҙа үтергә тейеш була, һуңынан 2022 йылдың майында ҡабаттан үткәрелеүе тураһында хәбәр итәләр[8][9].
2022 йылда тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ фестивалдең президенты итеп тәғәйенләнә. Ул — Айрис Кноблох[10]. Ул 1 июлдән ошо вазифаны ҡабул итә һәм уны өс йыл биләй.
Күрһәтеүгә ҡатнашыусыларҙың һәм еңеүселәрҙең фильмдарын һайлап алыу процесы бер нисә стадияны үҙ эсенә ала. Тәүшарттарға тап килгән һәр картина Канн фестиваленең рәсми һәм рәсми булмаған программаһында күрһәтеүгә дәғүәсе була ала. Һайлап алыуға тәҡдим ителгән фильмдар Канн фестивале алдынан ун ике ай дауамында төшөрөлөргә һәм башҡа кинематография форумдарының конкурс программаһында ҡатнашмаҫҡа тейеш. Оҙайлығы:
1970-се йылдар аҙағына тиклем фестивалгә фильмдарҙы илдәр үҙҙәре тәҡдим итһә, хәҙер фестиваль үҙе һайлай[12]. Махсус комиссия конкурс талаптарына яуап биргән кандидаттар араһынан түбәндәгеләрен һайлап ала[13]:
шулай уҡ фестивалдең башҡа конкурс, почетлы һәм конкурстан тыш программаларында.
Канн кинофестиваленең төп призы нәфис фильмдарҙан тыш, документаль фильмдарға ла тапшырыла («Фаренгейт 9/11», «В мире безмолвия»).
2008 йылда фестиваль бюджеты 20 миллион евро самаһы тәшкил итә.
Кинофестивалдең премияларын тапшырыу тураһында ҡарарҙы жюри ҡабул итә, уның составын фестиваль етәкселеге билдәләй. Жюри составы донъя кинематографияһының алдынғы оҫталарынан тора: режиссерҙар, актерҙар, тәнҡитселәр[14]. Рәйес булдылар:
Иң яҡшы фильм өсөн бирелә торған иң маҡтаулы бүләк — «Алтын пальма тармағы» (фр. Palme d’Or). Ҡайһы берҙә (иң һуңғыһы 1997 йылда) был призға бер нисә фильм лайыҡ була.
Канн кинофестивале жюриһы тарафынан бирелгән башҡа бүләктәр:
Жюри тарафынан бирелеүсе даими булмаған премиялар :
Махсус премиялар:
Бойондороҡһоҙ жюри премиялары :
Почетлы бүләктәр: