Эрнесто Карденаль Мартинес (исп. Ernesto Cardenal Martínez. 20 ғинуар 1925 йыл, Гранада) — Никарагуа революционеры, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, шағир, яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе; христиан социалисаы, иезуит, һуңынан траппист дин әһеле булып китә, һәм СФНО ағзаһы. Азатлыҡ теологияһының ҙур теоретигы[15][16] 2012 йылда королева София исемендәге ибер-америка шиғриәте премияһы лауреаты. Туғаны Антонио Карденаль.
Эрнесто Карденаль бай аристократик сауҙагәр ғаиләһенән сыҡҡан. Бала сағында уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Мехикола һәм АҠШ-та филология белемен ала, унда Колумбия университетының аспирантураһында Америка әҙәбиәтен өйрәнә; Латин Америкаһы һәм Европа илдәре буйлап күп сәйәхәт ҡыла.
1949 йылда тыуған иленә әйләнеп ҡайтып, сәйәси эшмәкәрлеккә йәлеп ителә, Сомоса диктатураһына ҡаршы йәшерен көрәштә ҡатнаша. Бер ҡасан да ҡорал ҡулланырға тура килмәһә лә, ул быға әҙер икәнен раҫлай, сөнки көс ҡулланмау көс ҡулланыуға ҡарағанда, ә көс ҡулланыу ҡурҡаҡлыҡҡа һәм хыянатҡа ҡарағанда яҡшыраҡ тигән Махатма Ганди идеяһына таяна.
1954 йылда Сомоса диктатураһын хәрби ҡолатырға тырышыуҙа ҡатнаша. Ихтилал уңышһыҙ тамамлана, һәм Карденаль АҠШ-ҡа эмиграцияға китергә мәжбүр була, унда католик монах була. Ул Кентукки штатындағы монастырға китә, унда Мертон Томасты — шулай уҡ монах -шағирҙы осрата, уның шиғырҙарын Карденаль элек испан теленә тәржемә иткән була. Мертон коллегаһын үҙ халҡының сәйәси һәм социаль проблемаларынан баш тартмаҫҡа һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген дауам итергә саҡыра.
1965 йылда иезуиттар ордены руханийы дәрәжәһен ала һәм 1965 йылдан алып 1977 йылға тиклем Никарагуа күле уртаһындағы утрауҙа үҙе ойошторған ҡасаба-коммуна менән етәкселек итә, унда ярлы крәҫтиәндәр (башлыса һинд сығышлы) уҡый-яҙа белеүгә өйрәнә, примитивизм стилендәге картиналар төшөрә, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнә һәм марксизмды өйрәнә.
Сомоса властары Карденалдең сандинист партизандары менән бәйләнеше хаҡында белеп ҡала, хөкүмәт ғәскәрҙәре (Милли гвардия) коммунаны емерә, китапхананы яндыра һәм утрауҙа төҙөлгән Халыҡ ижады музейын юҡҡа сығара[17] СФНО талабы буйынса Карденаль партизандарҙа йәшеренә; Сан-Карлостағы казармаға һөжүм итергә ҡаршы ҡотортоуҙа ғәйепләнә, сомосалылар тарафынан ситтән тороп 18 йыл төрмәгә ябыуға хөкөм ителә
Эрнесто Карденаль Коста-Рикаға эмиграцияға китә һәм Сандино армияһы уны халыҡ-ара эмиссар сифатында Никарагуа менән халыҡ-ара теләктәшлек селтәрен үҫтереү буйынса вәкил итеп ебәрә; Карденаль талабы буйынса Сандино көрәшселәре файҙаһына иғәнә итеүселәр араһында Габриэль Гарсия Маркес була.
1979 йылда Сандино революцияһының еңеүе һөҙөмтәһендә Сандино хөкүмәтендә 1987 йылға тиклем (Министрлыҡ финанс проблемалары менән тарҡалғанға тиклем) Мәҙәниәт министры була. Уның ҡустыһы Фернандо шул уҡ хөкүмәттә мәғариф министры итеп тәғәйенләнә.
Эрнесто Карденаль «үсһеҙ революция өсөн» сығыш яһай, әммә уның дини ҡараштары 1983 йылда Иоанн Павел II тарафынан Никарагуаға сәфәре ваҡытында асыҡ тәнҡиткә дусар була. Иезуиттар орденынан сығарыла һәм 1984 йылдың 4 февралендә Изге Апостолдар ҡағиҙәһенә ярашлы рухани дәрәжәһе дәүләт вазифаларын биләү менән тап килмәү сәбәпле Рим курияһы ҡарары менән сиркәүҙән айырыла[16] Ысынында Эрнесто Карденаль, уның ҡустыһы Фернандо һәм Мигель д’Эското Боркманға ҡарата был ҡарар азатлыҡ теологияһына ҡаршы йүнәлтелә. Уның дәрәжәһенән сығарылыуы тураһында ҡарарҙы Рим папаһы Франциск 2014 йылдың 4 авгусында юҡҡа сығара.
1994 йылда СФНО-нан Фронт менән килешмәүсәнлек арҡаһында китә, һуңынан Сандино яңырыуы хәрәкәтенә ҡушыла. Сиркәү менән берләшә һәм, траппистар орденына ҡушылып, пастырь хеҙмәтен яңынан башлай. Ул үҙен коммунист һәм христиан тип иҫәпләй, тәүге христиандар коммунистар булған тип әйтә. Әлеге СФНО етәкселеген һул радикаль позицияларҙан сығып авторитаризм, шәхес культы, революцияға хыянат һәм капитализм менән ярашыуы өсөн тәнҡитләй. Президент Даниэль Ортеганы яуыз, ә Никарагуа власын ғаилә диктатураһы тип атай.[15][18]
1950 йылда Латин Америкаһы илдәренә уларҙы буйһондороу маҡсатында интервенция индергән Төньяҡ Америка авантюрисы Уильям Уокер тураһында «Уокер в Никарагуа» поэмаһын яҙа. Карденаль Эрнестоға әҙәби билдәлелекте «Час „0“» (1960), «Эпиграммы» (1961), «Псалмы» (1969), «Хвала американским индейцам» (1969), «Молитва за Мерилин Монро и другие стихи» (1965), «Жизнь в любви» (1970) шиғри йыйынтыҡтары, шулай уҡ сәйәси публицистика: «На Кубе» (1972), «Евангелие на Солентинаме» (1975) һәм башҡа әҫәрҙәре килтерә. Хәйер, уның лирикаһы ла граждандар һәм сәйәси мотивтарға йүнәлтелгән: уның билдәле бер поэмаһы «Час „0“», Никарагуаның милли геройы Сесар Аугусто Сандиноға арналған, ә «Эпиграммалары» Сомоса режимын мыҫҡыл итә.
Немец китап һатыусыларының Тыныслыҡ премияһы лауреаты (1981). Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына номинациялана (2005), шулай уҡ Рубен Дарио ордены менән бүләкләнә.[19] . 2012 йылда королева София исемендәге шиғриәттең Ибероамерика премияһын ала. Шул уҡ йылда ул Уэльва университетының Honoris causa дәрәжәһенә лайыҡ була[20]
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «autogenerated2» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән