Сидор Артёмьевич Ковпак | ||||||||||||||||||||||||
![]() | ||||||||||||||||||||||||
Ҡушаматы |
Дед | |||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты | ||||||||||||||||||||||||
Тыуған урыны |
Украина, Полтава өлкәһе, Котельва районы, Котельва ҡала тибындағы ҡасабаһы | |||||||||||||||||||||||
Үлгән ваҡыты |
11 декабрь 1967 (80 йәш) | |||||||||||||||||||||||
Вафат урыны | ||||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||||||||||||||||||||
Хәрби звание |
![]() | |||||||||||||||||||||||
Командалыҡ итеү |
1-се Украина партизан дивизияһы | |||||||||||||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||||||||||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
Рәсәй империяһы наградалары:
Башҡа дәүләттәрҙеке:
| |||||||||||||||||||||||
Отставкала |
Президиум ағзаһы һәм Украина ССР-ы Юғары Советы рәйесе урынбаҫары |
Ковпак Сидор Артемьевич (укр. Сидір Артемович Ковпак; 7 июнь 1887 йыл — 11 декабрь 1967 йыл) — совет хәрби начальнигы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында — Путивль партизан отряды (һуңыраҡ — Сумы партизан берләшмәһе, унан да һуңыраҡ — 1-се Украина партизан дивизияһы) командиры, Украина КП(б)-һы Үҙәк Комитеты ағзаһы, генерал-майор. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
Сидор Артемьевич (Артемович) Ковпак 1887 йылдың 7 июнендә хәҙерге Украинаның Полтава өлкәһе Котельва ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Күп балалы ғаиләлә алты ул һәм дүрт ҡыҙ тәрбиәләнә. Әрме хеҙмәтен Һарытау ҡалаһында Александр полкында үтә. Хеҙмәттән һуң Һарытауҙа ҡала, йөк ташыусыһы булып эшләй.
Беренсе донъя (186-сы Асландуз пехота полкында хеҙмәт итә) һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Беренсе донъя һуғышы осоронда Көньяҡ-Көнбайыш фронтында һуғыша, Брусилов прорывы ҡатнашыусыһы. 1915 йылдың апрелендә почетлы ҡарауыл составында шәхсән Николай II ҡулынан Георгий тәреһе менән бүләкләнә. Барлығы III һәм IV дәрәжәле Георгий тәреһе һәм III һәм IV дәрәжәле «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары («Георгий» миҙалдары) менән бүләкләнә.
1919 йылдан — РКП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышы ваҡытында Украинала немец оккупанттары менән һуғышҡан А. Я. Пархоменко менән берлектә урындағы партизан отрядын етәкләй, һуңынан Көнсығыш фронтында Чапаев дивизияһы яугиры була, бында ул казактарҙы ҡоралһыҙландырыу менән шөғөлләнә (Чапаев дивизияһының трофей командаһы башлығы була), Көньяҡ фронтында А. И. Деникин һәм Врангель генералдары армиялары менән алыштарҙа ҡатнаша.
1921—1926 йылдарҙа өйәҙ хәрби комиссары, өйәҙ хәрби комиссары ярҙамсыһы, Екатеринослав губернаһының Павлоград округы хәрби комиссары (1926 йылдан — Украинаның Днепропетровск өлкәһе). Шул уҡ ваҡытта, 1925—1926 йылдарҙа — Вербки ауылында ауыл хужалығы рәйесе. 1926 йылдан — Павлоград хәрби-кооператив хужалығы директоры, һуңынан — Путивлдә ауыл хужалығы кооперативы рәйесе, 1935 йылдан Путивль район башҡарма комитетының юл бүлеге мөдире, 1937 йылдан Украина ССР-ы Сумы өлкәһе Путивль ҡала башҡарма комитеты рәйесе.
1941 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышында. Украинала партизан хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе — Путивль партизан отрядының командиры, ә һуңынан — Сумы өлкәһе партизан отрядтары берләшмәһенең командиры. Шулай уҡ партизан хәрәкәтенә уның ҡустыһы Семен Артемьевичтың да ҡатнашлығы була.
1941—1942 йылдарҙа Ковпак берләшмәһе Сумы, Курск, Орел һәм Брянск өлкәләрендәге дошман тылына рейдтар ойоштора, 1942—1943 йылдарҙа — Брянск урмандарынан Уң яҡ Украинаға Гомель, Пинск, Волынь, Ровно, Житомир һәм Киев өлкәләре буйлап рейд үтә; 1943 йылда — Карпат рейды. Сумы партизан берләшмәһе Ковпак командованиеһы аҫтында һуғышып, немец фашистарының тылынан 10 меңдән артыҡ километр үтә, 39 торлаҡ пунктында дошман гарнизондарын ҡыйрата. Ковпактың рейдтары немец оккупанттарына ҡаршы партизан хәрәкәтен йәйелдереү эшендә ҙур роль уйнай.
1942 йылдың 31 авгусында уны Сталин менән Ворошилов Мәскәүҙә шәхсән ҡабул итәләр, бында ул башҡа партизан командирҙары менән берлектә кәңәшмәлә ҡатнаша. Ковпактың партизан берләшмәһенә партизан көрәшен Уң яҡ Украинаға йәйелдереү өсөн Днепр аръяғына рейд яһау маҡсат итеп ҡуйыла. Карпат рейдына сығыу ваҡытына берләшмәлә яҡынса 2000 партизан була. Ҡоралдарҙан 130 пулемёт, 380 автомат, 9 орудие, 30 миномет, 30 танкыға ҡаршы мылтыҡ, винтовкалар һәм башҡа төрлө ҡорал иҫәпләнә.
1943 йылдың апрелендә С. А. Ковпакка «генерал-майор» хәрби званиеһы бирелә.
1944 йылдың ғинуарында Сумы партизан берләшмәһе П. П. Вершигора командованиеһы аҫтында С. А. Ковпак исемендәге 1-се Украина партизан дивизияһы тип үҙгәртелә.
1944 йылдан С. А. Ковпак — Украина ССР-ы Юғары Суды ағзаһы, 1947 йылдан — УССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе урынбаҫары , ә 1967 йылдан — Украина ССР-ы Юғары Совет Президиумы ағзаһы. СССР-ҙың 2-7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
1967 йылдың 11 декабрендә вафат була. Киевта Байков зыяратында ерләнгән.
1975 йылда режиссёр Т. В. Левчук А. Довженко исемендәге киностудияла Ковпак партизан дивизияһының хәрби юлы тураһында «Ковпак хаҡында уйланыуҙар» исемле нәфис фильм-трилогия төшөрә («Набат», «Буран», «Карпаты, Карпаты…»). С. А. Ковпак ролен Константин Степанков башҡара.
2011 йылда «Эра» телеканалы һәм «Патерик-фильм» студияһы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Украиналағы партизан хәрәкәтенең 70-йыллығын байрам итеүгә арнап, Сидор Артемьевич Ковпак тураһында «Уны ДЕД, тип йөрөттөләр» («Его звали ДЕД») исемле документаль фильм-уйланыу төшөрә.
Ковпак иҫтәлегенә Котельва ҡала тибындағы ҡасабала — бронза бюст, Сумы ҡалаһында 16-сы һөнәри-техник училище территорияһында (Ковпак урамы, ҡаланың Ковпак районы) — бюст, Киевта Ковпак исемендәге 111-се урта мәктәптә — бюст (2016 йылда декоммунизация кампанияһы барышында һүтелеп ташланды) ҡуйылған. Ковпак исеме Глухов техникумына бирелә, шул уҡ техникумда партизан хәрәкәте музейы ойошторолған. Яремче ҡалаһында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Киевта, Путивлдә, Севастополдә, Павлоградта, Токмакта, Конотопта, Коростендә, Полтавецта, Харьковта, Лельчицтарҙа, Сумыла, Хмельницкиҙә, Түбәнге Новгородта Ковпак исемен йөрөткән урамдар; Донецкта Ковпак проспекты бар.
1971 йылда Сидор Ковпак исеме Херсон караптар төҙөү заводында эшләнгән карапҡа бирелә[3]. 1987 йылда СССР-ҙа Ковпак төшөрөлгән почта маркаһы сығарыла.
2012 йылдың 22 мартында Украинаның Юғары Радаһы коммунист-депутат Владимир Даниленко инициативаһы буйынса Ковпактың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан байрам ойоштороу буйынса ҡарар ҡабул итә[4]. 2012 йылдың 8 июнендә Украина Милли Банкы Сидор Ковпак иҫтәлегенә тәңкә сығара[5][6].
![]() |
![]() |
![]() |
Яремче ҡалаһында
совет партизан — ковпаковсыларға һәйкәл. |
Почта маркаһы, СССР,
1987 йыл. |
2 гривна номиналындағы Украина тәңкәһе
2012 йылға. |
Ковпак Сидор Артемьевич . «Герои страны» сайты.