Эрато Козаку-Маркулли | ||
Ερατώ Κοζάκου-Μαρκουλλή | ||
| ||
---|---|---|
5 августа 2011 — 27 февраля 2013 | ||
Алдан килеүсе: | Маркос Киприану | |
Дауамсы: | Иоаннис Касулидис | |
Тыуған: | 3 август 1949[1][2] (75 йәш) Лимасол[d], Лимасол[d], Кипр Республикаһы | |
Партия: | беспартийный[d] | |
Белеме: | Афинский университет[d][3] Афинский университет[d][3] Хельсинкский университет[d][3] | |
Ғилми дәрәжәһе: | учёная степень в области права[d][3], бакалавр политологии[d][3], PhD in political science[d][3] һәм PhD in sociology[d][3] | |
Автограф: | ||
Эрато Козаку-Маркулли (грек. Ερατώ Κοζάκου-Μαρκουλλή., Erato Kozakou-Marcoullis исеменең латинлаштырылған варианты; 3 август, 1949, Лимасол[4]) Кипр дипломаты һәм дәүләт эшмәкәре. 2007 йылдың июленән 2008 йылдың мартына тиклем һәм 2011 йылдың 5 авгусынан 2013 йылдың 27 февраленә тиклем Кипрҙың сит ил эштәре министры вазифаһын биләй[5]. Был вазифаны биләгән беренсе ҡатын-ҡыҙ.[4]
Уның үҙе әйтеүенсә: «Әсәйем Грузияла, Сухуми ҡалаһында 1916 йылда тыуған, олатайым менән өләсәйем Трапезунданан понтий сығышлы булған. Әсәйемдең ҡыҙ сағындағы исеме Варвара Апостоловна Текмичова була, һәм ул Сухумиҙа үҫә. Тбилисиҙа һәм Одессала инженер-төҙөүсе булырға уҡый, 1935 йылда ғаиләһе менән бергә Грецияға күсенә, унда киприот атайым менән таныша. Әсәйем урыҫ телен туған теле кеүек белә, ә өлкән апайым менән мине урыҫ йырҙарында һәм әкиәттәрендә тәбиәләнеләр»[6]
Эрато 1949 йылда Лимасолда тыуа. Афина университетында юриспруденция, шул иҫәптән асыҡ хоҡуҡ һәм сәйәси фәндәрҙе өйрәнә, уны 1972 һәм 1974 йылдарҙа тамамлай. 1979 йылда Хельсинки университетында социология һәм политология буйынса философия докторы дәрәжәһен ала.[5][5]
1980 йылдан 2007 йылға тиклем Кипр Республикаһының Сит ил эштәре министрлығында дипломат булып эшләй. Атап әйткәндә, 1996 һәм 1998 йылдарҙа ул Швецияла илсе сифатында хеҙмәт итә, артабан параллель аккредитация менән Финляндияла, Норвегияла, Данияла, Исландияла, Литвала, Латвия һәм Эстонияла эшләй; 1998—2003 йылдарҙа ул АҠШ-та Кипр Республикаһы илсеһе була, шулай уҡ параллеаль аккредитация менән Донъя банкында, Халыҡ-ара Валюта Фондында, Канадала, Бразилия, Гайане һәм Ямайкала, Халыҡ-ара Граждандар Авиацияһында, һәмАмерика дәүләте Ойошмаһында эшләй; 2005—2007 йылдарҙа Ливанда һәм Иорданияла илсе була[7].
2007 йылдың 16 июлендә президент Тассос Пападопулос тарафынан сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 2008 йылдың 28 февраленә тиклем биләй. Ул үҙенең әйтеүе буйынса: "Аралашыусан кеше булараҡ мин мөмкин тиклем күберәк сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш булдырырға теләйем <…> Нәҡ шундай дипломатия ярҙамында мин халыҡ-ара йәмғиәткә Кипрҙың маҡсаттарын аңлатырға тырышам[6]. Сит ил эштәре министры булараҡ ул Кипрҙың бик күп илдәр менән бәйләнешен үҫтерә, Сәғүд Ғәрәбстаны, Кувейт һәм Ҡырғыҙстан кеүек илдәргә визит менән барыу мөмкин булды, ә 2007 йылдың декабрендә ул президент Пападопулос менән бергә Лиссабон килешеүенә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша.[7]
2008 йылдың апреленән коммуникациялар һәм асыҡ эштәр министры вазифаһына тәғәйенләнгәнгә тиклем, ул Кипрҙың ике общинаһы араһындағы мөлкәт мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм етәксеһе булып эшләй.[7]
2010 йылдың 2 мартында ул коммуникациялар һәм асыҡ эштәр министры була һәм был вазифаны 2011 йылдың авгусына тиклем биләй, һуңынан икенсе тапҡыр сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләнә. 2013 йылдың 28 февралендә уны Иоаннис Касулидис алмаштыра.[5]
Ул Джордж Маркуллис менән никахта тора. Уның ике улы бар[8].