Корвин китапханаһы | |
| |
Адресы |
1526й.тиклем— Буда, Венгрия короллеге |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1470-е |
Фонд | |
Фонд йыйынтығы |
грек һәм латин ҡульяҙмалары |
Фонд күләме |
2500 кодекс тирәһе |
Хеҙмәтләндереү | |
Башҡа мәғлүмәт | |
- | |
Веб-сайт | |
Корвин китапханаһы Викимилектә | |
Корвин китапханаһы (лат. Bibliotheca Corviniana) — Венгр короллеге короле Матьяш I ҙең китаптар тупланмаһы. Нигеҙ һалыусының гербында ҡарға һүрәте булғанға «Корвиниана» тип атайҙар. 1470-се йылдарҙа нигеҙләнгән булырға тейеш. Ул осорҙа Яңырыу осорондағы китапханалар араһында бары тик Апостол Ватикан китапханаһынан ҡала икенсе урында торған[1]. Унда, сама менән, 2500 томға тиклем китап иҫәпләнә[2]. Улар боронғо һәм урта быуат, ул осор авторҙарының да гуманистик әҫәрҙәре була. Башлыса донъяуи йөкмәткеле әҫәрҙәр — тарих, география, астрономия, медицина, шиғриәт һ. б. темалар өҫтөнлөк итә.[3] Күп китаптарҙы итальян рәссам-миниатюристары биҙәй. Нигеҙ һалыусы вафат булғас, китапхана абруйын юғалта. Фондының бер өлөшө һатыла, ҡалғандары Венгриянан ситкә сығарыла. Һуңынан 1526 йылда Буданы баҫып алғанда төрөк ғәскәрҙәре Корвиниананы яулай һәм ул Стамбулға күсерелә. Китаптарҙы сит ил илселәренә бүләк итәләр, ҡалғандары бөтә донъяға таратыла. Китапхана фондынан 216 китап һаҡланып ҡала. Шуларҙың 54-е Венгрияның төрлө урындарында, китапханаларҙа, музейҙарҙа ныҡлап һаҡлана.
Король Матеш Корвиндың (1443—1490) китаптар менән ҡыҙыҡһыныуы остазы — популяр библиофил, Эстергом архиепискобы Янош Витез йоғонтоһона бәйле[4]. Китапхана нигеҙләнеүенең аныҡ ваҡыты һәм сәбәбе биләһеҙ. Сама менән ул Неаполь короле Фердинанд Арагонскийҙың ҡыҙы Беатрис менән король Матештың никахынан һуң барлыҡҡа килә. Яңы королева венгр һарайында италия иртә Ренессанс мәҙәниәтенә мода индерә. Был иһә Матештың проитальян һәм гуманистик ҡыҙыҡһыныуҙарын арттыра.
Бер версия буйынса, һирәк осрай торған китаптар Януш Витез һәм Янус Паннониус оппозиционерҙарының мөлкәтен конфискациялағанда килеп инә. Ҡайһы берҙәре, моғайын, Беатриса Аргонскаяның бирнәһендә була. Шулай ҙа китапханаға нигеҙ һалыныу сәбәптәренең иң мөһиме — венгр короле һарайының Италия менән тығыҙ бәйләнештә тороуы. Италия ул ваҡытта Европаның иң ҙур сауҙа һәм мәҙәниәт үҙәге була. Шулай уҡ Матеш итальян гуманистары менән дә аралашып йәшәй[2].
Король китаптарҙы һатып алыу һәм күсереп яҙҙыртыуға аҡса йәлләмәгән. Йыш ҡына уларҙы Флоренцияла урындағы китап һатыусыларынан һоратып алалар һәм билдәле флоренция миниатюристарынан биҙәтәләр. Китапхананы тулыландырыу бик оҙайлы була һәм ҡиммәткә төшә. Ваҡыт үтеү менән китаптарҙы күсереү, биҙәү һәм тышлау өсөн Будалағы король һарайында скрипторий булдырыла. Юғары аң-белемгә эйә гуманистар Марцио Галеотто һәм Тадео Уголетти китапхана һаҡсылары булып хеҙмәт итә. Һуңғыһы король вариҫы Янош Корвиндың да тәрбиәсеһе була[3].
Король Матеш һарайын Европала Альптан төньяҡҡа ҡарай иң сағыу һәм белемле һарай итергә тырыша[3]. Китапхана һарай хеҙмәткәрҙәре һәм королдең үҙенең дә иң яратҡан эш урынына әүерелә. Бында ғилми диспуттар һәм симпозиумдар ойошторола. Китапхана Үҙәк һәм Көнсығыш Европала аң-белем үҙәктәренең иң билдәлеһенә әйләнә. Ул дәүмәле буйынса бары тик Ватикан апостол китапханаһынан ғына ҡалыша. Ҡайһы бер баһаламалар буйынса, Матеш китапханаһында 2500-гә тиклем китап (кодекс) һаҡланыуы ихтимал. Ул осор өсөн был бик оло йыйылма һаналған.
Корвин китапханаһының итальяндарҙың шундай уҡ башҡа йыйылмаларынан айырмаһы — донъяуи, башлыса антик авторҙарҙың китаптары күп булыуы. Был иһә королдең шәхси ҡыҙыҡһыныуы менән аңлатыла. Грек ҡулъяҙмаларын король илселәре төрөктәр яулап алған Византия империяһы ерҙәрендә һатып алалар. Тупланмаларҙа Эсхил, Аристотель, Бөйөк Афанасий, Бөйөк Василий, Дионисий Галикарнасский, Диодора Сицилийский, Евсевий Кесарийский, Григория Нисский, Григорий Богослов, Гесиод, Гомер, Гиперид, Исократ,Константин VII Багрянородный, Ориген, Филострат, Платон, Плотин, Полибий, Плутарх, Птолемей, Сапфо, Софокл, Страбон, Теофраст, Фукидид, Ксенофонт, Зонар әҫәрҙәре була. Шулай уҡ китапханала латин һәм йәһүд яҙмалары ла туплана. Король үҙе тарихсылар, айырыуса Тит Ливий, Гай Юлий Цезарь, Квинт Курций Руф һәм Силий Италик хеҙмәттәрен уҡырға ярата. Философия менән теологияны (дини белемде) яҡшы белгәнгә һарайҙа уҙғарылған бәхәсләшеү, дискуссияларҙа башҡалар менән тиң ҡатнаша алған. Шулай уҡ ул хәрби фән һәм тактика тураһындағы яҙмалар менән таныш була, шулай уҡ астрономия һәм астрология менән дә ҡыҙыҡһына.
Матеш үҙе тере саҡта ҡулъяҙмаларҙың өстән ике өлөшө баҫылмай ҡала. Антик һәм Византия әҙәбиәте авторҙарының ҡайһы бер әҫәрҙәре бер генә данала һаҡланған була: мәҫәлән, византия императоры Константин VII Багрянородныйҙың «О церемониях» трактаты йәки Никифор Каллисттың «Церковная история»һы. Күптәре һуңғараҡ юғала. Мәҫәлән, билдәле боронғо грек ораторы Гиперид яҙмаларының өҙөктәре генә билдәле, һуңғы антик шағир Кресконий Корипптың «Иоанниады, или о Ливийской войне» китабының һигеҙенсе томы (беҙҙең көндәргә тиклем ете томы ғына һаҡланған) шулар иҫәбендә. Император Максимилиан I-ең дипломаты Иоганн Куспиниан китапхананан Прокопийҙың «ғәжәп боронғо» грек ҡулъяҙмаһын алып тороуы, ундағы текстың әлегә йәшәгән латинсаға тәржемәһенән күпкә яҡшыраҡ һәм тулыраҡ булыуы хаҡында яҙа. Ҡулъяманы ул кире ҡайтара, һуңыраҡ вафат була[2].
Король китапханаһының мөһим миссияһы китаптарҙы туплау ғына түгел, ә һатып алынған грек китаптарын латин теленә әйләндереү ҙә була. Өҫтәүенә улар ҡулъяҙманы күсергәндә тексты дөрөҫләгәндәр. Шуға ла латинса яҙған Көнбайышта грек мәҙәниәтен таратыуға венгр һарайы ҙур өлөш индергән[2].
Корвин китапханаһы Викимилектә |