Крак-де-Шевалье | |
франц. Krak des Chevaliers | |
Нигеҙләү датаһы | 1031 |
---|---|
Эшмәкәрлек төрө | крестоносец[d][1] һәм Тәре яуҙары[1] |
Дәүләт | Сүриә[2] |
Административ-территориаль берәмек | эль-Хусн[d] һәм Сүриә[2] |
Хужаһы | госпитальерҙар[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | эзбизташ |
Төп төҙөлөш ойошмаһы | Шибл әл-Дәүлә Насир[d] һәм госпитальерҙар[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] |
Майҙан |
2,38 гектар, 37,69 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d] һәм (vi)[d] |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from Krak des Chevaliers[d] |
Крак-де-Шевалье Викимилектә |
Крак-де-Шевалье́ йәки Крак-де-л’Оспиталь (франц. Krak des Chevaliers, франц. Krak de l'Hospital, ғәр. قلعة الحصن Калъат-эль-Хусн[3]) — госпитальерҙар ҡәлғәһе. Сүриәлә, Антиохиянан Бейрутҡа һәм Урта диңгеҙгә алып барған юлдан йыраҡ түгел, Триполинан көнсығышҡа табан 650 метр бейеклектәге ҡаяла урынлашҡан. Замоктан көнсығышҡа табан 40 км алыҫлыҡта Сүриәнең иң яҡындағы эре ҡалаһы — Хомс урынлашҡан.
Донъяла госпитальерҙарҙың иң ныҡ һаҡланған ҡәлғәләрҙең береһе. 2006 йылда Сәләх әд-Дин цитаделе (Латакиянан 30 км көнсығышҡа табан урынлашҡан) менән бер рәттән, ҡәлғә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән.
Ғәрәп хроникаларынан билдәле булыуынса, 1031 йылда ҡәлғәне Алеппо әмиренең курд гарнизоны биләгән. Был ваҡытта ҡәлғә Хисн әл-Акрад («Курдтар ҡәлғәһе») тип аталған[4]. Оҡшашлыҡ буйынса франктар ҡәлғәне Крат (франц. Le Krat) тип, ә һуңынан, «карак» (ҡәлғә) ғәрәп һүҙенә оҡшатып Крак (франц. Le Krak) тип атай башлайҙар.
1099 йылда Беренсе тәре яуы барышында ул Тулузаның графы Раймунд IV тарафынан яулап алына, әммә тиҙҙән тәре йөрөтөүселәр Иерусалимға походты дауам итеү өсөн ҡәлғәне ҡалдыра.
1110 йылда ҡәлғә Галилеяның кенәзе Танкред Тарентский тарафынан яңынан яулана, ә 1142 йылда Триполи графы Раймунд II, Мосул һәм Алеппо төрки гарнизондары начальнигы Занги ибн Ак-Сонкурҙың мөмкин булған ябырылыуҙарынан һаҡланыу өсөн, ҡәлғәне госпитальерҙар орденына тапшыра.
Госпитальерҙар ҡәлғәне тергеҙеләр һәм бихисап өҫтөлмә бүлмәләр төҙөй, шулай итеп ул Изге ерҙә тәре йөрөтөүселәрҙең иң ҙур терәгенә әүрелә. Ҡәлғә тирәләй ҡарауыл башнялары менән ҡалынлығы 3 метрҙан 30 метрға тиклем булған диуарҙар төҙөлә. Башняларҙың береһен госпитальерҙар магистры биләгән. Тышҡы стена ҡулсаһының аръяғында ихата булған, уның аша үтеп эске бүлмәләргә — зал часовня (аҙаҡ уны мосолмандар әсеткә әүерелдерә) һәм 120 метр оҙонлоҡтағы һаҡлау урынына барып булған. Башҡа склад бүлмәләре ҡәлғә урынлашҡан ҡая эсенә йәшерелгән, шуға бәйле Крак-де-Шевалье оҙайлы ҡамауҙарҙы түҙә алған. XII быуат аҙағы — XIII быуат башындағы ер тетрәүҙәр сираты теҙмәләре һөҙөмтәһендә ҡайһы бер биналар зыян күрә һәм ҡәлғәне йәнә тергеҙергә тура килгән.
Крак-де-Шевалье алып булмаҫлыҡ була. Уны күп тапҡыр ҡамайҙар, әммә һәр ваҡыт уңышһыҙ. 1188 йылда ҡәлғә диуарҙары янында Сәләх әд-Диндең ғәскәре тора. Ҡамау барышында мосолмандар кастелянды әсиргә алыуға ирешә. Улар уны ҡәлғә диуарҙана килтереп, гарнизонға ҡапҡаларҙы асыуҙы бойороуҙы талап итә. Кастелян башта ғәрәпсә ҡәлғәне бирергә тигән әмерен бирә, әммә аҙаҡ французса һуңғы кешегәсә һуғышырға бойора.
Крак-де-Шевальены тик төркиҙәр генә яулай алған, был ваҡытта Сүриә һәм Мысыр солтаны Бейбарыҫ I, йәнәһе Триполи графы ҡәлғәғә бирелеү әмере тураһында яҙылған ялған хатты ҡәлғәғә ебәрә. Һөҙөмтәлә, 1271 йылдың 8 апрелендә ҡәлғә бирелгән.
1272 йылда Туғыҙынсы тәре яуы барышында замокты инглиз короле Эдуард I күреп ҡала һәм уның менән ныҡ һоҡланған, хатта Англия һәм Уэльстағы үҙенең замоктарын төҙөгәндә Кракты өлгө итеп файҙаланған.
1909 йылдың авгусынды замокты тәүге тапҡыр күргән Лоуренс Аравийский, уны «бәлки, был донъялағы иң һоҡланғыс замоктарҙың береһе» тип тасуирлаған.
2003 йылда ҡәлғәлә Владимир Пикулдың романы буйынса «Баязет» Рәсәй телесериалы төшөрөлә[5].
2013 йылда ҡәлғәне террорсылар баҫып ала[6].
2014 йылдың мартында Сүриәлә Граждандар һуғышы барышында хөкүмәт ғәскәрҙәре тиҫтәләгән террорсыларҙы юҡ итеп ҡәлғәне биләй. Быға тиклем Сүриә хәрби-һауа көстәре һөжүме барышында замоктың башняларының береһе емерелә[7].
Крак-де-Шевалье Викимилектә |