Кузьмина Анастасия Владимировна

Анастасия Кузьмина Биатлонист
Дөйөм мәғлүмәт
Тулы исеме

Анастасия Владимировна Кузьмина

Тыуған көнө

28 август 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1] (40 йәш)

Тыуған урыны

Төмән, РСФСР, СССР[1]

Йәшәгән урыны

Банска-Быстрица, Словакия

Буйы/Ауырлығы

180 см/68 кг

Титулдары
Олимпия чемпионы

3 (2010, 2014, 2018)

Донъя чемпионы

1 (2019)

Донъя кубогы, спринтерские гонки

1 (2017/18)

Донъя кубогы, массовый старт

1 (2018/19)

Атыу мәргәнлеге
Мәғлүмәттәр буйынса

2017/2018

Дөйөм мәргәнлек

81%

Ятып

80%

Тороп

81%

Карьера (Кубок мира)
Ярыш

228

Еңеү

18

Подиум

35 ( x 15 + x 15 + x 5)

Подиумов в эстафетах

1 ( x 0 + x 0 + x 1)

Миҙалдар

Ҡышҡы Олимпия уйындары
Алтын Ванкувер 2010 спринт 7,5 км
Көмөш Ванкувер 2010 эҙәрлекләү 10 км
Алтын Сочи 2014 спринт 7,5 км
Көмөш Пхёнчхан 2018 эҙәрлекләү 10 км
Көмөш Пхёнчхан 2018 шәхси ярыш 15 км
Алтын Пхёнчхан 2018 масс-старт 12,5 км
Донъя чемпионаттары
Көмөш Пхёнчхан 2009 масс-старт 12,5 км
Бронза Ханты-Мансийск 2011 спринт 7,5 км
Алтын Эстерсунд 2019 спринт 7,5 км
Европа чемпионаттары
Алтын Өфө 2009 спринт 7,5 км
Алтын Өфө 2009 эҙәрлекләү 10 км
Йәйге биатлон (саңғыроллерҙар)
Донъя чемпионаттары
Бронза Оберхоф 2009 ҡатнаш эстафета
Бронза Нове-Место 2011 ҡатнаш эстафета
Йәйге биатлон (кросс)
Европа чемпионаттары
Көмөш Осрблье 2012 спринт 3 км
Көмөш Осрблье 2012 эҙәрлекләү 5 км

 Анастасия Кузьмина Викимилектә

Анастаси́я Влади́мировна Кузьмина́ (Шипу́лина) (словак. Anastasia Kuzminová; 28 август 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1] (40 йәш), Төмән[1]) — Словакия биатлонсыһы (башта Рәсәй өсөн сығыш яһаған). Өс тапҡыр Олимпия чемпионы, Олимпия уйындарының өс тапҡыр көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе, донъя чемпионы һәм донъя чемпионатының ике миҙалы (көмөш һәм бронза) менән бүләкләнеүсе, ике тапҡыр 2009 йылғы Европа чемпионы.

2010 йылда Словакия өсөн ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге алтын миҙал алыуға ирешә. 2014 йылда Сочиҙа ҡышҡы Олимпия уйындарын ябыу тантанаһында Словакия йыйылма командаһының байраҡ тотоусыһы була[2].

2010 һәм 2014 йылдарҙа Словакияның иң яҡшы спортсыһы. Словакияның иң яҡшы биатлонсыһы (2009—2014, 2018).[3].

Анастасия һәм уның ҡустыһы Антон Шипулин Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Надежда Дмитриевна Коврижных етәкселегендә саңғы ярыштары менән шөғөллөнә башлайҙар. Биатлон менән Анастасия 1999 йылда тренер Сергей Шестов етәкселегендә шөғөлләнә башлай.

Юниорҙар беренселектәрендә 2003 һәм 2005 йылдарҙа эстафетала 1-се урын алған. Европа чемпионаттарында 2004 йылда эстафетала 1-се урын һәм 2005 йылда эҙәрлекләү ярышында 1-се урын, 2006 йылда Европа кубогы этабында спринтта 1-се урын алған.

Донъя кубогы этаптарында Рәсәй йыйылма командаһы өсөн 2005/06 һәм 2006/07 миҙгелдәрҙә сығыш яһай. Иң яҡшы һөҙөмтәһе — 2006/07 миҙгел башында шәхси ярышта 13-сө урын.

2007 йылдың апрелендә Израиль саңғысыһы Даниэль Кузьминға кейәүгә сыға. Улы Елисейҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнә[4].

Ире менән Словакияға күсә, 2008 йылдың декабренән ошо ил өсөн сығыш яһай, Банска-Бистрицала йәшәй һәм ярыштарға әҙерләнә.

2009 йылдың февралендә Пхёнчханда (Корея Республикаһы) үткәрелгән донъя чемпионатында масс-стартта көмөш миҙал яулай. 2009 йылдың 28 февралендә һәм 2009 йылдың 1 мартында Өфөлә (Башҡортостан, РФ) уҙғарылған Европа чемпионатында спринт һәм эҙәрлекләү ярыштарында алтын миҙал яулай.

Донъя кубогының 2009/10 миҙгеленең декабрь этаптарында Поклюкала (Словения) шәхси ярышта 3-сө урын һәм Хохфильценда (Австрия) спринтта 5-се урын алғандан һуң, Обертиллиахта тренировка ваҡытында һул ҡулын йәрәхәтләй[4].

2010 йылдың 10 декабрендә Хохфильценда спринт ярышында Донъя кубогы сиктәрендә тәүге тапҡыр алтын яулай[5].

Ҡышҡы Олимпия уйындары 2010

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың 13 февралендә Ванкуверҙа (Канада) уҙғарылған XXI ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса спринт ярышында алтын миҙал яулай. Был Словакия өсөн ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге алтын миҙал булып тора.

2010 йылдың 16 февралендә эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яулай.

Йыл Уҙғарыу урыны Инд Спр Пр МС Эст
2010 Канада флагы Ванкувер 39 1 2 8 13

Аңлатма: Инд — шәхси ярыш, Спр — спринт ярышы, Пр — эҙәрлекләү ярышы, МС — масс-старт, Эст — эстафета.

2014 йылдың 9 февралендә Сочиҙа (Рәсәй Федерацияһы) уҙғарылған XXII ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса спринт ярышында алтын миҙал яулай.

Йыл Уҙғарыу урыны Инд Спр Пр МС См Эст
2014 Рәсәй флагы Сочи 26 1 6 24 5

Аңлатма: Инд — шәхси ярыш, Спр — спринт ярышы, Пр — эҙәрлекләү ярышы, МС — масс-старт, См — ҡатнаш эстафета, Эст — эстафета.

2018 йылдың 12 февралендә Пхёнчханда (Корея Республикаһы) уҙғарылған XXIII ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса эҙәрекләү ярышында көмөш миҙал яулай[6].

15 февралдә биатлон буйынса шәхси ярышта йәнә көмөш миҙал яулай[7].

17 февралдә биатлон буйынса масс-старт ярышында алтын миҙал яулай.[8].

Йыл Уҙғарыу урыны Инд Спр Пр МС См Эст
2018 Корея Республикаһы Пхёнчхан 2 13 2 1 20 5

Аңлатма: Инд — шәхси ярыш, Спр — спринт ярышы, Пр — эҙәрлекләү ярышы, МС — масс-старт, См — ҡатнаш эстафета, Эст — эстафета.

Словакия өсөн

  • 2008/09 — 30-се урын (290 мәрәй)
  • 2009/10 — 20-се урын (443 мәрә)
  • 2010/11 — 9-сы урын (708 мәрәй)
  • 2011/12 — 10-сы урын (721 мәрәй)
  • 2012/13 — 7-се урын (769 мәрәй)
  • 2013/14 — 6-сы урын (607 мәрәй)
  • 2016/17 — 40-сы урын (176 мәрәй)
  • 2017/18 – 2-се урын (819 мәрәй)
  • 2018/19 – 3-сө урын ( мәрәй)
  • Донъя кубогында дебюты — 2005 йылдың 7 ғинуары Оберхофта (Германия) спринт ярышында — 63 урын.
  • Тәүге тапҡыр мәрәй зонаһына эләгеүе — 2006 йылдың 29 ноябрендә Эстерсундта (Швеция) шәхси ярышта — 13 урын.
  • Тәүге подиум — 2009 йылдың 22 февралендә Пхёнчханда (Корея Республикаһы) донъя чемпионатының масс-старт ярышында 2 урын.
  • Тәүге еңеү — 2010 йылдың 13 февралендә Ванкуверҙа (Канада) XXI ҡышҡы Олимпия уйындарында спринт ярышында.
Олимпия уйындары
Йыл Уҙғарыу урыны Ярыш төрө Урын
2010 Канада Ванкувер Спринт 1-се
2010 Канада Ванкувер Эҙәрлекләү ярышы 2-се
2014 Рәсәй Федерацияһы Сочи Спринт 1-се
2018 Корея Республикаһы Пхёнчхан Эҙәрлекләү ярышы 2-се
2018 Корея Республикаһы Пхёнчхан Шәхси ярыш 2-се
2018 Корея Республикаһы Пхёнчхан Масс-старт 1-се
Донъя чемпионаттары
Йыл Уҙғарыу урыны Ярыш төрө Урын
2009 Корея Республикаһы Пхёнчхан Масс-старт 2-се
2011 Рәсәй Федерацияһы Ханты-Мансийск Спринт 3-сө
2019 Швеция Эстерсунд Спринт 1-се
Юниорҙар донъя чемпионаттары
Йыл Уҙғарыу урыны Ярыш төрө Урын
2002 Италия Валь-Риданна Эстафета (ҡыҙҙар) 2-се
2003 Польша Косцелиско Эстафета (ҡыҙҙар) 1-се
2003 Польша Косцелиско Шәхси ярыш (ҡыҙҙар) 2-се
2003 Польша Косцелиско Эҙәрлекләү ярышы (ҡыҙҙар) 2-се
2004 Франция Морьен[fr] Эстафета (юниорҙар) 2-се
2005 Финляндия Контиолахти Эстафета (юниорҙар) 1-се
2005 Финляндия Контиолахти Спринт (юниорҙар) 3-сө
Европа чемпионаттары
Йыл Уҙғарыу урыны Ярыш төрө Урын
2004 Беларусь Минск Эстафета (юниорҙар) 1-се
2004 Беларусь Минск Эҙәрлекләү ярышы (юниорҙар) 2-се
2005 Рәсәй Федерацияһы Новосибирск Эҙәрлекләү ярышы (юниорҙар) 1-се
2005 Рәсәй Федерацияһы Новосибирск Спринт (юниорҙар) 2-се
2009 Рәсәй Федерацияһы Өфө Спринт 1-се
2009 Рәсәй Федерацияһы Өфө Гонка преследования 1-се
Донъя кубогы
Миҙгел Уҙғарыу урыны Ярыш төрө Урын
2009/10 Словения Поклюка Шәхси ярыш 3-сө
2009/10 Рәсәй Федерацияһы Ханты-Мансийск Масс-старт 3-сө
2010/11 Австрия Хохфильцен Спринт 1-се
2010/11 Словения Поклюка Спринт 2-се
2010/11 Италия Антхольц Спринт 2-се
2010/11 Норвегия Хольменколлен Спринт 1-се
2011/12 Италия Антхольц Масс-старт 2-се
2011/12 Финляндия Контиолахти Ҡатнаш эстафета 3-сө
2012/13 Италия Антхольц Спринт 1-се
2012/13 Норвегия Хольменколлен Спринт 3-сө
2012/13 Норвегия Хольменколлен Эҙәрлекләү ярышы 3-сө
2012/13 Норвегия Хольменколлен Масс-старт 2-се
2012/13 Рәсәй Федерацияһы Сочи Спринт 2-се
2013/14 Швеция Эстерсунд Шәхси ярыш 2-се
2013/14 Норвегия Хольменколлен Эҙәрлекләү ярышы 1-се
2013/14 Норвегия Хольменколлен Масс-старт 1-се
2017/18 Австрия Хохфильцен Спринт 2-се
2017/18 Австрия Хохфильцен Эҙәрлекләү ярышы 1-се
2017/18 Франция Анси Спринт 1-се
2017/18 Франция Анси Эҙәрлекләү ярышы 2-се
2017/18 Германия Оберхоф Спринт 1-се
2017/18 Германия Оберхоф Эҙәрлекләү ярышы 1-се
2017/18 Италия Антхольц Масс-старт 2-се
2017/18 Норвегия Хольменколлен Спринт 1-се
2017/18 Норвегия Хольменколлен Эҙәрлекләү ярышы 2-се
2018/19 Чехия Нове-Место-на-Мораве Масс-старт 1-се
2018/19 Норвегия Хольменколлен Спринт 1-се
2018/19 Норвегия Хольменколлен Эҙәрлекләү ярышы 1-се
IBU кубогы
Миҙгел Уҙғарыу урыны Ярыш төрө Урын
2004/05 (ю) Австрия Обертиллиах Спринт 1-се
2004/05 (ю) Австрия Обертиллиах Эҙәрлекләү ярышы 3-сө
2005/06 Австрия Обертиллиах Спринт 1-се
2005/06 Австрия Розенау-ам-Хенгстпас Эҙәрлекләү ярышы 3-сө
2009/10 Швеция Идре[en] Спринт 2-се
2010/11 Словакия Осрблье Спринт 3-сө

Ҡустыһы — Антон Шипулин (1987 й.т.), Рәсәй йыйылма командаһы составында Олимпия уйындары һәм донъя чемпионаты чемпионы.

2007 йылда Израиль саңғысыһы Даниэль Кузьминға кейәүгә сыға[9], улы — Елисей (2007 й.т.)[10]. 2015 йылдың 12 июлендә ҡыҙҙары Оливия тыуған[11].

Рәсәй эске эштәр министрлағының Төмән юридик институтын тамамлай.[12]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 https://www.olympic.sk/sportovec/anastasia-kuzminova (словак.)
  2. Sochi 2014 Closing Ceremony - Flagbearers (ингл.). Международный Олимпийский Комитет (23 февраль 2014).
  3. Kráľovnou biatlonovej stopy sa stala olympijská víťazka Kuzminová (билдәһеҙ). sport.sk (10 апрель 2018).
  4. 4,0 4,1 Анастасия Кузьмина: «В России я бы не выиграла Олимпийское золото»
  5. Российская словачка Анастасия Кузьмина выиграла первое кубковое золото (рус.)
  6. Исторический дубль Дальмайер. Немка выиграла гонку преследования на Олимпиаде (12 февраль 2018). 12 февраль 2018 тикшерелгән.
  7. Биатлон. Шведка Эберг сенсационно выиграла индивидуальную гонку на Олимпиаде (15 февраль 2018). 15 февраль 2018 тикшерелгән.
  8. Кузьмина стала трехкратной олимпийской чемпионкой, у Домрачевой – 5-я медаль Игр. (17 февраль 2018). 17 февраль 2018 тикшерелгән.
  9. Лыжная свадьба
  10. Анастасия Кузьмина выиграла золото
  11. Анастасия Кузьмина пропустит сезон из-за рождения ребёнка.
  12. Антон Шипулин окончил Тюменский юридический институт МВД вслед за старшей сестрой