Кундрючья

Кундрючья
укр. Кундрюча
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Северский Донец[d]
Ҡушылдыҡ Оло Бургуста, Оло Гнилуша һәм Бургутка
Һыу йыйыу бассейны бассейн Дона[d]
Бассейн майҙаны 2320 км²
Дәүләт  Рәсәй
 Украина
Административ-территориаль берәмек Луганск өлкәһе һәм Ростов өлкәһе
Оҙонлоҡ 244 km
Урынлашыу картаһы
Карта
 Кундрючья Викимилектә

Кундрючья (укр. Кундрю́ча) — Рәсәйҙең Ростов өлкәһедәге һәм Украинаның Луганск өлкәһеһендәге йылға, Северский Донец йылғаһының уң ҡушылдығы

Северский Донец бассейны

Оҙонлоғо — 244 км, бассейн майҙаны — 2320 км². Донецк һыртынан башлана. Башлыса ҡар һыуы менән туҡлана. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — тамағында — 3,74 м³/сек. Ноябрь аҙағында туңа, март уртаһында асыла. Кундрючья йылғаһы буйында Ҡыҙыл Сулин ҡалаһы урынлашҡан. Суднолар йөрөй торған түгел. Был йылғала ҙур һыуһаҡлағыс һәм быуа менән райондың эре электр станцияһы урынлашҡан. Балыҡ ресурстарына бай: карп, һаҙан, алабуға, суртан, һыла, йәйен бар. Ҡыҫала күп. Әлеге ваҡытта йылғала һыу инеп рәсми рәүештә тыйылған, сөнки һыу ныҡ бысранған.

Григорий Капустин 1721 йыл аҙағында Кундрючья йылғаһында таш күмерҙең ятҡылығын асҡандан һуң бында Донецк таш күмер бассейнының геология разведкаһы эштәр башлай[1].

Ҡушылдыҡтары (тамағынан км алыҫлыҡта)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 14 км: исемһеҙ йылға, Үрге Кундрюченская станицаһы эргәһендә
  • 88 км: исемһеҙ йылға, Садки ауылы эргәһендә
  • 166 км: Оло Гнилуша йылғаһы
  • 167 км: Гнилуша йылғаһы
  • 216 км: Бургутка йылғаһы
  • 220 км: Оло Бургуста йылғаһы
  1. Русский отец угольного Донбасса. Дата обращения: 25 май 2010. Архивировано 26 май 2010 года. 2010 йыл 26 май архивланған.