Куратов Иван Алексеевич

Куратов Иван Алексеевич
коми Куратов Ӧльӧш Вань
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 6 (18) июль 1839
Тыуған урыны Куратово[d], Усть-Сысольский уезд[d], Вологодская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 (29) ноябрь 1875 (36 йәш)
Вафат булған урыны Алматы, Семиреченская область[d], Рәсәй империяһы
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Яҙма әҫәрҙәр теле Коми-зырян теле
Һөнәр төрө шағир, тәржемәсе, лингвист

Куратов Иван Алексеевич (коми Куратов Ӧльӧш Вань; 6 (18) июль 183917 (29) ноябрь 1875) — коми әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, тел белгесе, тәржемәсе, коми шағиры.

Иван Алексеевич Куратов Вологда губернаһы Усть-Сысольск өйәҙенең Кибра ауылында (хәҙерге Куратово ауылы, Коми Республикаһы) дьякон ғаиләһендә тыуған.

1854 — Яренский дини училищеһын тамамлай

1854-1860 — Вологда дини семинарияһында уҡый, унда тәүге тапҡыр шиғри һәләте күренә. Тормош маҡсаты «Жизнь человека» (1857), — «Дать счастье родному народу» шиғырҙарында сағыла. Куратов шиғриәтенең үҙәк урынын һиҙелерлек милли үҙаң менән һуғарылған фәлсәфәүи һәм ижтимағи-сәйәси ҡараш биләй

1861—1865 — Усть-Сысольскта уҡыта. Ике ҡатлы ағас йортта йәшәй (һүтелгән), хәҙер был урында (Орджоникидзе урамы) заманса торлаҡ йортта (беренсе ҡатта) И.А.Куратовтың Әҙәби-мемориаль музейы урынлашҡан.

Шағирҙың ижадында ҙур урынды И.А. Крылов, А.С.Пушкин, А В. Кольцовтан, шулай уҡ донъя әҙәбиәтенең сит ил классиктары әҫәрҙәренең тәржемәләре биләй[3]

коми-зырян телен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә. Коми теле грамматикаһын яҙа. Параллель рәүештә удмурт һәм мари телдәре грамматикаһын тикшерә.

Ҡазанға күсеп килә, унда ҡыҫҡа ваҡыт полк аудиторы булып эшләй.

1866 йылдан Урта Азияла йәшәй. Верный ҡалаһында (хәҙер Алматы) 1875 йылда чахотканан вафат була

Шағирға арналған СССР почта маркаһы. 1989
  • 1989 йылда Куратов арналған СССР почта маркаһы сығарыла
  • 2009 йылдың 2 октябрендә Коми Республикаһы Дәүләт опера һәм балет театрында «Куратов» операһының премьераһы үтә, Сергей Носковтың ул эшләп бөтөргән Альберт Ванеевтың либреттоһына музыкаһы[4]

[[Файл:Куратов_Иван_Алексеевич_-мемориальная_доска..JPG|мини|271x271пкс|Элекке Вологда дини семинарияһының бинаһында мемориаль таҡтаһы, Ленин урамы, 15-се йорт, Пречистенский яры яғынан.

  • «Сочинения»: Художественные произведения, т. 1, Сыктывкар, 1939; Лингвистические работы, т. 2, Сыктывкар, 1939.
  • «Бöрйöм гижöдъяс», Сыктывкар, 1951;
  • «Бöрйöм гижöдъяс» в рус. пер. [Послесл. А. Федоровой], М., 1958.
  • «Коми напевы» : [Стихотворения]. — Сыктывкар : Коми кн. изд-во, 1985.
  • «Ты бесконечна, жизнь» : [Заметки публицистика]. — Сыктывкар : Коми кн. изд-во, 1988.
  • «Ой, жизнь ты, жизнь…» : [Стихотворения и поэмы]. — Сыктывкар: Коми кн. изд-во, 1999.
  • «Моя муза не продажна» : [Избранные стихи]. Эском, 2007.
  • Куратовская энциклопедия
  1. Record #13107815 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Большая советская энциклопедия, 3 изд. А. К. Микушев. Литература: Доронин П., Творчество И. А. Куратова, Сыктывкар, 1939; Федорова А. Н., И. А. Куратов. Очерк жизни и творчества, Сыктывкар, 1960; Микушев А. К., Коми литература и народная поэзия, Сыктывкар, 1961.
  4. Премьера первой оперы на национальном языке состоялась в Коми, Комиинформ (4 октября 2009 года).
  • Ивлев Н. П. Куратов в Казахстане. — Сыктывкар: Коми книжное издательство, 1981.
  • Муравьёв В. Б. Первые песни. — М.: Детская литература, 1968. — 160 с.